Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 18:00

Һайлауҙа аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан

Мәғлүмәт сараларының береһендә һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫарының һүҙҙәрен икенсегә бороп нәшер иткәндәр.

Һайлауҙа аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан
Һайлауҙа аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан

Баш ҡаланың 371-се һайлау участкаһында эшләгән күҙәтеүселәр матбуғат сараларының береһендә сыҡҡан мәғлүмәтте - участкала бәйләнеште баҫыу аппараты ҡулланылыу тураһындағы яңылыҡты - инҡар итә.

Матбуғат сараларының береһе 371-се һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары Татьяна Евстифееваның һүҙҙәрен икенсегә бороп нәшер иткән. “Мөхит ауыр, ҡыҙыу. Беҙ законға таянып эш итәбеҙ, унан тайпылмайбыҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәр эшкә ҡамасаулап маташа. Мәҫәлән, күҙәтеүсе Телин, үҙенә иғтибар йүнәлтергә маташып, участкала бәйләнеште баҫыу аппараты ҡулланыу тураһында белдергән”, - тиелә Татьяна Евтисееваның сығышында.

"Көн дауамына бәйләнеш һәм Интернет селтәре менән ҡыйынлыҡтар тыуманы. Социаль селтәрҙәргә лә даими рәүештә индем, биш тура эфир үткәрҙем, уларҙы шунда уҡ социаль селтәрҙәргә һалдым. Мәктәптән ситкә сығып йөрөмәнем, быны видеокамераларҙағы яҙманан ҡарап була. Интернет көн дауамында булды, өҙөклөктәргә юл ҡуйылманы", - тигән күҙәтеүселәрҙең береһе Элина Хисамова.

Уның һүҙҙәрен “Эхо Москвы” радиостанцияһы мөхәррире Руслан Вәлиев та ҡеүәтләй.

"Бәйләнеш менән өҙөклөктәр “Билайн” клиенттарында ғына булды. 371-се һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары Татьяна Евстифееваның бәйләнеште баҫыу аппараттары ҡулланыу тураһындағы һүҙҙәрен баҫма дөрөҫ ҡулланмаған", - ти журналист.

Фото: lenta.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: