

Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, философия фәндәре докторы, профессор Гүзәл Вилданова һайлау тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
“Һайлау – бөгөн әүҙем йәшәү позицияһы булған граждандар өсөн ил етәкселегенә ышанысын белдереү йәки, киреһенсә, белдермәү юлы ул. Шәхси фекере, аҡылы булған кеше һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа, дөрөҫлөккә ынтыла. Хәҙерге үҙенсәлекле осорҙа, мәғлүмәт аң менән идара иткән мәлдә, алдаҡсылар ҡармағына эләгеүе бик еңел. Шуға һайлауға барған һәр кеше үҙе тауыш бирәсәк кандидатын аныҡ эштәре аша баһаларға тейеш тип уйлайым. Һайлау - цивилизациялы ысул менән властың идара итеү органдарына тәьҫир итеү юлы ул.
Башҡортҡа ғәҙеллеккә ынтылыу, дөрөҫлөк талап итеү, хәҡиҡәт эҙләү һәләте тәбиғәттән һалынған. Һайлауҙы ғәҙел үткәрергә ярҙам иткән күҙәтеүселәргә ышаныс ҙур. Ихлас күңелдән халҡы, тыуған ере өсөн янып эшләгән, тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртергә хәленән да, теленән дә килгән, ғәҙел, яңы, тырыш кандидаттар һәм партиялар һайланыр тип ышанам”, - ти Гүзәл Булат ҡыҙы.
Фото Г. Вилданованың шәхси архивынан.