Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 07:20

Балаларымдың киләсәген уйлап...

Венер Заһиров: "Мин ни өсөн һайлауҙа ҡатнашам? Яуап ябай: киләсәк быуындың яҡты тормошта, муллыҡта, тыныс йәшәүен теләйем".

Балаларымдың киләсәген уйлап...Балаларымдың киләсәген уйлап...
Балаларымдың киләсәген уйлап...

Өфө ҡалаһы һайлау участкаларының барыһында ла тыныс, бер ниндәй ҙә ығы-зығы юҡ. Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн ҙур теләк менән килә.

Мәҫәлән, Венер Заһиров һайлауҙың өсөнсө көнөндә тауыш биргән, сөнки 17, 18 сентябрь көндәрендә тәүлек әйләнәһенә дежурҙа булған. Өйөнә ҡайтып ял итерҙән алда мөһим сараға килгән.

"Әгәр хәтерем яңылышмаһа, әлегеһе – иҫәп буйынса 17-се һайлауым, – ти Венер Заһиров. – Ғөмүмән, тауыш биреүҙе бер ҡасан да ҡалдырғаным булманы, киләсәктә лә мотлаҡ ҡатнашасаҡмын. Беҙҙә был сәйәси сара гел ойошҡанлыҡ менән үтә. Ә мин ни өсөн һайлауҙа ҡатнашам һуң? Яуап ябай: киләсәк быуындың, шул иҫәптән ике ҡыҙым һәм улымдың алдағыһы тураһында тәрән уйланам, уларҙың яҡты тормошта, муллыҡта, тыныс йәшәүен теләйем. Депутатлыҡҡа, минеңсә, лайыҡлы кандидаттарҙы һайланым. Үҙем йәмәғәт сараларының уртаһында ҡайнарға тырышам, балаларыма ла ошондай тәрбиә бирергә ынтылам".

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас