Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 07:15

Анализды түләүле тапшырғыһы килмәгәс...

Республикаға идара итеү үҙәгенә халыҡтан ниндәй мөрәжәғәттәр килгән?

Анализды түләүле тапшырғыһы килмәгәс...Анализды түләүле тапшырғыһы килмәгәс...
Анализды түләүле тапшырғыһы килмәгәс...

Республикала һайлауҙың икенсе көнө тыныс шарттарҙа үтте, тип хәбәр итте Республикаға идара итеү үҙәге.

Шул уҡ ваҡытта системаға халыҡтан төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә.

Мәҫәлән, бер әсә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаһын шифаханаға алып барырға йыйына, әммә урындағы поликлиниканан уларға ПЦР-тест үтер өсөн йүнәлтмә бирмәйҙәр икән. Ә әсәнең был анализды түләүле тапшырғыһы килмәй. Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итеп, был анализдың шифаханаға барғанда кәрәкмәүен, бушлай йүнәлтмәнең медицина күрһәткестәре буйынса ғына бирелеүен асыҡлаған.

Белорет районының Ғәбдөк ауылы халҡы янғын һүндереү часының үҙҙәренән 51 километр алыҫлыҡта урынлашыуына борсолоп яҙа. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Алик Шәрәфетдинов билдәләүенсә, республикала 2030 йылға тиклем янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырыла. Әлегә төбәктә ике меңдән ашыу берәмек янғын һүндереү техникаһы етешмәй. Техника паркы даими тулыландырыла.

Һуңғы тәүлек эсендә социаль селтәрҙәргә транспорт һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы 415 хәбәр килгән, икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле мәсьәләләр (222), халыҡты борсоған өсөнсө проблема – юлдар (135 мәғлүмәт теркәлгән).

Халыҡ күтәргән мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе тураһында Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская матбуғат үҙәгенән ойошторолған “Һайлауҙар төнө-2021” тура бәйләнешендә ентекле һөйләне.

Фото: vk.com/tsur_bashkortostan (скриншот).

#ЦУРБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас