Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 09:18

Коронавирус йәнә хәүефкә һала

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Тәү сиратта ял көндәре үткән һайлауға яҡынса йомғаҡ яһалды. Радий Фәрит улы сараны ойоштороусыларға һәм һайлауға дәррәү килгән Башҡортостан халҡына рәхмәт әйтте.

Кисә Пермь ҡалаһында ҙур фажиғә булды – ир кеше Пермь дәүләт милли тикшеренеү университетына инеп, атыу ойошторҙо. Рәсәй Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, атҡан кеше вуздың студенты булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һигеҙ кешене үлтергән, бер нисәүһен йәрәхәтләгән.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советына һәм республиканың Мәға­риф һәм фән министрлығына тиҙ арала Пермдәге хәлде тикшерергә һәм республиканың белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.

– Яңыраҡ ҡына ошондай фажиғә Ҡазанда булғайны, бөгөн – Пермдә. Беҙ балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Сираттағы мөһим тема – коронавирус. Башҡортостанда уның менән сирләп киткән кешеләр һаны буйынса йәнә антирекорд теркәлде: бер тәүлектә 320 кеше сир йоҡторған. Дөйөм сирлеләр һаны 63200 кешегә еткән. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.

Әле 6047 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 671 кеше дауаханала, 48 кешенең хәле ауыр, улар интенсив терапия бүлексәһендә ята. 11 кешене үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар. Һуңғы тәүлектә 110 кеше шәбәйгән, бөтәһе 55032 кеше сирҙе еңгән. Республикала йоғошло ауырыуҙар өсөн 4795 урын әҙерләнгән, уларҙың 90 проценты биләнгән.

Максим Забелин белдереүенсә, республикала коронавирустан вакцинациялау дауам итә. Башҡортос­танға әле 1656508 доза вакцина килгән. Уның беренсе компонентын 1251730 кеше яһатҡан, икенсеһен – 1138538 кеше.

– Ял көндәрендә 15 мең кеше вакцина яһатҡан. 60 йәштән өлкәндәр өлөшө – 305 мең кеше. Прививканы республиканың 203 медицина ойош­ма­һында яһатырға була. Вакцинациялау темпы буйынса Башҡортостан илдә 15-се урында, – тине Максим Забелин.

Киҙеүҙән вакцинаға килгәндә, әле республикаға 1,183 мең прививка килтерелгән. 443 мең кеше уны эшләткән.

Башҡортостанда тораҡ йорттарға йылыны бөгөндән, 21 сентябрҙән, бирә башларға йыйыналар. Был турала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Уның белдереүенсә, әле дүртенсе көн рәттән һауа температураһы 8 градустан түбән күрһәткестә һаҡлана.

– Шуға күрә иртәгәнән, 21 сентябр­ҙән, йылытыу миҙгелен башларға тәҡдим итәм, – тине ул.

Көньяҡ райондарға килгәндә, унда йылытыу миҙгелен башлау ҡарарын муниципалитет башлыҡтары ағым­дағы һауа торошона ҡарап ҡабул итәсәк.

Шулай уҡ Алан Марзаев белдере­үенсә, мәктәп, дауахана һәм балалар баҡсаларының 99 процентына йылы бирелгән. Ни бары һигеҙ социаль объект – Белорет, Дыуан һәм Салауат райондарында берәр, Ишембай районында – ике һәм Өфөлә өс объект йылыһыҙ.

– Сәбәптәре төрлө: ҡайҙалыр ремонт эше тамамланмаған, ҡайҙалыр яңы етешһеҙлектәр асыҡланған. Был мәсьәлә муниципалитет башлыҡ­тарының контролендә, – тине министр.

Алан Марзаевты тыңлағандан һуң Радий Хәбиров яҡын арала барлыҡ социаль объекттарға ла йылы бирергә ҡушты. Шулай уҡ ул муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, йылытыу миҙгелен уйлап башларға кәңәш бирҙе.

– Аҡыллыраҡ булыр кәрәк, тағы бер тапҡыр подъездар буйынса яуап­лы кешеләр менән һөйләшегеҙ, халыҡтың фекерен белешегеҙ. Әгәр беҙ хәҙер үк йылы бирһәк, кешеләргә түләү бар сентябрь айы өсөн киләсәк һәм ғауға сығыуы ихтимал. Аҙна аҙағында йәнә йылытасаҡ, шуға күрә ике-өс көн түҙеп торорға, йылы кейенеп, тәҙрәне асмай торорға була. Быға иғтибар итегеҙ, – тине ул.

Кәңәшмәлә Өфөлә төҙөлгән Көнсығыш сығыу юлындағы эштәр барышы тикшерелде. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, 2021 йылда объектта төҙөлөш-монтаж эштәре 10 миллиард һумға баш­ҡарылған. Уның 5,9 миллиард һумы – федераль аҡса. 2022 йылда проектты финанслау өсөн 900 миллион һум аҡса һалынған, федераль бюджеттан – 846,6 миллион һум. Федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 4,6 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ.

Әле министрлыҡ Федераль юл агентлығына 1,5 миллиард һумға ғариза ебәргән, был аҡса төҙөлөш темптарын кәметмәү мөмкинлеге бирәсәк.

Көнсығыш сығыу юлын төҙөү проекты – иң ҙур һәм техник яҡтан ҡатмарлы проекттарҙың береһе. Ул Башҡортостан Хөкүмәте менән “Башҡортостан концессия компа­нияһы” йәмғиәте араһында төҙөлгән концессия килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Проект эсендә 1,2 километр оҙонлоғондағы автомобиль тоннеле, Ҡариҙел йылғаһы аша эстакадалы 2,7 километр оҙонлоҡ күпер һәм 10 километрлыҡ М5 федераль юлына сығыу юлы.

Әлеге ваҡытта автомобиль юлы тоннелендә тупраҡты алалар, йыл аҙағына тиклем Салауат Юлаев прос­пектынан алып Ҡариҙел йылғаһына тиклем төҙөлөш техникаһы үтә алырлыҡ юл әҙер буласаҡ.

Йылға аша күперҙә терәүҙәрҙе ҡуйыу буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре алып барыла.

Бынан тыш кәңәшмәлә туризм, балаларҙың йәйге ялы темалары ҡаралды.

 

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: