Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 14:00

Һөйгәненә 600 мең һум түләгән, ә ул...

Ир Ираҡҡа китеүе тураһында белдерә, тиҙҙән мотлаҡ күрешергә вәғәҙә итә.

Һөйгәненә 600 мең һум түләгән, ә ул...
Һөйгәненә 600 мең һум түләгән, ә ул...

Күмертауҙан бер ҡатын интернет селтәрендә Германияла йәшәгән хәрби табип Джеймс Бенджамин менән таныша. Сәғәттәр буйы һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар барышында ҡатын иргә ныҡлы ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡала.

Күп тә үтмәй ир, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан тыныслыҡ урынлаштырыусы булараҡ, Ираҡҡа китеүе тураһында белдерә, тиҙҙән мотлаҡ күрешергә вәғәҙә итә. Ҡатын иһә сабырһыҙланып тейешле ойошмаға хат яҙа, Джеймсты уның янына ебәреүҙәрен үтенә. Өҫтәүенә ошо ойошманың иҫәбенә 4950 евро күсерә. Оҙаҡ та тормай ирҙән дә, аҡсанан да елдәр иҫә. Ҡатын иһә полицияға ғариза яҙырға мәжбүр була.

 

Фото: Instagram селтәренән.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: