Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2021, 14:00

Мәләүез хәҙер бигерәк матурланды

Радий Хәбиров ҡалала нимәләр үҙгәргәнен әйтте. 

Мәләүез хәҙер бигерәк матурланды
Мәләүез хәҙер бигерәк матурланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ҡалаларын һәм ауылдарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Бөгөн дә ул социаль селтәрҙәрҙә ошоға бәйле пост ҡалдырған.

“Хәҙер Мәләүез ҡалаһы үҙәге ошондайға әйләнде. Уны федераль программаға ярашлы төҙөкләндерҙеләр, Мәләүез Башҡортостандан еңгән 22 проекттың береһе ине.

Проектты һайлаған саҡта Мәләүез халҡы әллә нимәләр ҙә һораманы. Беҙҙең район үҙәктәре ошондай булырға һәм был нормаға әйләнергә тейеш. Беҙ шуға ынтылабыҙ.

Хәҙер Мәләүездә яр буйында Ленин урамынан алып Шлычков урамына тиклем йәйәүлеләр маршруты эшләнеләр. Һыу янына барыр өсөн ағас пирстар ҡуйылды. Бында ял итергә һәм йылғаға ҡарап һоҡланып ултырырға була.

Төп майҙанда иң мөһим урындар булып амфитеатр һәм сәхнә майҙаны торасаҡ. Бында ҡаланың иң сағыу саралары үтәсәк.

Үҙенсәлекле һәм интерактив уйын ҡорамалдары менән яңы балалар майҙансығы булдырылды. Бәләкәстәр өсөн тау төҙөнөләр. Үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн скейт-боуллы үҙ зоналарын ойошторғандар.

Хәҙер майҙан аша тураға үҙенсәлекле мәҙәни объект булған “Сауҙагәр Баязитов йорто”на барып була. Ял зоналары менән уңайлы йәйәүлеләр юлдары эшләнде, хәҙер бөтә урында ла яҡты. Хәүефһеҙ булһын өсөн автопарковканы биләмә ситенә күсерҙек.

Ольга Сарапулова менән Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты, афариндар!” – тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: