Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 09:33

Яҡшы белгесте урын үҙе таба

Хәҙерге ҡатмарлы заман кадрҙарға ла заманса ҡараш талап итә.

yandex.ru
Фото:yandex.ru

Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, «Сириус» мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелеваның республикабыҙға күптән түгелге эш сәфәрендә беҙҙең төбәктә педагогтарға ҙур ҡытлыҡ булыуы, 1500 уҡытыусы етешмәүе тураһында белдергәйне.   “Шуға бәйле, уҡытыусыға йөкләмә арта, ул яҡынса 1,5 ставка тәшкил итә”, – тине министр. Бындай мохтажлыҡ мәғарифта ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә лә күҙәтелә. Ни өсөн ул барлыҡҡа килә, ниндәй белгестәргә һорау ҙур, был демографияның насарайыуына бәйлеме, әллә хеҙмәт баҙарының үҙ ҡанундары бармы?

  

Эш биреүсе менән хеҙмәттәшлек кәрәк

 

Министр һүҙҙәренсә, Башҡортос­тан урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса бишенсе урынды биләй. 96 колледж 136 белгеслек һәм 90-100 эшсе һөнәре буйынса әҙерлек башлай.

– Беҙ матди-техник базаны яңыртабыҙ. “Йәш профес­сионал”­дар проектына ярашлы заманса оҫтаханалар асыла. Быйыл улар­ҙың һаны 67-гә етергә тейеш, — тине Айбулат Хажин.

Елена Шмелева билдәләүенсә, хәҙер төп бурыс — белем алыу мөм­кинлеген киңәйтеү һәм уҡытыусыларға ҡытлыҡты кәметеү. Быны төп университеттар менән модулле программалар иҫәбенә эшләргә мөмкин.

– Интеграциялы уҡытыу — һөнәр алды программалары талап  ителә. Һүҙ эш биреүсенең һәм мәғариф учреждениеһының партнерлығы, индустриаль партнерҙарҙың ресурстары менән файҙаланыу тураһын­да бара. Белем биреү учреждение­ларының һәм предприятиеларҙың партнерлыҡ мөнәсәбәтен индерергә тәҡдим ителә. Бөгөн беҙ лицейҙарҙа һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында ошондай миҫал­дарҙы күрҙек, — тине Елена Шмелева.

 

Хеҙмәт баҙарында нисек юғалып ҡалмаҫҡа?

 

Бөгөн ошоноң кеүек һорауҙар – юғары уҡыу йортон тамамлау алдында торған һәр студентты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Күптән түгел Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филоло­гияһы факультетында уҙғарылған түңәрәк өҫтәлдең маҡсаты ла сығарылыш студенттарын хәҙерге хеҙмәт баҙары торошо, йәш белгес­тәргә заман ҡуйған талаптар менән таныштырыу ине.

Сара барышында факультет уҡытыусылары һәм студенттары ҡасандыр ошо юғары уҡыу йортон тамамлаған һәм бөгөн төрлө вазифала уңышлы эшләп йөрөгән – Бөрйән районының мәғариф  бүлеге етәксеһе Ришат Шәрипов, филология фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы София Кәримова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се гимназияһының уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңһылыу Фәметдинованың сығыш­тарын тыңланы. 

– Башҡорт филологияһы факультетын тамамлаусылар күпселек осраҡта юғалып ҡалмай, хеҙмәт баҙарында үҙ урынын таба, — тине сәләмләү һүҙендә уҡыу-уҡытыу эш­тәре буйынса директор урынбаҫары Рәйсә Илишева. – Бында факультет һәм кафедралар уҡытыусыларының да өлөшө ҙур.

Үҙ сығышында ул йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙең береһе булыуын да бил­дәләп үтте.

– Беҙ үҙебеҙ уҡып сыҡҡан уҡыу йорто менән ғорурланабыҙ. Унан күпме күренекле шәхестәр сыҡҡан. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында (ул саҡта шулай атала ине) алған төплө белем һәр ваҡыт эшемдә ярҙам итте һәм таяныс булды, – тип, уҡыу йорто һәм уҡытыусылары хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты Ришат Шәрипов. – Юғары уҡыу йортон тамамлап, һеҙ, йәштәр, иң тәүҙә бар яҡтан да әҙерлекле яҡшы белгес булырға тейешһегеҙ. Бөгөнгө көндә уҡытыусы үҙ абруйын үҙе күтәрергә тейеш. Заман шуны талап итә. Мәғарифтың киләсәге, уҡытыу сифаты йәш белгестәрҙең әүҙем­леге, уларҙың шәхси һәм профессиональ сифаттары, эшһөйәр­лек­тәре менән бәйле.

Ул шулай уҡ төп профилдән тыш өҫтәмә һөнәр алыу зарурлығын, ауыл мәктәптәренә айырыуса инглиз теле уҡытыусылары кәрәклеген дә белдерҙе.

София Кәримова йәш белгескә иң төп талаптар – төплө сифатлы белем һәм эске тәртип кәрәклеген билдәләне һәм студенттарға киләсәктә ҙур уңыштар теләне. Таңһылыу Сәғит ҡыҙы Фәметдинова иһә студенттарға яңы технологиялар буйынса ғәмәли кәңәштәрен бирҙе, үҙенең методик алымдары менән уртаҡлашты.

Студенттарҙың ҡунаҡтарға һорауҙары ла күп ине: берәүҙәрҙе йәш белгестәргә ниндәй льготалар, программалар ҡаралыуы ҡыҙыҡ­һын­дырҙы, икенселәр – бөгөнгө хеҙмәт баҙары, эшкә урынлашыу мәсьәләләре, өсөнсөләр  уңышҡа өлгәшеү серҙәре хаҡында белергә ынтылды. Улар музыкаль бүләк тә әҙерләгәйне: Нәғим Һөйөновтың ҡурайҙа һыҙҙырыуы, Роберт Мәүлетҡоловтың гитарала уйнап йырлауы осрашыу кисәһен тағы ла йәмләп ебәрҙе.

– Беҙ, ҡасандыр факультетты тамамлап, уңышлы эшләп йөрөгән шәхестәр менән сикһеҙ ғорур­ланабыҙ. Киләсәктә лә бәйлә­нештәрҙе өҙмәйек! – тине факуль­теттың деканы, профессор Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова кисәнең йомғаҡлау өлөшөндә. Әлбиттә, һәр уҡыу йортонда буласаҡ йәш белгес­тәрҙе шулай хеҙмәт баҙарында ҡыйыуыраҡ булырға, лайыҡлы вакансияларға урынлашырға дәртләндереп, кәңәштәр биреп торһалар һәйбәт булыр ине.

Эшһеҙ ҡалмаҫмын, тип әйтеп булмай

 

Быйыл 1 майға тиклем республикала 17 меңдән ашыу кеше “эшһеҙ” статусы алғайны, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыш­тырғанда 1,9 тапҡырға күберәк. Донъя иҡтисадының пандемия арҡаһында барлыҡҡа килгән ҙур көрсөгө, шулай итеп, беҙҙе лә урап үтмәй.

Быйыл 1 майға ҡарата эшһеҙлек структураһы түбәндәгесә булды:

l йәш буйынса: 16 – 24 йәштәрҙә – 9,5 процент (2020 йылдың шул уҡ осорона ҡарата – 6,2 процент); 25 – 29 йәштәрҙә – 12,2 процент (7,8 процент); пенсия алды йәштә­рендә – 9,7 процент (13,9 процент);

l енес буйынса: ирҙәр – 41,5 процент (41,5 процент); ҡатын-ҡыҙ­ҙар – 58,5 процент (58,5 процент);

l белем буйынса: юғары белемлеләр – 15 процент (28,1 процент); урта профессиональ – 32 процент (48,4 процент);  урта дөйөм – 29,8 процент (15,6 процент); төп урта белем – 22,6 процент (7,4 процент); төп урта белеме булмағандар – 0,6 процент (0,5 процент);

l йәшәү урыны буйынса: ҡала халҡы – 65,7 процент (60,3 процент); ауыл халҡы – 34,3 процент (39,7 процент);

l эшһеҙ ҡалыу сәбәптәре буйынса: үҙ теләге менән эштән киткәндәр – 53,7 процент (54,2 процент); ике яҡ килешеүе нигеҙендә киткәндәр – 5,3 процент (7 процент), ойошма ябылыу йәки ҡыҫҡартылыу сәбәпле киткәндәр – 3,1 процент (9,7 процент); дәүләт хеҙмәтенән киткәндәр – 0,3 процент (0,2 процент).

Эшһеҙҙәр араһында инвалид­тарҙың өлөшө былтырғы тәүге ярты йыллыҡта 6,2 процент тәшкил итте, быйыл шул уҡ осорҙа иһә был күрһәткес 2,5 процент булды.

 

Бына ҡайҙа эш күп икән...

 

Быйыл йәй башына ҡарата түбәндәге муниципаль берәмектәр­ҙә эшһеҙлек кимәле республика буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк булды: Сибайҙа ул эшкә яраҡлы халыҡтың 1,25 процентын тәшкил итте, Салауатта – 1,72 процент, Борай районында – 1,6 процент, Бәләбәй районында – 1,79, Миәкә районында – 1,8, Йылайыр районында – 1,98 һәм Дәүләкән районында 2,01 процент ине.

Эшһеҙ граждандарға хеҙмәт урыны табып бирешеүҙә Борай, Балтас, Благовещен, Саҡмағош, Бүздәк, Йәрмәкәй, Архангел һәм Иглин райондарында ҙур әүҙемлек күрһә­тәләр.

Башҡортостанда иректән мәхрүм ителеү урындарынан ҡайтҡандарҙы социаль тормошҡа ҡабат яраҡлаш­тырыу маҡсатында мәшғүллек үҙәктәре уларға эш табып биреү буйынса саралар комплексын да тормошҡа ашыра. Быйылғы беренсе ярты йыллыҡта, мәҫәлән,  ошо төргә ҡараған ике йөҙҙән ашыу граждан республика ҡалалары һәм райондарындағы мәшғүллек үҙәктәренә эш һорап мөрәжәғәт иткән, уларҙың яртыһы самаһын эшкә урынлаштырғандар. 

– Республиканың барлыҡ мәш­ғүл­лек үҙәктәре халыҡҡа эш табып биреүҙә планлы рәүештә саралар күрә, шул иҫәптән – иректән мәхрүм итеү урындарынан ҡайтҡан граж­дандарға ла, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. – Ваҡытлыса мәшғүллек менән ярҙам итеү, түләү­ле йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу, даими рәүештә мәғлүмәт биреү бындай граждандарҙы социаль тормошҡа тиҙерәк яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Эшһеҙ граждандарҙы нисек әүҙем рәүештә хеҙмәт урыны эҙләргә, резюме төҙөргә, эш биреүсе менән әңгәмә ҡорорға, үҙ-үҙең менән таныштырырға өйрәтәбеҙ.

 

Кемдәр кәрәк?

 

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Демография” милли проекты талап иткәнсә, йыл һайын алдағы өс йылға хеҙмәт баҙарында иң күп кәрәк буласаҡ һөнәрҙәр буйынса прогноз эшләй.  Уға ярашлы, 2021 – 2023 йылдарҙа республикала иң күп эш урындары ауыл хужалығы, урман һәм балыҡсылыҡ тармаҡтарында көтә.

– Беҙ яһаған прогноз иҫәпләү­ҙәренең артабан баҙар ихтыяжына тура килеү-килмәүе ҙур дәрәжәлә власть органдарының, урындағы үҙидараның мәғлүмәти хеҙмәт­тәшлегенә бәйле, – тине яңыраҡ ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Юрий Мельников. – Бөгөн республика биләмәһендә квалификациялы кадрҙарға һәм сифатлы мәғлүмәт алмашыныуға мохтаж булған 80 мең ойошма бар. Бының өсөн беҙҙең төбәктә махсус мәғлүмәт ресурсы булдырылды – унда эш биреүселәр үҙҙәренең ниндәй кадрҙарға мохтажлыҡ кисе­реүен яҙа, был иһә ахыр сиктә квалификациялы кадрҙарға мохтаж­лыҡты бөтөрөргә тейеш.

Ошо министрлыҡтың күҙаллау­ҙарына ярашлы, Башҡортостанда 2022 йылда квалификациялы кадрҙарға мохтажлыҡ 95 мең, ә 2023 йылда 95,8 мең кеше тәшкил итәсәк. Алдағы өс йылға кадрҙарға өҫтәмә дөйөм мохтажлыҡ түбәндәгесә буласаҡ:

l квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр буйынса – 12,9 кеше;

l урта звено белгестәре буйынса – 14,7 мең кеше;

l квалификациялы белгестәр (юғары белемле) буйынса – 66,7 мең кеше.

Ошо уҡ арауыҡта белгестәрҙең түбәндәге эреләтелгән төркөмдәре кадрҙарға мохтажлыҡ кисерәсәк:

1) ауыл хужалығы, урман һәм балыҡсылыҡ – дүрт мең кешегә, йәғни эшсе кадрҙарға ихтыяждың 31 процентына (аграр сектор механизаторы, тракторсы, комбайнер, ауыл хужалығы техникаһының етешһеҙлеген иҫкәртеүсе һәм ремонтлаусы белгес);

2) ер өҫтө техникаһы һәм технологияһы – ике мең кешегә, йәғни эшсе кадрҙарға ихтыяждың 15,5 процентына (автомеханик, тимер юл-юл машиналары машинисы, юл-төҙөлөш машиналары һәм тракторҙарҙы ремонтлаусы слесарь, техник-электромеханик, ҡала электротранспортын йөрөтөүсе);

3) машиналар эшләү –1,3 мең кешегә, йәғни эшсе кадрҙарға ихтыяждың 10,1 процентына (электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, станоксы (металл эшкәртеүсе);

4) төҙөлөш техникаһы һәм технологияһы (дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры, биҙәкләү эштәре мастеры).

Был прогнозды кадрҙарға мох­таж­лыҡты күҙаллауҙың авто­мат­лаштырылған системаһы ярҙа­мында яһайҙар, ундағы http://personnel.bashkortostan.ru порталында эш биреүселәрҙән һорау алышыу ҙа даими үткәрелә. Тимәк, ҡат­марлы булмаған һорашыу аша үтеп, эш биреүсе республиканың хеҙмәт баҙарына йоғонто яһай ала.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН. 

Читайте нас: