

Өфө ҡалаһында йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды GQ журналынан “Йыл ире” премияһын тапшырыуға почетлы ҡунаҡ сифатында саҡырҙылар. Награда Мәскәүҙә бирелде.
"Кисә генә Өфө ихаталарын тырыша-тырыша һеперә инем, ә бөгөн мин – GQ журналынан йыллыҡ премия тапшырыу тантанаһында почетлы ҡунаҡ. Бомонд менән күңел асам, фотолар төшөрәм", – тип яҙған Юрий социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урам һепереүсе Юрий Ветлугин фотограф Роман Филиппов ойошторған фотосессиянан һуң танылыу яуланы. Балалар йортонда үҫкән ҡатмарлы яҙмышлы замандашыбыҙҙың оҙаҡ йылдар торлағы булмай. Бүлмә алғандан һуң мут кешеләр ҡулына эләгә. Уның проблемаһына битараф булмаған кешеләр ярҙамында бурыстарын яба. Фотомодель булараҡ, аҡса эшләй башлай.
Юрий Ветлугин фотоһы.