Йәмғиәт
18 Сентябрь 2021, 05:00

ЗАГС-тан - һайлау участкаһына

Йылайыр районында йәш парҙар никахтарын да теркәне, һайлау участкаһына ла барҙы.

ЗАГС-тан - һайлау участкаһынаЗАГС-тан - һайлау участкаһына
ЗАГС-тан - һайлау участкаһына

Кисә, һайлауҙың тәүге көнөндә, Йылайыр районында йәш парҙар - Николаевтар һәм Байбаҡтиндар ЗАГС йортонда булып никахтарын рәсмиләштергәс, тауыш бирергә барҙы.

"Киләсәгебеҙ, тыуасаҡ балаларыбыҙҙың яҙмышы өсөн тауыш бирҙек. Бөгөнгө бәхетле көнөбөҙ икеләтә хәтерҙә ҡаласаҡ. Барығыҙға ла яҡшы тормош, бәхетле киләсәк теләйбеҙ", - тине йәш парҙар.

Беҙ ҙә йәштәрҙе күркәм туй тантанаһы менән ҡотлайбыҙ, бәхет теләйбеҙ. 

Фото: Йылайыр район хакимиәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас