Йәмғиәт
23 Сентябрь 2021, 17:30

Ярыҡ кәмәлә ҡалып ҡуймағыҙ!

Журналист Зөлфиә Рәхмәтуллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бик сетерекле теманы күтәрҙе. Уның яҙмаһы күптәр өсөн фәһемле булыр тип уйлайбыҙ.

Ярыҡ кәмәлә ҡалып ҡуймағыҙ!Ярыҡ кәмәлә ҡалып ҡуймағыҙ!
Ярыҡ кәмәлә ҡалып ҡуймағыҙ!

Журналист Зөлфиә Рәхмәтуллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бик сетерекле теманы күтәрҙе. Уның яҙмаһы күптәр өсөн фәһемле булыр тип уйлайбыҙ.

"Бөгөн бик һөйләнсек таксист тап булды. Ғәҙәттә, артыҡ гәпләшергә яратмайым. Ҡулда телефон булғанда, юлға киткән ваҡытты ла эшләп үткәреп була. Юҡ бит әй. Мин артҡы креслола ултырһам да, үҙ хәбәре менән "күҙгә инеп бара".

Һөйләгәне – инвестициялар хаҡында. Йәнәһе лә, хәҙерге заманда башты эшләтергә һәм инвестиция проекттарында ҡатнашып, пассив килем алып торорға мөмкин.

– Үҙегеҙ күрме аҡса эшләнегеҙ? – тип һорайым тегенән.

– Әлегә юҡ, июль айында проекттың эше туҡтатылды, көтәбеҙ, – ти. – Әммә был ФИНИКО түгел, кешбек менән эшләйбеҙ. Донъя буйлап таралған проект, хәтәр шәп мөмкинлектәр. Миллион ярым аҡса индереүселәр көн һайын 300 доллар алып тора.

Алды алмай ҙа ни? Июлдә проект "туңдырылды" тигәнен шунда уҡ онотто, ахыры, әңгәмәсем.

Ни өсөн был хаҡта яҙырға булдым? Һуңғы арала берәүҙәр кредитҡа батып, икенселәр нимәлер һатып алам тип йыйған һәптеюҡ аҡсаһын, кемдер тинләп йыйған аҙ-маҙ килемен шундай проекттарға индерә. Төрлөсә төрләндерелһә лә, был проекттар – барыбер ПИРАМИДА!

Муйындан бурысҡа батмағыҙ, ғаиләгеҙҙе тарҡатыр, дуҫтар менән мөнәсәбәттәрҙе боҙор көнгә төшмәгеҙ!

Бөгөн мин шулай тип аҡыл һата алам, сөнки үҙем ПИРАМИДА тоҙағына 1999 йылда ҡапҡайным. Студент кеше өсөн күп аҡса һалдым мин ул саҡта! Аллаға шөкөр, ул саҡта ғаилә юҡ ине. Минең һүҙҙәргә ышанып, һүҙемде йыҡмай, шул аҡсаны биреп торған әсәйем, исмаһам, бер шелтә һүҙе әйтһә икән, рәхмәт уға! Мин аҡсаны алып барып бирҙем дә, шунда уҡ һыуға һалғанымды аңланым. Һинән сумманы алғансы һәр береһе эргәлә бейеп тора, алтын тауҙар вәғәҙә итеп ышандыра. Аҡсаны һалыу менән һин уларға ҡыҙыҡ түгелһең. Йә улар һүрәтенә инеп, башҡалар янында үҙең бейей башлайһың, йә намыҫыңды тапламай, аҡсаң менән хушлашып, элек барған юлыңды тыныс ҡына дауам итәһең. Мин икенсе юлды һайланым.

Ә һеҙ ошондай проекттарға ышанаһығыҙмы? Тап бөгөн ярыҡ кәмәлә ҡалыусылар таныштарығыҙ араһында күпме? Яҙығыҙ, башҡаларҙы ҡурсалап ҡалыр өсөн. Финанс йәһәттән грамоталы булыу бик мөһим, әммә уға беҙҙе таксистар өйрәтергә тейеш түгел", - тип яҙҙы Зөлфиә Рәхмәтуллина.

Фото З. Рәхмәтуллинаның сәхифәһенән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас