Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2021, 20:30

Яҡшы эштәргә булышлыҡ итеү мөһим

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин республика мосолмандарына рәхмәт әйтте.

Яҡшы эштәргә булышлыҡ итеү мөһим
Яҡшы эштәргә булышлыҡ итеү мөһим

Быйыл Башҡортостанда һайлауға килгәндәр иҫәбе Рәсәй буйынса уртаса һандарҙан байтаҡҡа юғары булды. Һәр ваҡыттағыса, республика райондарында йәшәгәндәр юғары әүҙемлек күрһәтте.

Был йәһәттән алдынғылыҡ - Салауат районында, һайлауға барғандар һаны - 96,5 процент. Ундағы халыҡтың 88 проценты башҡорттар һәм татарҙар булыуын иҫәптә тотоп, шуны әйтергә була: мосолмандар әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәткән.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин республика мосолмандарына рәхмәт әйтте.

"Беҙҙең төп принциптарыбыҙҙың береһе – яҡшы эштәргә булышлыҡ итеү. Шул иҫәптән илгә, йәмғиәткә файҙа килтерә алырлыҡ кандидаттарға ярҙам итеү менән. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ, һеҙ юғары гражданлыҡ әүҙемлеге өлгөһөн күрһәттегеҙ", – тине Айнур Бирғәлин.

Мөфтөй белдереүенсә, Башҡортостан мосолмандары ауыр пандемия осоронда ла, республиканың көньяғында янғындарҙы һүндергән саҡта ла әүҙем гражданлыҡ позицияһында тороуын дәлилләне.

Фото: Инстаграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: