Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2021, 20:00

“Ул – халыҡтар дуҫлығы өлгөһө”

Социаль селтәрҙәрҙә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа ҡағылышлы төрлө мәғлүмәт таралыуға бәйле, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов фекере менән бүлеште.

“Ул – халыҡтар дуҫлығы өлгөһө”
“Ул – халыҡтар дуҫлығы өлгөһө”

Социаль селтәрҙәрҙә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа ҡағылышлы төрлө мәғлүмәт таралыуға бәйле Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов фекере менән бүлеште.

“Социаль селтәрҙәр сегментында экскурсоводтарҙы уҡытыу мәсьәләһенә һәм республика геройы Салауат Юлаевҡа ҡағылышлы интерпритацияларға бәйле тарих әүҙем телгә алына.

Республиканың Туризм буйынса комитеты етәксеһе Эльмира Туҡанова менән был хәлде тикшерәбеҙ. Исемдәре билдәле экскурсоводтар менән берлектә профилактик әңгәмә үткәрербеҙ, тигән ҡарарға килдек һәм, киләсәктә ундай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн, экскурсоводтар өсөн уҡытыу, лекторий үткәрәсәкбеҙ, был эшкә профессионал тарихсыларҙы – Рәсәй тарихи йәмғиәтен, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтен саҡырасаҡбыҙ.

Дөйөм алғанда, экскурсоводтарҙың компетентлылығы республика ғына түгел, ғөмүмән, тотош ил өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Тап ошоға бәйле күптән түгел уларға мотлаҡ дәүләт аттестацияһы үткәреү тураһында федераль закон ҡабул ителде, шуға ярашлы, 2022 йылдан республикабыҙ биләмәһендә аттестацияны Туризм буйынса дәүләт комитеты уҙғарасаҡ, төбәк тарихы буйынса экскурсия материалдары эшләнәсәк.  

Салауат Юлаевҡа килгәндә, шәхес булараҡ ул тарихта социаль ғәҙеллек өсөн көрәшсе сифатында эҙ ҡалдырған, һәм бөгөн уға яла яғырға маташыусыларға бер генә ҡағылышы ла юҡ. Тап ғәҙеллек юлында уның етәкселеге аҫтында башҡорт һәм рус крәҫтиәндәре, шулай уҡ Волга буйында, Уралда йәшәгән башҡа халыҡтар вәкилдәре берләшкән.

Һис шикһеҙ, Крәҫтиәндәр һуғышы (ихтилал, бунт тигәндән уның мәғәнәһе аҙ үҙгәрә) – низағ, әммә совет тарихнәмәһе күп йәһәттән конфликтлы сюжеттарҙы тигеҙләгән, ул ғына түгел, бәғзе тарихи шәхестәрҙе халыҡтар дуҫлығы, ил берҙәмлегенә хеҙмәт итеүселәр рәтенә ҡуйған. Тап ошо йәһәттән Салауат Юлаев образы – өлгө. Уны СССР тарҡалған осорҙан алып төрлө үҙгәрештәргә дусар итеп маташалар. Мәҫәлән, рустарҙы һәм башҡорттарҙы берләштереү миҫалын киреһенсә уларҙы айырырға тырышҡан ғәмәл итеп һүрәтләргә тырышалар. Әлбиттә, был интерпретациялар ҡабаттан баһаланырға тейеш: Салауат Юлаев образын маргиналлаштырыуға юл ҡуйырға ярамай.

Салауат Юлаевтың этноцентризмға ҡағылышы юҡ, ул иҫән сағында халыҡтар дуҫлығы өсөн көрәшкән, ә үлеменән һуң уның образы дөйөм гражданлыҡ үҙбилдәләнешен нығытҡан”, – тип билдәләне Азат Шамил улы.

Фото: https://vk.com/id140293852

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: