

Дин менән сәйәсәт араһында бәйләнеш йылдан-йыл нығый. Мосолмандар йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнаша, был һайлауҙарға йөрөүҙә лә күренә.
Мәҫәлән, Иглин районы Аҡбирҙе ауылынан Илнур Хажиев үҙенең гражданлыҡ бурысын һайлауҙың тәүге көнөндә үк үтәгән.
“Мосолман йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға, ундағы төрлө ваҡиғалар өсөн яуаплылыҡ тоторға тейеш, – ти ул. – Әгәр ҙә беҙ мөһим саранан ситтә ҡалһаҡ, битарафлыҡ күрһәтһәк, Ислам диненең киң таралыу мөмкинлегенә кәртә ҡуясаҡбыҙ. Йәмғиәттең әүҙем өлөшө булараҡ, ошондай сараларҙа дәррәү ҡатнашырға тейешбеҙ.
Дин менән сәйәсәт араһында бәйләнеш юҡ, ти ҡайһы берҙәр. Был дөрөҫ түгел. Киләсәген уйламаған кеше генә йәмғиәттән айырыла. Ә динебеҙ һәр саҡ әүҙем булыу, тормоштоң уртаһында ҡайнау яғында”.
Тормошта барған ваҡиғаларға битараф кеше үҙенең, яҡындарының, халҡының яҙмышына ҡул һелтәй, көсөнә ышанмай, тиелә динебеҙ һабаҡтарында. Тимәк, киләсәгебеҙҙе хәстәрләргә теләйбеҙ икән, үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә, ситтә ҡалмаҫҡа бурыслыбыҙ".
Фото: И. Хажиев.