Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 09:42

Һаулыҡ һаҡлауҙы нисек яҡшыртырға?

Өфөләге Йәмәғәтселек яуаплылығы штабында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән алынған тәҡдимдәрҙе ҡарау буйынса эксперт советы ултырышы үткәрелде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева уның модераторҙары булып сығыш яһаны.

Тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикше­реүҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин,   Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник лаборатория диагностикаһы буйынса төп штаттан тыш белгесе Фәнил Билалов, республиканың Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды директоры Юлия Кофанова, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм социаль үҫеш буйынса федераль  күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Динара Ғашимова, республика дауаханаларының баш табиптары, район хакимиәттәре вәкилдәре   ҡатнашты.

Ултырыш барышында тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде һәм   Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу һәм камиллаштырыу буйынса Халыҡ программаһына байтаҡ тәҡдим индерелде. Төп иғтибар ауыл медицинаһына бирелде, улар нигеҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттарының, табип амбулаторияларының, участка һәм үҙәк район дауаханаларының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы. Бынан тыш штаб ағзалары һаулыҡ һаҡлау тармағын финанслау, медицина учреждениеларын үҙгәртеү, медицина ярҙамы алыуҙы еңеләйтеү, һаулыҡ һаҡлау буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу юлдарын да тикшерҙе.

Максим Забелин билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау системаһы фән һәм техниканың һуңғы ҡаҙаныштарына ярашлы билдәле үҙгәрештәр талап итә.

 – Республикала был өлкәлә ҡулайлаштырыу һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ябыу ҡаралмай, – тине ул. – Медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу, йүнәлешкә тап килмәгән медицина сығымдарын кәметеү күҙ уңында тотола. Ҡайһы бер медицина ойошмаларында, уларҙың алты һәм туғыҙ айлыҡ эше һөҙөмтәләренә ҡарап, бухгалтерия, сауҙа бүлектәрен үҙәкләштереү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, әммә был медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына йоғонто яһамай.

Фекер алышыу барышында эксперттар ҡайһы йүнәлештәрҙә норматив-хоҡуҡи акттарҙы үҙгәртеү кәрәклеге менән килеште. Улар араһында мотлаҡ медицина страховкаһы хаҡтарын үҙгәртеү, лаборатория хеҙмәтен һәм ашығыс ярҙамды үҙәкләштереү мәсьәләләре лә бар. 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН. 

Читайте нас: