Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 15:22

Һарайҙа булған хәл

(Һарайҙа ғынамы икән?..)

mindomo.commindomo.com
Фото:mindomo.com

Берҙән-бер көн шулай һарайҙағылар араһында ҡаты бәхәс ҡупҡан. Улар үҙ-ара “Кем һарайҙа иң кәрәкле хайуан, кем уларҙың хужаһы – кешене ашата?” тип асыҡларға керешеп киткән, ти. Был алдынғылыҡҡа дәғүәләшеүҙә мөһимлекте иҫбатлау өсөн бәхәс көсәйгәндән-көсәйгән.

Бер мөйөштән ҡыйыуһыҙ ғына тауыш менән һыйырҙың: “М-у-у-ун. М-и-ин генә иң кәрәк, файҙалы хайуан бында. Мин быҙау тыуҙырам. Ул үҫкәс, һуғым була. Мин һөт һауҙырам, унан ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ, эремсек, ҡорот эшләп ашай хужаларыбыҙ”, тип мөңрәүенә, икенсе мөйөштән ат әсе итеп кешнәп ебәргән:

– И-һо-һо-һо, шулай булмаһа ярар ине! Артыҡ мөңрәмәй ты-ыр-р-р! Бында иң кәрәкле хайуан – мин. Бөтә эшен кеше минең менән башҡара: утынын да ташый, бесән, һалам, емде лә минең менән алып килеп ашата һеҙ – эшлекһеҙ-булдыҡ­һыҙҙарҙы, и-һи-һо!

Уғаса һарыҡтар кемуҙарҙан бәхәс­ләшергә керешкән:

– Бә-ә-ә, бә-ә-ә, бә-ә-әй! Беҙ йөн бир­мәһәк, кеше яланғас ҡалып, ҡышҡы һал­ҡындарҙа әллә ҡасан туңып үлеп бөтөр ине, бә-ә-рә-бә-әр! Беҙ кешенең өҫтө бө­төн, тамағы туҡ булһын, ул Аллаһ Тәғә­лә­һенең алдында ғүмерендә ҡылған гонаһтарын йыуһын өсөн хатта үҙебеҙҙе ҡорбан итәбеҙ. Шулай булғас, беҙ иң кә­рәк­ле хайуан кеше өсөн, бә-ә-әр, бә-ә-әр!

Кәзәләр ҙә был иң кәрәктәрҙән ситтә тороп ҡалмаҫ өсөн:

– Мө-гөҙ ҙә-ә кә-рә-ә-ә-әк, кем-гә кә-рәк, мә-ә-ә! – тип  йыбаныс ҡына тауыш бирәләр икән иң төптәге мөйөштән.

Был мөһимлекте танытыуҙағы һатыу­лашыуҙан ятып ҡалмайыҡ тип, хатта ҡаҙ­ҙар менән тауыҡтар ҙа ҡаҡайышып ҡаң­ҡыл­­дашырға, кеткелдәшергә тотонған, ти.

– Ҡа-ҡа-ҡанатһыҙ ҡала кешеләр беҙһеҙ! Ҡыт-ҡыт-ҡытлыҡ янай кешеләргә күкәйһеҙ!

Һарайҙағы хайуандар алдынлыҡта мөһим­лектә дәғүәләшкән арала, уларға бесән төшөрәм тип, һарай башына менгән хужа, әүеҫлек башында сосайып торған һайғау осона яҙа баҫҡан да, ҡолап төшөп, аяғын һындырған. Аяғын гипс­ҡа урап, тереләй йығып һалған да ҡуйғандар.

Хужабикә ҡышҡа әҙерләнгән бесән, һа­лам, ем менән ҡош-ҡортон йәшел үлән­гә баҫтырған. Яҙ еткән. Һарайҙа интеккән мал-тыуар йәй буйы сәхрәлә иркен йөрөп көрәйгән. Бәхәстәр онотолған. Йәй үткән. Барыһы ла ғәмһеҙлектә көн иткән. Көҙ еткән. Ҡош-ҡорт һарайға ингән. Һарайҙа бесән дә, һалам да, ем дә юҡ. Шул саҡта бөтәһенә лә бер ниндәй дәғүә, бәхәсһеҙ, кем бында кемде ашатҡаны, кемдең бында иң кәрәк, иң мөһим икәне үҙенән-үҙе асыҡланған да ҡуйған. Вә-ә-әт!

Донъяларҙа ахмаҡлыҡ күп икән, баҡһаң;

Көндән бер көн кәкүк яңы ысул тапҡан,

Иң аҡыллы себеш үҙем сығарам, тип,

Йомортҡаһын елкәһенә һалып ятҡан.

***

Бер көн тауыҡ йөрөгән, ти, салт төкөрөп,

Туҙҙан эшләп кәпәс кейеп, шарт кикереп.

Ҡайҙан ғына белһен инде, сөрәкә баш,

Әтәс итә кәпәс түгел, ә кикерек.

- Урал МОСТАФИН.

Читайте нас