Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2021, 09:00

Әсәй ҡурсауынан ҡотолоп булырмы?

"Бер туған ағайым да бар. Ул яҡшы кеше, һәйбәт ойошмала эшләй. Әммә ҡатыны менән айырылышты –  быныһы ла әсәйемдең тырышлығы, сөнки артыҡ ҡыҫыла ине. Еңгәм балаһын алып ҡайтып киткәс, һабаҡ алды тиһегеҙме? “Яҡшы булды!”,  – тип артынан ҡыуанып ҡалды.

Әсәй ҡурсауынан ҡотолоп булырмы?
Әсәй ҡурсауынан ҡотолоп булырмы?

“Миңә – 26 йәш, кейәүҙәмен. Бер йәшлек ҡыҙым бар. Барыһы ла яҡшы кеүек, әммә бер нәмә башымдан сыҡмай: минең бер ваҡытта ла әсәйем менән йылы, яҡын мөнәсәбәттәр булғаны юҡ. Ул мине үҙенсә ярата, әммә барыһы ла артыҡ ныҡ ҡурсалауға ҡайтып ҡала.

Әсәйемә бер ҡасан да серҙәремде һөйләгәнем, унан кәңәш һорағаным юҡ. Ул да шулай уҡ, сөнки мине һаман да бәләкәй бала тип ҡабул итә. Иҫемдә, бер ваҡыт, миңә 16 йәштәр самаһы булғанда,  әсәйемдең апаһы менән һөйләшкәнендә ҡыҫылып, фекеремде белдергәйнем, ул әрләп ташланы, ололар һөйләшкәндә ҡыҫылмаҫҡа ҡушты. Был хәлде бик ауыр ҡабул иттем. Әле лә ул беҙҙең фекергә ҡолаҡ һалмай, үҙенсә эшләй.

Ун йәш тирәһендә мин ҡаты сирләп киттем, дауаханаға эләктем. Йүнәлгәс, инвалидлыҡ төркөмө бирҙеләр, әммә тышҡы яҡтан  ҡәҙимге балаларҙан бер нимә менән дә айырылмай инем.

Инвалидтар көнөндә иһә район үҙәгендә һәр саҡ байрам ойоштора инеләр, унда мөмкинлектәре сикләнгән, тыумыштан ауыр сирҙәргә дусар булған төрлө йәштәге балалар йыйылыр ине. Дөрөҫөн әйткәндә, коляскала ултырған йәштәштәрем араһында үҙемде ҡыйын тоя инем (мин йүгереп йөрөйөм, ә улар – хәрәкәтһеҙ), шуға ла йыл һайын әсәйемдән был сараға бармауҙы үтенә торған булдым. Әммә әсәйем бер тапҡыр ҙа тыңламаны, мине гел ошо байрамға йөрөттө, етмәһә шиғыр һөйләргә ҡуша ине.

Класташтарым походҡа бара, кистәрен урамға сыға, аралаша, ә мине әсәйем һәр саҡ тыйҙы, бер ҡайҙа ла тиерлек йөрөтмәне. Ҡайһы саҡта әрләшеп, дәғүәләшеп кенә сығып керә алдым. Ул һәр ваҡыт миңә: “Һин сирләйһең! Ундай күңел асыуҙар һиңә ҡәтғи тыйылған! Сәләмәтлегеңә зыян килтерерһең!”,  – тип белдерҙе. Ә ысынында иһә инвалидлыҡты 12 йәштә үк алдылар һәм мин ҡәҙимге бала булып үҫтем. Дуҫтарым алдында иһә ул гел: “Һиңә ярамай, сирләйһең”,  – тип әйтер булды. Шул минуттарҙа бик кәмһенә инем.

Минең бер туған ағайым да бар. Ул яҡшы кеше, тәжрибәле белгес, һәйбәт ойошмала эшләй. Әммә ҡатыны менән айырылышты –  быныһы ла әсәйемдең тырышлығы, сөнки артыҡ ҡыҫыла ине. Еңгәм балаһын алып ҡайтып киткәс, һабаҡ алды тиһегеҙме? “Яҡшы булды!”,  – тип артынан ҡыуанып ҡалды. Ағайымдың кисерештәрен иһә уйлап та бирмәне.

Шөкөр,  мин әсәйемдән хәҙер алыҫта йәшәйем, ә ағайым –  уның менән бер райүҙәктә. Айырым йортта торһа ла, әсәйем, уның хәлен даими барып белеп тора, етмәһә, был хаҡта ағайыма әйтеп тә тормай – бара ла инә. “Ул бит үҙ аллы ир кеше, бала түгел! Улай ярамай!”,  – тиһәм, әсәйем ҡолағына ла элмәй, етмәһә, ағайға кәләш  эҙләй, үҙенә оҡшаған ҡыҙҙарҙы димләй.  

Мин әсәйем менән ҡайҙалыр бергәләп ял итергә барғанды иҫләмәйем. Әсәй отпускка сыҡһа, өйҙә һәр саҡ таҙартыу, тәртипкә килтереү, ремонт эштәре башлана торғайны. Ул көн һайын ниндәйҙер эш уйлап сығарырға ғына тора. Үҙенә лә, беҙгә лә ял юҡ. Мин быны эштән ҡурҡҡанға әйтмәйем, эш рәтен дә беләм, әммә бергәләп ял итеү өсөн бер-ике көн табырға булыр ине, тип уйлайым.

Бала саҡта еләк, бәшмәк йыйырға, һыу инергә тәбиғәткә сыҡһаҡ, был фәҡәт атайым йә башҡа туғандар менән була торғайны. Әсәйем йә өйҙә тороп ҡала, барһа ла, тиҙ генә ҡайтыуҙы уйлап йөрөй ине.

Дөйөм алғанда, әсәй насар кеше түгел ул. Эшсән, һөнәрен ярата, еренә еткереп башҡара, башҡалар уны хөрмәт итә. Ул үгәй әсә ҡулында үҫкән, ә кейәүгә сыҡҡас, гел ҡәйнәһе менән йәшәне, әле лә ҡартәсәйем менән бергә көн итә. Ҡартәсәй ҙә ауыр холоҡло. Әллә ошо сәбәптәр ҙә беҙҙең араны һыуытамы икән?

Һис шикһеҙ, мин әсәйемә рәхмәтлемен: атай менән беҙҙе үҫтерҙеләр, белем алырға ярҙам иттеләр. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Әммә йылы мөнәсәбәттәр булманы һәм булмаҫ та инде...”

(Ғәлиә һөйләгәндәрҙән)

Фото: blog.masterrazborov.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: