Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 12:14

19 ғаилә фатирлы булды

Краснокама районы үҙәге Николо-Березовка ауылында бынан ике йыл элек яңы йорт һалына башлай. Уны район хакимиәте авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән ғаиләләргә тәғәйенләп төҙөткән. 

Әнисә менән Рәшит Биксурин­дар яңы торлаҡҡа ҡыуанып бөтә алмай. Асҡысты алыу ме­нән фатирҙарына инеп дивандарын һәм телевизорҙы ҡайҙа ҡуйырға икәнен хәл итеп тә ҡуйҙылар. Әнисә апай фатирҙың яҡты һәм йылы булыуына шатлана.

– Авария хәлендәге йорто­боҙҙа душ юҡ ине, йылы һыу ҙа булманы. Йылылыҡ менән ҡы­йынлыҡтар булмаһа ла, стеналар һыуыҡ ине. Олоғайған көнө­бөҙҙә был йорт беҙҙең өсөн ҙур бүләк һәм шатлыҡ, – ти ул.

Краснокама районы хаки­миәте башлығы Рөстәм Мусин билдәләүенсә, районда иҫке барактарҙа йәшәгән кешеләрҙе заманса йорттарға күсереү буйынса әүҙем эш алып барыла.

–  Районда тағы өс йорт авария хәлендә тип танылған, йәнә 95 кешене күсереү планлаштырыла. Краснокамала төҙөлөш тиҙлеге йылдан-йыл үҫә, шуға был эште яҡын арала тормошҡа ашырырбыҙ, – ти Рөстәм Мусин.

Подрядсы ойошма яңы йорт­тоң эргә-тирәһен дә тө­ҙөклән­дереп, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы яһап ҡуйған. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп тә яңы йорттан алыҫ түгел.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: