Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 10:00

Халыҡ һайлай ҙа, һаулығын да тикшертә

Республикала тауыш биреү сараһы медицина хеҙмәткәрҙәренең ныҡлы күҙәтеүе аҫтында үтә.

Халыҡ һайлай ҙа, һаулығын да тикшертәХалыҡ һайлай ҙа, һаулығын да тикшертә
Халыҡ һайлай ҙа, һаулығын да тикшертә

Һайлау барышының һәр көнөндә лә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге дежурға сыға. Амбулатория-поликлиника бүлексәләре лә мөрәжәғәттәргә яуап бирергә әҙер.

Күпселек һайлау участкаларында табиптар дежурҙа тора, Covid-19, грипҡа ҡаршы вакцинация кабинеттары эшләй, уларҙа пульсты тикшертергә, реоэнцефалография, медицина күҙәтеүе үтергә, табип консультацияһы алырға мөмкин.

Мәҫәлән, баш ҡаланың 49-сы мәктәбендә бөгөн 21-се поликлиника белгестәре халыҡты ҡабул итә. Күптәр тауыш биргәндән һуң вакцинация үтеп, кардиологка күренеп ҡайтты, төштән һуң бында гастроэнтеролог ҡабул итә башланы.

Нефтекама ҡалаһында ла өс һайлау участкаһында прививка эшләтеү өсөн мобиль пункттар эшләй.

Өфөнөң 1-се поликлиникаһы медицина хеҙмәткәрҙәре алты һайлау пунктында дежурҙа, шулай уҡ вакцинация ла яһайҙар.

Мәсәғүт үҙәк дауаханаһының фельдшер-акушерлыҡ пункты Мәсәғүт һәм Арый ауылдарындағы һайлау участкаларында эшләй. Шулай уҡ киҙеүҙән, коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтергә мөмкин.

Иглин районындағы һайлау участкаларында үҙәк дауаханаһы табиптары дежурҙа. Теләге булған һайлаусылар уларға мөрәжәғәт итеп, һаулығын тикшертә ала.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас