Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2021, 16:00

Уҡытыусы дәрестә вафат булған

Был аяныслы хәл аптырап-ҡурҡып ҡалған уҡыусыларҙың күҙ алдында була.

Уҡытыусы дәрестә вафат булған
Уҡытыусы дәрестә вафат булған

Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка ауылы мәктәбендә ҡайғылы хәл булған. Ошо мәктәптә физкультура һәм ОБЖ фәненән уҡытҡан 46 йәшлек Сергей Л. дәрес ваҡытында үҙен насар тоя һәм иҫен юғалтып, ултырғыстан йығылып төшә. Ул аңына килмәйенсё шунда уҡ йән бирә. Был аяныслы хәл аптырап-ҡурҡып ҡалған уҡыусыларҙың күҙ алдында була.

"КП-Өфө" гәзите яҙыуынса, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү эшен алып барасаҡ, уҡытыусының нилектән мәрхүм булыу сәбәбе  асыҡланасаҡ.

Сергей Л. хаҡында коллегалары, уҡыусылар тик йылы һүҙҙәр генә әйтеп, уның  талантлы педагог, яҡшы кеше булыуын билдәләйҙәр. Уның иртә китеүенә ҡайғырып: "Йәнегеҙ йәннәттә булһын, уҡытыусыбыҙ", - тип яҙған элекке уҡыусылары ла. 

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: