Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 08:10

Йәштәрҙең үҙ фекере бар

"Уларҙы мәжбүр итеп тә, шуны һайла тип кәңәш биреп тә булмай. Курсташтарымдың күбеһе, дуҫтарым да быйылғы сәйәси сарала әүҙем ҡатнашты".

Йәштәрҙең үҙ фекере барЙәштәрҙең үҙ фекере бар
Йәштәрҙең үҙ фекере бар

Алмаз НУРЕТДИНОВ, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты:

"Быйыл һайлау алдынан барған агитацияны ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барҙым, дәғүәселәрҙең сығыштарын тыңланым. Интернет селтәрендәге төрлө хәбәрҙәр менән дә танышмын.

Тик шуны әйткем килә: йәштәр һайлауға үҙ теләге, фекере менән бара. Уларҙы мәжбүр итеп тә, шуны һайла тип кәңәш биреп тә булмай. Курсташтарымдың күбеһе, дуҫтарым да быйылғы сәйәси сарала әүҙем ҡатнашты. Үҙемә килгәндә, кем өсөн тауыш бирергә икәнлеген күптән аныҡлап ҡуйғайным. Һайлау участкаһына бөгөн генә бара алдым, быға тиклем уҡып, эшләп тә йөрөгәс, ваҡыт тығыҙ булды".

Фото А. Нуретдиновтың шәхси альбомынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас