

Быйылғы беренсе ярты йыллыҡта Рәсәйҙә шәхси бөлгөнлөк (банкротлыҡ процедураһы) ике тапҡырға артҡан. Башҡортостанда ошо осорҙа Арбитраж суд шәхси эшҡыуарҙарҙың банкротлыҡ тураһындағы 2066 ғаризаһын ҡараған. “ФедералПресс” агентлығы хәбәр итеүенсә, был үткән йылғы ошо арауыҡ менән сағыштырғанда 61,8 процентҡа күберәк.
Рәсәй төбәктәрендәге иҡтисади эшмәкәрлек субъекттарының юридик яҡтан әһәмиәтле мәғлүмәтте иғлан иткән төп электрон канал “Федресурс” белдереүенә ҡарағанда, Рәсәй буйынса был осорҙа 88 мең кеше рәсми рәүештә финанс банкроты тип танылған. Физик шәхестәрҙең бөлгөнлөгө буйынса беренсе урында Һамар өлкәһе килә – бында дүрт меңгә яҡын кеше банкрот тип иғлан ителгән, йәғни был өлкәлә ошо күрһәткес былтырғы беренсе ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда 98 процентҡа артҡан.
– Был йүнәлеш һуңғы йылдарҙа даими күҙәтелә – шәхси банкротлыҡ һаны йылдан-йыл арта, – ти Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Илья Торосов. – Судтан тыш үткәрелгән банкротлыҡтан айырмалы, был процедура оҙайлы ваҡыт талап итә. Был күрһәткескә алдағы йылдарҙа финанс хәле өмөтһөҙ тип танылған граждандар инә, ә пандемия арҡаһында йыйылып килгән бурыстар ошо күрһәткесте тағы ла арттыра төшөргә мөмкин.
Шәхси бөлгөнлөктәр һанының артыуы ҡайһы бер индивидуаль эшҡыуарҙарҙың “старт кимәленең түбәнлеге” менән аңлатыла, етмәһә, һуңғы йылдарҙа банкротлыҡ институты граждандарҙы түләп булмаҫлыҡ бурыстан ҡотҡарыу механизмы булараҡ торған һайын йышыраҡ талап ителә башланы, сөнки был процедураны нисек үтергә икәнен, уның өсөн ниндәй шарттар талап ителгәнен төшөнгән кешеләр ҙә арта бара.
Был процедура кешегә, килеме түләү өсөн етмәгән осраҡта, кредитор алдындағы бурысын көйләү мөмкинлеге бирә. Был эштең үҙ шарттары бар: бурыс йәки уның тейешле өлөшө өс айҙан ашыу ҡайтарылмаһа, кредиторға бурыс ярты миллион һумдан ашһа һәм башҡалар. Был осраҡта бурысты алғанда айлыҡ килемең етерлек булыуын, артабан көтөлмәгән хәл арҡаһында түләү һәләтеңдең юҡҡа сығыуын иҫбатларға ла кәрәк. Күп итеп бурысҡа алыу һәм уны ҡайтармау маҡсатында эш иткән кешеләргә ҡарата енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.