Йәмғиәт
23 Сентябрь 2021, 08:30

Радий Хәбиров чемпионатты асыу тантанаһында ҡатнашты

22 сентябрҙә Австрияның Грац ҡалаһында EuroSkills Graz 2021 һөнәри оҫталыҡ буйынса Европа чемпионаты башланды.

Радий Хәбиров чемпионатты асыу тантанаһында ҡатнаштыРадий Хәбиров чемпионатты асыу тантанаһында ҡатнашты
Радий Хәбиров чемпионатты асыу тантанаһында ҡатнашты

 22 сентябрҙә Австрияның Грац ҡалаһында EuroSkills Graz 2021 һөнәри оҫталыҡ буйынса Европа чемпионаты башланды. Ул 26 сентябргә тиклем дауам итә. Ярыштарҙы асыу тантанаһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының генераль директоры Роберт Ураҙов ҡатнашты.

Ярыштар Шварцль күле буйында 38 төп һәм 10 таныштырыу компетенцияһы буйынса уҙғарыла. Чемпионатта 31 илдән 400-гә яҡын кеше ҡатнаша.

Рәсәйҙең йыйылма командаһы һайлап алыу ярыштары, шулай уҡ “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса тупланды. Унда илдең 15 төбәгенән 57 конкурсант инде. Башҡортостандан Сибай күп профилле һөнәри колледжын тамамлаған Илнур Шәйхисламов ҡатнаша. Ул “Төҙөлөш эштәре” категорияһының “Ташты архитектур эшкәртеү” компетенцияһында сығыш яһай.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас