Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2021, 18:00

Күреүселәр, бәлки, барҙыр

Ағиҙел ҡалаһынан 57 йәшлек ҡатынды эҙләйҙәр

Күреүселәр, бәлки, барҙыр
Күреүселәр, бәлки, барҙыр

Ағиҙел ҡалаһынан 57 йәшлек ҡатынды эҙләйҙәр
1964 йылғы Фәриҙә Ғилемхан ҡыҙы Ниғмәтуллинаның юғалыуы буйынса енәйәт эше асылған.
Тикшереү барышында ҡатындың 2021 йылдың 2 июлендә йәшәгән торлағынан сығып китеүе һәм шул ваҡыттан алып берәү менән дә бәйләнешкә инмәүе асыҡланған.


Уның билдәләре: буйы 150 см тирәһе, уртаса кәүҙәле, сәсе ерән, ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған, күҙҙәре һоро төҫтә.
Өҫтөнә ҡара футболка, ҡыҫҡа ҡара салбар, ҡара төҫтәге аяҡ кейеме кейгән.
Был ҡатынды күреүселәр, уның тураһында нимәлер белеүселәр булһа, 8(347)2516251 һандары буйынса ышаныс телефонына шылтырата алаһығыҙ.


Фото:социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: