Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 22:00

Үлергәме, ҡалырғамы?..

"Мин саҡ иҫтән яҙманым – был хәбәрҙе алдан әйтә алмағанмы? Ул мине тынысландырырға кереште, йәнәһе..."

Үлергәме, ҡалырғамы?..
Үлергәме, ҡалырғамы?..

“Бик ҡатмарлы хәлгә тарыным, һөйләрлек кешем юҡ.

Ҡыҫҡаһы, интернетта бер ир менән таныштым. Яҙыша торғас, уның 14 йәшкә өлкән булыуы асыҡланды, әммә бик көймәнем, сөнки үҙемдең дә йәшем бара, матур ғаилә ҡороп, бала бағыу бәхетен татығым килә. Матур ғына мөнәсәбәттәр башланды, ир бүләктәрен йәлләмәне, наҙлы, яғымлы ине. Тик ни эшләптер күңелем тыныс түгел – уның эргәһендә һәр саҡ ниндәйҙер хәүеф янаған һымаҡ, ялған һәм әйтеп бөтөлмәгәнлек тойола ине. Был ауыр уйҙарҙан арынырға тырыштым һәм ғәйепте үҙемдән эҙләнем: бәлки, был ышанмаусанлыҡ бәләһелер? Күптән ир-ат менән яҡындан аралашҡаным юҡ, бәлки, шуғалыр?

Бер ваҡыт был ир асылып һөйләп ташланы: ҡасандыр бик ауыр аварияға эләккән, саҡ иҫән ҡалған, оҙаҡ дауаланған. Әле иһә йүнәлгән һәм сәләмәтлегенә зарланмай, әммә ауыр эшкә яраҡһыҙ.

Ул арала мөнәсәбәтебеҙ тығыҙыраҡ була барҙы. Ял көндәрен бергә үткәрҙек, магазиндарға, киноға, күңел асырға йөрөнөк, хатта бер-беребеҙҙең ата-әсәһе, дуҫтары менән танышырға өлгөрҙөк. Әлбиттә, арабыҙ ҙа ныҡ яҡынайҙы.

Бер нисә аҙна үткәс, бергәләп сит илгә ял итергә барырға булдыҡ. Билеттар һатып алдыҡ. Тик ни эшләптер шатлыҡ урынына был хәл миндә үтә ныҡ тынғыһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы – “бигерәк тиҙ, бигерәк тиҙ” тигән уй мейемде сүкеп тик торҙо. Олпат, тәжрибәле ир шул ғына арала ғашиҡ була аламы ни?

Ә бер нисә көндән һуң, ниһайәт, ул миңә серен асты: баҡһаң, С гепатиты менән ауырый икән. Үлемесле сирҙе ҡан ҡойғанда йоҡторғандар, йәнәһе. Мин саҡ иҫтән яҙманым – был хәбәрҙе алдан әйтә алмағанмы? Ул мине тынысландырырға кереште, йоғоу ихтималлығы бик түбән тип белдерҙе. Мәгәр бар бит!

Әлбиттә, мин мөнәсәбәттәрҙе туҡтатып торорға, уйланырға ҡарар иттем. Бик күп мәғлүмәт уҡыным. Күберәк белгән һайын ҡурҡынысыраҡ була башланы. Ә был ир мине эҙәрлекләүҙән туҡтаманы, яҙҙы, шылтыратты. Артыҡ ҡурҡаҡһың, тип битәрләне. Ә үҙе табиптарға барыуҙан ҡырҡа баш тарта.

Әлбиттә, күптән бергә булһаҡ, бындай хәлдә мин яҡын кешемде ташламаҫ инем, тип уйлайым. Әммә бер ай самаһы ғына танышбыҙ, шуға уның алдында үҙемде ғәйепле тоймайым.

Сит илгә юллама янды, ә мин сәләмәтлегем өсөн бик ҡурҡам, сөнки яҡынлыҡ ваҡытында бер тапҡыр ҙа һаҡланманыҡ. Ҡан ҡойғанда йоҡторҙом тигәненә лә шик менән ҡарайым: бәлки, ул наркомандыр?

Әйткәндәй, был ир бер ҡайҙа ла эшләмәй, инвалидлыҡ буйынса ярамай, тип инандырырға тырыша. Бер нисә фатирҙы ҡуртымға тапшыра, шул аҡсаға йәшәй.

Әлегә мин анализдар тапшырҙым һәм һөҙөмтәһе өсөн бик ныҡ борсолам. Табиптар С гепитатын енси юл менән йоҡтороу ихтималлығы түбән тиһә лә, кем белә донъя хәлен? “Тикшерел, бел! Был яуапһыҙлыҡ!” - тип өгөтлөп тә, әрләп тә, илап та ҡараным, файҙаһы булманы.

Бына шулай, уйламағанда алама хәлгә тарыным. Ә бит хыялым үтә ябай ине: минең дә бәхетле булғым, һау-сәләмәт балалар үҫтергем килә!

Хәҙер аптырап ултырам: ир-ат менән танышҡанда сәләмәтлеге тураһында белешмә һорарғамы ни хәҙер? Минең миҫалым башҡаларға һабаҡ булһын ине: үлемесле сирҙе бәхет юлында ла йоҡтороуығыҙ ихтимал...”

(Диана исемле йәш ҡатын һөйләгәндәрҙән).

Фото: ria.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: