Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2021, 16:30

Түҙеп торорғамы икән?

Радий Хәбиров йылытыу миҙгелен башлар алдынан тағы берҙе ныҡлап уйларға тәҡдим итте. 

Түҙеп торорғамы икән?
Түҙеп торорғамы икән?

Башҡортостанда тораҡ йорттарға йылыны 21 сентябрҙән бирә башлаясаҡтар. Был турала бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Уның белдереүенсә, әле дүртенсе көн рәттән һауа температураһы 8 градустан түбән күрһәткестә һаҡлана.

– Шуға күрә иртәгәнән, 21 сентябрҙән йылытыу миҙгелен башларға тәҡдим итәм, – тине ул.

Көньяҡ райондарға килгәндә, унда йылытыу миҙгелен башлау ҡарарын муниципалитет башлыҡтары ағымдағы һауа торошона ҡарап ҡабул итәсәк.

Шулай уҡ Алан Марзаев белдереүенсә, бөгөн 99 процентҡа мәктәптәр, дауаханалар һәм балалар баҡсаларына йылы бирелгән. Ни бары һигеҙ социаль объект йылыһыҙ ҡала килә. Белорет, Дыуан һәм Салауат райондарында - берәр, Ишембай районында - ике һәм Өфөлә өс объект.

– Сәбәптәре төрлө: ҡайҙалыр ремонт эше тамамланмаған, ҡайҙалыр яңы етешһеҙлектәр асыҡланған. Был мәсьәлә муниципалитет башлыҡтарының контролендә, – тине министр.

Алан Марзаевты тыңлағандан һуң Радий Хәбиров яҡын арала барлыҡ социаль объекттарҙа ла йылыны бирергә ҡушты. Шулай уҡ ул муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, йылытыу миҙгелен уйлап башларға кәңәш бирҙе.

– Аҡыллыраҡ булыр кәрәк, тағы бер тапҡыр подъездар буйынса яуаплы кешеләр менән һөйләшегеҙ, халыҡтың фекерен белешегеҙ. Әгәр беҙ хәҙер үк йылы бирһәк, кешеләргә түләү бар сентябрь айы өсөн киләсәк һәм ғауға сығыуы ихтимал. Аҙна аҙағында йәнә йылытасаҡ, шуға күрә ике-өс көн түҙеп торорға, йылы кейенеп, тәҙрәне асмай торорға була. Быға иғтибар итегеҙ, – тине ул.

Фото: resbash.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: