

Урындағы "Йәнтөйәк" гәзите журналисы Наилә Имаева оло йәштәге милләттәшебеҙҙең ил тарихындағы мөһим сәйәси ваҡиғала ҡатнашыуын түбәндәгесә һүрәтләгән.
"8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа 101 йәшлек тыл ветераны, Балыҡсы ырыуы вәкиле Вәсилә Сафиуллина ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәне.
Ғинуар айында 101 йәшен тултырған Вәсилә Сафиулла ҡыҙы, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, бөгөн Асҡын районының Солтанбәк ауылында, һеңлеһенең ейәнсәре Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы тәрбиәһендә йәшәй. Бер быуаттан ашыу ғүмер кисергән ағинәй барыһын да кисергән: аслыҡ-яланғаслыҡты ла, һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙы ла...
“Вәсилә әбейем - минең өсөн өләсәйем урынына ҡалған кеше. Ул бик уңған, ярҙамсыл, изге, йомарт күңелле, шәфҡәтле. Ғүмер буйы мохтаждарға ярҙам итеп йәшәне. Эштән башҡаны белмәне: гөрләтеп донъя көттө. Тормош һынауҙары уны сыныҡтырған ғына: шул тиклем сабыр, көслө рухлы. Бөгөн дә яҡшы зиһенле, көр кәйефле, йомарт һүҙле. Тик бер нисә йыл элек күреү һәләте насарайыу сәбәпле, үҙаллы донъя көтә алмай башланы. Шулай булмаһа, бөгөн дә мал аҫрап, бал ҡорттары ҡарап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәр ине. Уның күргәндәре китап яҙырлыҡ. Нәҡ Вәсилә әбейем һөйләгәндәр буйынса мин нәҫелебеҙ шәжәрәһен төҙөй башланым. Уның хәтер бик яҡшы, барыһын да исемләп белә. Ил-көн яңылыҡтары менән дә хәбәрҙар. Бөгөн дә, һайлау комиссияһынан киләбеҙ тигәс, тулҡынланып китте. Үҙ ғүмерендә күпме һайлауҙа ҡатнашҡан кеше бит ул! Шуға был юлы ла ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны мөһим эшкә. Тиҙ генә кейемдәрен алмаштырҙы, матур яулығын бәйләтте. Илебеҙ генә тыныс булһын, балалар бәхетле тормошта үҫһен, тигән теләктә Вәсилә әбейем", - тип ғорурланып һөйләне Рәүзиә Мәүхәт ҡыҙы", - тип яҙған Наилә Имаева.
Фото: "Йәнтөйәк".