Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 17:45

Сил ил вәкилдәрен ниҙәр ҡыҙыҡһындыра?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш сит ил эксперттары менән осрашты.

Сил ил вәкилдәрен ниҙәр ҡыҙыҡһындыра?
Сил ил вәкилдәрен ниҙәр ҡыҙыҡһындыра?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш сит ил эксперттары менән осрашты.

Тәү сиратта ул ҡунаҡтарға совет тураһында ентекле һөйләне, бурыстар, маҡсаттар хаҡында бәйән итте.

Никарагуанан килгән Альма Нубия Бальтодано Марсенаро советтың эше менән айырыуса ҡыҙыҡһынды һәм һорауҙарын бирҙе.

"Власть тарафынан ошондай совет булдырыу – ҙур һәм уйланылған аҙым. Әгәр йәмғиәттә барыһы ла тыныс булһа, йәмәғәтселәргә эш булмаҫ ине. Ике йыл эсендә байтаҡ мәсьәләне яйға һалыуға өлгәштек, тыныс шарттарҙа хәл иттек", - тине Владимир Барабаш.

Германиянан Штефан Коутер һайлау һөҙөмтәләренә йоғонто яһап маташыуҙар тураһында һорау бирҙе. Быға миҫал итеп, Владимир Барабаш бөгөн генә сит ил вәкилдәре менән яҙышыу осраҡтары теркәлгәне билдәле булыуын әйтте.

Никарагуа ҡунаҡтары һайлау участкаларында күҙәтеү алып барыу менән дә ҡыҙыҡһынды.

"Һайлау участкаларында эшләгәндәргә ситтән йоғонто яһап буламы?" – тип ҡыҙыҡһынды Ортега Мурильо.

"Ундай осраҡтар булмаһын өсөн күҙәтеүселәр бар. Видеояҙма алып барылған һайлау участкаларында айырым һөҙөмтәләргә бер ниндәй ҙә йоғонто яһап булмай. Бынан тыш, Күҙәтеү үҙәге булдырылған". Был хаҡта ишеткәс, сит ил ҡунаҡтары ошондай үҙәктәрҙең береһен барып күреү теләген белдерҙе.

Улар төрмәлә ултырғандарҙың нисек тауыш бирә икәнлеге менән дә ҡыҙыҡһынды. Ябыҡ учреждениеларҙа ниндәй ауырлыҡтар килеп сыҡҡаны хаҡында һорашты.

Фото: Йәмәғәт штабы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: