Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 10:00

“Ҡала һунарсылары”н нисек ҡоралһыҙландырырға?

Ҡазан һәм Пермдәге фажиғәләрҙән һуң тыуған уйҙар.

kafedrazhizni.rukafedrazhizni.ru
Фото:kafedrazhizni.ru

Беҙ торған һайын тормош гөрләгән, эш һәм шөғөл вәғәҙә иткән, күңел асыу сараларына яҡын булған, инфраструктура үҫешкән ерҙәргә – ҙур һәм бәләкәй ҡалаларға ынтылабыҙ.

Һәм шау-шыулы, ҡырҡ ата балаһы көн иткән йәмғиәт ҡосағына барып инәбеҙ. Ә унда, теләһәң-теләмәһәң дә, бер яҡтан, билдәле ҡағиҙәләргә буйһоноп, үҙ-ара һыйышып, күнеп йәшәргә мәжбүрһең, икенсенән, көнәркәшлек шарттарында үҙеңдең йөҙөңдө юғалтмайынса үҫешеү бурысын атҡарырға, заман үҙгәрештәренән артта ҡалмаҫҡа ынтылаһың. Әммә заман технологиялары хәҙер төпкөлдә лә һине барып таба. Һәр төрлө гаджеттар аша башҡа донъя барлығын да беләһең-күрәһең, мөмкинлектәр менән ҡыҙыҡһынаһың. Ә бит бөтә кешенең дә аң-белем, холоҡ мөмкинлектәре бер иш түгел, һәр кем дә дан да, мал да килтергән үҙенең тәғәйен урынын таба алмай. Айырыуса тормош юлының башында ғына торған, психикаһы нығынып та бөтмәгән йәш үҫмергә ауыр. Шул мәлдә ул һуңғы сараға тотонорға мөмкин.

 Һәм иң ҡурҡынысы – был һуңғы сара ҡорал булыуы бар. Әленән-әле тирә-яғыбыҙҙа ошоға бәйле енәйәт осраҡтарының артыуы шуға дәлил. Быйыл ғына шундай ике ҡанлы ваҡиға илде шаулатты. Береһе – май айында Ҡазан ҡалаһында, икенсеһе – яңы ғына Пермдә.

Енәйәтселәр һәм, бәлки, был хәлдәргә аңһыҙ рәүештә булышлыҡ иткән кешеләр хөкөм алдына баҫыр һәм язаһын алыр. Әммә башҡаса ҡурҡыныс фажиғәләр ҡабатланмаҫ тимә. Шуға ла халыҡ араһында “атыу ҡоралы тураһындағы ҡануниәтте ҡәтғиләндерергә” тигән фекерҙәр йышыраҡ яңғырай. Эйе, дөрөҫ, ҡорал һатып алыу, уны һаҡлау һәм йөрөтөү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелә. 2022 йылдың 29 июненән ҡорал һатып алыуға лицензия ҡайһы бер кешеләргә генә – хәрбиҙәргә, спортсыларға, урмансыларға, егерҙарға, инкассаторҙарға, һаҡ пред­приятиеһы хеҙмәткәрҙәренә – 18 йәштән. Ә ҡалғандарға 21 йәш тулғанын көтөргә тура киләсәк. Хөкөм ителгәндәргә лә был ғәмәлдәрен тормошҡа ашырыуы еңел булмаясаҡ. Тағы ла ҡоралды һаҡлау, контролдә тотоу буйынса ла ҡайһы бер төҙәтмәләр бар. Тик хатта бөтә ҡоралды конфискациялағанда ла, проблема хәл ителмәйәсәк.

Үкенескә ҡаршы, күп кешенең ғүмерен ҡыйып, шау-шыу тыуҙырырға, шул рәүешле дан яуларға уйлаған әҙәмде был саралар туҡтатмаясаҡ. Ул башҡа юлды эҙләйәсәк һәм табасаҡ. Юҡҡамы ни Пермь үлтереүсеһе, мылтыҡ һатып алыу уйы барып сыҡмаһа, автомобиль алып булһа ла, үҙенең ҡара уйын тормошҡа ашырасағын белдерә. Уҙған йылдарҙа сит илдәрҙә бындай осраҡтар ҙа теркәлде. Ә һәр төрлө башҡа сараларҙы һанап тороу ҙа урынһыҙ.

Ғәҙәттә, енәйәттәрҙе тикшергәндә закон боҙоусының портреты төҙөлә. Шаһиттарҙан уның холоҡ үҙенсәлектәре, ғәҙәттәре, ниндәй шарттарҙа тәрбиәләнеүе асыҡлана. Ҡыҫҡаһы, был әҙәмде енәйәткә этәргән сәбәптәр билдәләнә. Шуныһы ғәжәп, йыш ҡына улар ҡылыҡтары менән шик тыуҙырмаған, ярайһы уҡ йомоҡ итеп ҡылыҡһырлана. Ә бит йәмғиәттә йәшәп, унан азат булыу мөмкин түгел. Тимәк, был әҙәмдәр ҙә йәшерен булһа ла, үҙенең донъяһында йәшәй. Әлеге заманда ул – виртуаль донъя, интернет.

Хәҙер бит тотош ошо селтәр тәрбиәләгән быуын үҫеп етте. Тыштан улар ата-әсәһенә, ғаилә ағзаларына, эргә-тирәһенә мәшәҡәт тыуҙырмай – телефон-маҙарын ҡосаҡлап тик кенә ултыра, маҙаһыҙламай. Шулай булғас, проблема юҡ, тип һанайбыҙ. Ә шым, тыныс әҙәмдең күңелендә ниндәй уйҙар урғылғанын, уның нимә тураһында хыялланғанын, ниҙәр башҡарырға йыйынғанын кем белә?!

Бәләкәй баланы күҙ алдына килтерәйек. Бер аҙ үҙаллы булыу менән әсәһе уның ҡулына телефон тоттора. Иламаһын, ҡамасауламаһын... Шулай сабый яңғыҙлыҡҡа, өлкәндәрҙән иғтибар етмәүгә дусар ителә. Аҙаҡ ул үҙен кәрәкмәгән кеше итеп тоя башларға, ә был киләсәктә шәхес булып үҫешеүҙә бик ҡамасауларға мөмкин.

Эйе, тәүҙә сабый йәнһүрәт, әкиәт ҡарай. Аҙаҡ инде төрлө уйындар менән мауығырға тотона. Улар араһында ябай ғына зарарһыҙы ла, ҡан ҡойошҡа бәйлеләре лә бар. Бер аҙҙан бала телмәрендә, ҡылыҡтарында шуларҙы ҡабатлай, уларға оҡшарға тырыша башлай. Ярай ҙа, был геройҙар ыңғай йә зыянһыҙ, ти. Ә атыш, үлтереш уйындарының кире персонаждары булһа? Йыш ҡына шулай була ла, сөнки сағыу “ҡара көс” иғтибарҙы тиҙерәк йәлеп итә, үҙенә нығыраҡ тарта. Был ғәҙәттәр башлыса үҫә килә үтә, ләкин ҡайһы берәүҙәрҙе бәйлелек, психик тайпылыш кеүек зәғифлектәргә дусар итеүе ихтимал.

Элегерәк тә әҙәби ижад йә сәнғәт миҫалдарына эйәреү бар ине. Китаптар уҡып рухланғандар, театр тамашалары, фильмдар ҡарап дәртләнгәндәр. Батырлыҡтар һәм енәйәттәр ҙә ҡылғандар. Үҙебеҙ ҙә иҫләйбеҙ: бер мәл популярлыҡ яулаған сит ил сериалдары шауҡымында яңы тыуған балаларға, мал-тыуарға ят исемдәр ҡушылды.

Әммә был күренештәр менән хәҙерге хәлдәр ҡырҡа айырыла. Виртуаль донъя менән ысынбарлыҡ буталды, ҡайҙа береһе, ҡайҙа икенсеһе икәнен айырыуы ла ауыр була башланы. Миҫал өсөн, кинотеатрға барып, 3D-күҙлек кейеп, стереоскопик кино ҡарағыҙ йә сауҙа-күңел асыу үҙәгендә уйын уйнағыҙ...

Юҡҡамы ни байтағыбыҙ тәүлектең күп өлөшөн виртуаль донъя гиҙеп үткәрә, көндәлек ғәҙәти эштәргә ваҡытыбыҙ аҙ ҡала. Унда ысынбарлыҡтан айырмалы, минут һайын үҙгәреп торған сағыу тормош. Өлкән кеше үҙен ҡулда тота алһа, психикаһы нығынып етмәгән балаға, үҫмергә яҡшыны ямандан, ярағанды ярамағандан айырыуы ауыр, яманға эйәреп китеүе лә бер ни түгел. Шунда бер киңлектә йәш кешенең үҙ “Аллаһы” ла барлыҡҡа килеүе бик мөмкин. Ә әле эштә, көнкүрештә һанлаштырыу көсәйгән мәлдә өлкәндәргә быны күҙәтеүе лә ҡыйынға төшә.

Гаджеттарҙа “ата-әсә контроле” тигән функция бар. Тормошта ла ул булырға тейеш. Тик күптәр, ғаилә лә, элек байтаҡ ҡына тәрбиә эшен алып барған мәктәп тә, был эште ана шул электрон техника иңенә ауҙарып ҡуйҙы. Техника үҙ бурысын робот рәүешендә генә үтәй, ә кешегә йәненә үтеп инеп һөйләшеү-аралашыу, ысын хис-тойғо, күңел йылылығы кәрәк. Күрәһең, теге Ҡазан һәм Пермь егеттәренең тормошонда шул нәмәләр етешмәгән. Ғаилә ҡурсыуынан ысҡынғас, тормоштоң аяуһыҙ күренештәре менән осрашыу иһә уларҙы ҡанһыҙ енәйәтсегә әйләндергәндер ҙә. Былай тип раҫламайым, һуңғы һүҙҙе белгестәр әйтер, ҡарарҙы суд сығарыр. Шулай ҙа бындай хәлдәрҙең йыш осрай башлауы проблеманың ни тиклем ҙур булыуын дәлилләп, төрлө өлкәләге белгестәрҙән эҙмә-эҙлекле берлектәге эште талап итеүен инҡар итеү урынһыҙ.

Фәнни-техник үҫеште артҡа сигендереп булмаҫ та. Етмәһә, ул – кешелекте алға этәргән көс тә. Күреп торабыҙ, һанлаштырыу тормошобоҙҙа көндән-көн нығыраҡ урын биләй бара. Тик ул ысынбарлыҡты алмаштырып, беҙҙең тормоштан ҡыҫырыҡлап сығармаһын ине. Ни тиһәң дә, кеше – тәбиғәт балаһы, ә йәнһеҙ робот түгел.

 

-  Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.

Читайте нас