Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2021, 19:00

Әлиәне аҡларҙармы?

Төркиәлә ял иткән саҡта сетерекле хәлгә ҡалған яҡташыбыҙҙың адвокаты Бекир Алим эш барышы тураһында һөйләне.

Әлиәне аҡларҙармы?
Әлиәне аҡларҙармы?

Төркиәлә ял иткән саҡта сетерекле хәлгә ҡалған Әлиәнең яҙмышын күҙәтеп барабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Анталия ҡалаһында ял иткән саҡта 27 йәшлек Октябрьский ҡалаһында йәшәгән ҡатынды ҡунаҡхана ресепшенынан 800 доллар аҡса ятҡан янсыҡты урлаған тип ғәйепләйҙәр. Имеш, уларҙа был ваҡытты төшөрөп алған видеояҙма бар.

Әлиә ире һәм ике балаһы менән ял итә. Был хәл ҡайтырға ике көн ҡалғас була. Уларҙы ҡунаҡхананан сығаралар. Әле ғаилә ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр, сөнки илдән сығармайҙар. Шулай уҡ уларҙың адвокат яллау өсөн дә аҡсаһы булмай сыға: Төркиәлә бындай хеҙмәттәр ныҡ ҡиммәт. Яҡташыбыҙға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙам итергә була һәм ул Төркиәләге Башҡортостандың конгресс-бюроһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин менән осраша. Шулай уҡ уға адвокат сығымдарын ҡаплайҙар.

Әле иһә адвокат Бекир Алим был эштең барышы тураһында “Башинформ” агентлығына һөйләгән.

"Диана исемле ҡатын Әлиәне ғәйепләй, сумкамды оноттом һәм аҡсам юғалды, ти. Ошо көндәрҙә беҙ видеоны ҡараныҡ, унда бер нәмә лә юҡ: өҫтәлдә бер ниндәй ҙә сумка ла, янсыҡ та, ҡәләм дә күренмәй. Ике видео бар, береһе ситтән төшөргән, икенсеһе арттан: береһендә лә янсыҡ күренмәй. Әлиә коляска менән килгән һәм өҫтәлдең ситенә торған. Уның коляскаға ынтылғаны күренә, ҡулында - битлек. Ҡулына бер нәмә лә алмаған. Уны ғәйепләгән бер дәлил дә юҡ, еңеүгә 99 процент ышанабыҙ.  шунда: шаһиттар юҡ. Ҡалған яҡтан еңергә тейешбеҙ", – тигән ул.

Суд бер нисә ай дауам итәсәк, тик барыбер Әлиә аҡланырға тейеш тигән фекерҙә адвокат.

"Әле беҙ уны Төркиәнән сығырға тыйған ҡарарҙы ғәмәлдән сығарырға тырышабыҙ. Был еңел түгел. Рәсәйҙә нисектер - белмәйем, беҙҙә система башҡараҡ. Әлиәгә бында бик ауыр, аҡса менән да ҡытлыҡ. Ғаилә ҡуртымға фатир алып йәшәй, аҙыҡ-түлек һатып алырға мәжбүр. Ярар әле Анталия - халыҡ-ара ҡала, бында русса ла, инглизсә лә һөйләшәләр, – тигән адвокат. – Әлиә бында ире һәм балалары менән. Әле янына әсәһе килгән. Бөтәһе лә уға ярҙам итергә тырыша, миңә лә Башҡортостандан, консуллыҡтан шылтыраталар. Барыһы ла уның ғәйепле булмауына ышана".

Фото: newsbash.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: