Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 12:11

Йырым менән булырмын күңелегеҙ түрендә

Ижады илһамландыра ла, уйландыра ла.

“Ҡояш нуры күргән көндән алып, 

Күтәрә ул юлсы табанын” тигән юлдар Зөһрә Үтәғолованың “Юл япрағы” тигән шиғырынан. Зөһрәнең был шиғри юлдарын үҙенә ҡарата ошолайтып үҙгәртергә булыр ине: 

Һүҙ ҡөҙрәтен танығандан алып, 

Рифма эҙләүенән туҡтамай! 

Ижадҡа юл

 

Эйе, Бөрйәндең гүзәл тәбиғәт ҡо­са­ғында, алтын көҙ мәлендә тыуған ҡыҙ илһамдан бер ваҡытта ла айы­рыл­ғаны юҡ. Тыуған йорттары ла Кесе Нөгөшкә яҡын ғына урынлашҡан. Уға Оҙон Ялан йылғаһы килеп ҡу­шы­ла. Ошо йылға ағыштарын тыңлап, итәк менән балыҡ һөҙөп, Суҡыташ та­уында ағайҙары менән бура һуғып, сыйырсыҡ моңонан әҫәрләнеп үҫкән ҡыҙ йор һүҙле, бай телле. Тирә-яҡтан Аҫҡар ауылын тауҙар уратып алған. Сыуаҡай тауында еләк йыйып, Ҡарағайтауҙа саңғы шыуып, Мәстү­рәлә энәғараҡ, сиңерткә, бөжәктәр тормошон күҙәтеп, матурлыҡты тоя белергә өйрәнгән ул Зөһрәбеҙ. 

Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы Үтәғолова 1961 йылда Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. Ҡулына аттестат алғас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Күңеле хискә мөлдөрәмә тулы булыуы, йыр-моңға ғашиҡлығы уға бик иртә ҡәләм тотторған: шиғырҙарҙы ул мәктәптә уҡыған сағынан уҡ яҙа башлай. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәйшә Ниәтша ҡыҙы уның иншаларын класта ҡысҡырып уҡып ишеттергән, һәр саҡ ҡыҙҙы дәртләндереп торған. Башлан­ғыс класта уҡытҡан Рәйсә Әмир ҡыҙы Ибраһимова телдәр Зөһрәгә: “Телең­дән һөйөнөп йәшә!” – тип әйтер бул­ған. Класташы Иршат Теләүем­бә­тов­тың апаһы Нәфиға Зиннәт ҡыҙы улар менән бергә саңғы, санала шыуып, тәбиғәт илаһилығын таныта килгән.

Уҡыусы сағынан уҡ уның ижады район, республика матбуғатында йыш баҫылып тора. Студент сағында “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгенә йөрөү ижадына талапсан ҡарарға өйрәтә, күңеленә илһам, дәрт өҫтәй. 1983 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзите янында ойошторолған ике йыллыҡ “Йәш журналистар” мәктәбе курсын үтеп, ауыл хәбәрсеһе итеп тәғәйенләнә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Исламбай ауылына килен булып төшә. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы уҡыусылар күңелендә ижадҡа юл яра. 

2000 йылда ғаиләһе менән Белорет ҡалаһына күсәләр. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында тел һәм әҙәбиәт дәрестәренән уҡытты, “Инеш” радиоканалын ойоштороп, “Тере шишмә” исемле гимназия гәзитен сығарыуға өлгәште. Һәләтле балаларҙы күреп алып, уларҙы үҫтереү өҫтөндә ныҡышмалы эшләне. Уҡыусылар ижадын туплаған “Ынйы­лар” исемле йыйынтыҡ сығарыуға өлгәште, гимназистарҙы төрлө конкурстарға йәлеп итеп, йөрәктәрендә ижад осҡоно ҡабыҙҙы. 

Ул – “Илһам шишмәләре” конкурсы лауреаты (2000), “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” грантына (2012), Белорет ҡала советы президиумы тарафынан булдырылған “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” (2016) премияһына лайыҡ булған. 

Зәйнәб Биишева исемендәге китап нәшриәтендә дүрт китабы донъя күрҙе: “Юл япрағы” (2001), “Һыу юлы” (2009), “Ҡунаҡ күрһәтәм” (2013), “Йәнле мунсаҡ” (2019). Уның һүҙҙәренә Гәүһәр Бирҙеғолова, Миңнур Ҡасимова, Азамат Усманов, Риф Сәлишев, Дамир Солтанов, Юнир Һағынбаев, Рафаэль Сәлихов, Радик Далхин, Резеда Мөхәмәтйәновалар көйҙәр яҙҙы. 

Зөһрә Үтәғолова – Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар, Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош иптәше Бөрйән егете Сәғит Үтәғолов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй: Нурия Иҡсанова – журналист, Венера Вәхитова – филолог. 

Тынғыһыҙ Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы әле Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимна­зияһында “Йәш хәбәрселәр” түңәрәге алып бара. 

 

Теләгенә ирешкән

 

Ябай, алсаҡ ханым менән күрше генә йәшәйем. 21 йыл эсендә ҡатна­шып, яҙған шиғырҙарыбыҙҙы бер-беребеҙгә уҡып, кәңәштәр биреп киләбеҙ. Йомош төшһә лә, ут күршемә йүгереп киләм. Союзға ла бер көндә алындыҡ. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы һис кенә лә бошоноп ултырмай. Әҙ генә ваҡыты булһа, тәбиғәткә сығып килер­гә форсат таба. Төрлө миҙгел күре­неш­тәренең гүзәллеген башҡалар менән дә уртаҡлашып, социаль сел­тәр­гә һала бара. Өлгөрбикә әхирә­темдең уҡытыусылыҡ менән ижад йөгөн бер юлы тарта алыуына һоҡлана киләм. 

Ҡәләмдәшемдең бер нисә шиғыры­на туҡталып киткем килә. “Юл япрағы” йы­йынтығына ингән “Ай Бөрйәнем, Бөр­йәнем” ҡобайырын бер кем дә тет­рә­неүһеҙ уҡый алмай. Үҙе баш­ҡарыуында ишетһәң, уғата тәьҫирле.

“Төрлө яҡлап тетелеп”, “әҙәмдәрең аҙғанын, көн дә соҡор ҡаҙғанын”, “ер йөрәген ярғанын”, “ҡанлы йәштәр тамғанын”, “һулыр гөлдәй шиңәһең” тип тыуған еренең яҙмышы өсөн әсенә автор, “Мәңге уңмаҫ матурлыҡ мираҫ ҡалды бабамдан”, – тип раҫлау һүҙҙәрен әйтә. 

Хозур булған үткәнең, 

Бөгөн килеп ни эшләнең? 

Онотто бит әҙәмең 

Сама тигән бизмәнде, 

Нәфсе көсө алдында 

Ергә саҡлы теҙләнде... 

Атайсалына шул рәүешле матурлыҡ йәмен ебәреүселәр барлығы хаҡында әйтә һәм автор беренсе заттан һөйләүгә күсә: 

Көбәктәрҙең ниндәйен 

Тоҫҡамайбыҙ ҡош-ҡортҡа? 

Харап итеп үҙебеҙ ҙә 

Зарланабыҙ ҡот юҡҡа. 

Ерҙә ятҡан байлыҡҡа 

Ҡуш ҡуллап үреләбеҙ. 

Эләкмәһен башҡаға – 

Төпкәрәк өңөләбеҙ. 

Ә үҙебеҙ һаман да 

Бик ярлы күренәбеҙ. 

 

Ауыл биләмәләре, урман хужалығы башлыҡтарына ла әр һүҙе яуҙырыла: 

Хужаларың ник күрмәй, 

Хәл белешә ник килмәй? 

Әллә ситтән таларға 

Һөсләп үк үҙе димләй? 

Асып кертә баҡсаға, 

Һатыламы аҡсаға? 

Мәрхәмәтле күренеп, 

Эштәр уҙғас, саң ҡаға?! 

Эйе, сәпкә атҡан уҡ тура тейә. Ошонан һуң, бәлки, улар бындай баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуймаҫ, йәшел ҡалҡандарыбыҙҙы аяуһыҙ йығырға рөхсәт итмәҫ, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙан туҡтап ҡалыр.

Эйе, сәсәниә әйткәнсә, “Бар нәмәне юҡ итеп, яуыз йән тороп ҡалыр. Хозурланыр урманы, кисеп сығыр һыуҙары, тыңлап туймаҫ ҡоштары эргәһендә тик булмаҫ. Яңғыҙ ҡалған ҡомһоҙ йән аҙаҡҡыһын уйлаһа, нәфсе­һенән тыйылыр”. Был ҡобайырҙы уҡыусылар иншаларына цитата итеп яҙа, сәхнәләрҙән башҡара. Тимәк, автор теләгенә ирешә алған. 

 

Ихласлығы менән алдыра

 

“Ҡурай моңо” ҡобайырында баш­ҡорт халҡының музыка ҡоралына дан йырлана. Таҡыя башлы ҡыу ҡурай бына нисек һынландырыла Зөһрәсә: “Йөрәгемә танһыҡ моң, күңелемә яҡын моң, бала саҡтан был ауаз һеңгән минең ҡаныма, бәләкәй генә буйынан моң түгелә, моң аға, шатлыҡ менән ҡайғыһын һыйҙырған халҡым, оранына алыҫтан елгән сапҡын, йыйындарҙа тәбрикләгән, батырҙарҙы хөрмәтләгән, яҡшылыҡҡа өгөтләгән, яҡты уйҙан төңөлтмәгән, әсә моңон кәмһетмәгән, дошман эсен күмһеткән, кемдең серен сисмәҫ, ҡарт-ҡороно йәп-йәш итә, моңһоҙҙарҙы юлдаш итмәй, әллә нисә быуат буйы бабам менән серләшкән, илем хәлен белешкән, шул серҙәрҙе беҙгә өләшеүсе, арбай күңелде, ҡыйыу иңләй киң илде, ҡайғылар тиреүсе...”.

Атаһы тартҡан ҡурайға ҡушылып, ҡунаҡтар алдында бейеүҙәр, “Ҡыр өйрәктәре” йырын башҡарыуҙар аша серле көпшәгә һөйөү уяна килгәндер ҙә! Бәләкәй балалары нескә ҡурайҙы ватып-емереп ҡуймаһын өсөн фотоһүрәт рамдары, тәҙрә, шифоньер баштарына өҫкә ҡуя торған булған. Ҡыҙыҡһыныусан балалар ололар өйҙә булмағанда, әлбиттә, һорғолт-һары көпшәне үҙҙәренсә тикшергән, һыҙғыртырға ла маташҡан. Әле лә Зөһрә ханым өйөндә ҡурай һаҡлай. Балалығын хәтеренә төшөргән ҡурайға хөрмәте ул! 

Ғөмүмән, Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы тәбиғәт йәнле. Уның “Тыуған йортта, әсә түшәгендә, йоҡолар ҙа була татлыраҡ” (“Тыуған йортта”), “Бишек элеп ҡайындарға, әсәй беҙҙе йыуатҡан” (“Гүзәл шишмәм – Ҡараным”), “Ел көйөнә бейеп кенә тәңкә ҡарҙар һибелә” , “Уҙған саҡта япраҡ туйы, беҙҙән китә ҡоштар тубы, япраҡтарҙың үҙ йырҙары – туҡтап ҡына бер тыңлағыҙ” (“Барыһы ла ҡәҙерле”), “Сәскәләрҙең йөрәк һүҙе күбәләккә яҡындыр” (“Һөйөү йыры”), “Сәскәләрҙең аңлағыҙсы телдәрен” (“Йылмайыуың йәлләмә”) һ.б. шиғри юлдары ифрат үҙенсәлекле.

Зөһрә өләсәйҙәргә бай була. Сәмиға, Яңылбикә, Гөлһиҙәп өләсә­лә­ре ҡыҙға төрлө риүәйәт, әкиәттәр һөй­ләгән, таҡмаҡ, мөнәжәт әйткән, яҡшы­лыҡ, илһам орлоҡтары сәскән. Уларҙың һабағын шиғри юлдарында ла осратабыҙ: “Кәрәгенә генә тотон, ҡыҙым, әрәм итмә һыуҙы тиктәҫкә, бөтмәй торған нәмә юҡ донъяла, белеү кәрәк һәр саҡ саманы”, “Үҙ хә­леңә ҡарап йөктәр тейә тартҡан саҡта тауға сананы, ағас ҡырҡһаң, урынына ултырт” (“Әсәйемдән отҡан һүҙҙә­ремде”), “Бишектәге бала төрлөләнер” (“Сабый көн”), “Тәҙрә сиртеп китһә турғайҙар, ҡунаҡ килеүҙәргә юрайҙар, яҡынлаһа өйгә һайыҫҡан, хәбәр булыр һеҙгә алыҫтан” (“Һөйөнсө”), “Шом ҡабынһа әсә йөрәгенә, тапшырыла сабый ҡанына, ике кешене рәнйетеүең бар, хаҡһыҙ һүҙҙәр әйтеп ҡағылһаң”, “Бөрөләр ҙә наҙһыҙ ярылмай” (“Рәнйетмә”)...

Зөһрә Үтәғолованың балаларға арналған шиғри йыйынтыҡтары тәнҡитселәр иғтибарын көтә. Ихлас­лығы, эскерһеҙлеге менән дә алдыра ул ут күршем! Ҡалын-ҡалын пап­каларҙа тупланған мәҡәләләрен күреп аптыраным. “Кешеләрҙең бәләкәй генә уңышын күрһәм дә, башҡаларға еткерергә тырышам. Кеше шатлығын уртаҡлашыуҙан, герой­ҙарымды бер йылмайтыуҙан үҙемсә кинәнес табам”, – ти ул, архив яҙмаларын һыйпап. 

Эйе, матди байлыҡҡа ҡарағанда, рухи байлыҡты өҫтөн күргән шағирә сабый күңелле. Насарлыҡтан да матурлыҡ эҙләй ул: “Әлдә автобусҡа өлгөрмәгәнмен, ошо танышымды ҡасан күрер инем, әлдә электричка төшкөһөн булманы, ҡасан Инйәр йылғаһы ағышын тыңлар инем, әлдә бәшмәк осраманы, ҡасан шул хәтлем матур ерҙәр барын белер инем...“.

Ел иҫеүҙәренән һөйөлөп, тамсы тамыуынан илһам алып, үҙеңсә генә күргән донъя йәмдәрен тойоп, әлегеләй дәртле баҫып йөрө, Зөһрәкәй! Юл япраҡлы ижад һуҡмағың шиғриәтеңде һөйөүселәрҙе үҙеңә шулай әйҙәп торһон! 

 

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.

 

Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: