Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 10:44

“Атайсал” проекты киң танылыу ала

Эшҡыуар кесе ватанына ҙур ярҙам күрһәтә.

Рәүис Баһауетдинов (һулда), Юғары Ҡарыш урта мәктәбе директоры Рита Кәшфуллина һәм Балтас районыы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев урта мәктәп ашханаһының тәҙрәләре яңыға алмаштырылған көндә.Рәүис Баһауетдинов (һулда), Юғары Ҡарыш урта мәктәбе директоры Рита Кәшфуллина һәм Балтас районыы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев урта мәктәп ашханаһының тәҙрәләре яңыға алмаштырылған көндә.
Рәүис Баһауетдинов (һулда), Юғары Ҡарыш урта мәктәбе директоры Рита Кәшфуллина һәм Балтас районыы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев урта мәктәп ашханаһының тәҙрәләре яңыға алмаштырылған көндә.

Барыбыҙ ҙа тыуған, йәшәгән төбәкте матур, төҙөк, ҡараулы итеп күрергә теләйбеҙ. Әйләнә-тирәбеҙҙәге матурлыҡ, тәртип һәм уңайлылыҡ билдәле сығым, көс талап итә. Был уңайҙан һуңғы йылдарҙа ҙур проекттар тормошҡа ашырыла.

Көндәлек тормош мәшәҡәттәренән һуң матур ял, психологик бушаныу һәм эмоциялар менән тулыланыу өсөн төҙөкләндерелгән парк, баҡса булһа, ауыл ерендә йәшәүсе­ләрҙең дә кәйефе күтәрелер ине, әлбиттә.

Балтас районының Еләҙекүл ауылы халҡы был яҡлап башҡаларҙан алда бара. Ауылдан сыҡҡан абруйлы шәхес Рәүис Баһауетдинов тыуған ауылы уртаһында матур сквер булдырҙы, уны рәшәткәләп алыуҙы ойошторҙо.

Рәүис Хәтмулла улы 1991 йылдан эш­ҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Йөк ташыу буйынса предприятие ойошторған. Баш­ҡортостан Республикаһының “Холдинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә етәкселек итә. Йәмғиәт Рәсәй төбәктәре буйлап йөк ташыу хеҙмәте күрһәтә. Улы Марсель Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортон тамам­лаған. Ул – “Холдинг” йәмғиәтенең бер бүлексәһенә ҡараған “Фреш Фрост Транс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

Баһауетдиновтар – Еләҙекүл ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтә­легенә ҡуйылған обелисктың бағыусылары. Рәүис Баһауетдиновтың күңелендә ауыл­даштарының иҫтәлеген мәңгеләштереү уйы күптән тыуа. 2018 йылда ул үҙ аҡсаһына ауыл үҙәгендә дүрт метрлы обелиск һәм вертикаль мәрмәр плитәләр урынлаштыра. Унда фронтҡа киткән барлыҡ 113 ауыл­дашының исем-фамилияһы уйылған. Бер плитәлә – Еңеү яулап ҡайтҡан 55 кешенең, береһендә яу ҡырында ҡалған 58 ауыл­дашының исемдәре яҙылған. Мемориалдың биләмәһе декоратив тимер ҡойма менән уратып алынған.

Уҙған йыл мемориал янында 113 ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртылды. Һәр ағас айырым һалдатты кәүҙәләндерә. Быйыл йәй йәшел үҫентеләр урыны тимер ҡойма менән әйләндереп алынды. Өс йыл эсендә Рәүис Баһауетдинов тыуған ауылында мемориаль комплекс булдырҙы.

Рәүис Хәтмулла улы Юғары Ҡарыш урта мәктәбен тамамлаған. Обелискты асыу тантанаһында мәктәп директоры Рита Кәшфуллина менән әңгәмәлә үҙе белем алған мәктәпкә хәйриә ярҙамы күрһәтеү теләген белдерә.

– Көҙ һөйләштек беҙ. Урта мәктәп бина­һының ашхана өлөшөндәге тәҙрәләрҙе замансаға алмаштырырға теләк белдерҙе. “Ҡыш айҙарында булмаҫ. Мин сифат өсөн эшләйем. Яҙ еткәс, ҡарарбыҙ”, – тине. Яҙ иһә Рәүис Хәтмулла улы үҙе башлап шылтыратты һәм, Өфө ҡалаһындағы “АРКА” компанияһы ир-егеттәре килеп, ике көн эсендә барлыҡ кәрәк-яраҡ менән алты тәҙрәне яңыға алмаштырып бирҙе, – ти Рита Мәүли ҡыҙы. – 170 мең һумлыҡ эш башҡарылды. Рәүис Баһауетдинов тыуған мәктәбенә шундай ҙур бүләк яһаны. Был изгелеккә беҙ, уҡытыусылар ҙа, һигеҙ ауылдан, социаль приюттан йөрөп белем алған йөҙ егерме биш бала, ата-әсәләр, ауылдаштар – һәммәһе ихлас шатлана. Ҡылған изгелектәре үҙенә һәм ғаиләһенә лә изгелектәр булып ҡайтһын!

Үҙе Өфө ҡалаһында йәшәһә лә, тыуған ауы­лы менән бәйләнеште өҙмәй Рәүис Хәтмулла улы. Ауылына йыш ҡайта. 9 Май – Бөйөк Еңеү көнө еткән һайын обелиск янына килеп, сәскә һала. Ауылдаштары ла, был изге урынды ҡарап, тәрбиәләп, йәйге айҙарҙа тирә-яғындағы үләндәрҙе сабып тора.

Быйыл тыуған Башҡортостаныбыҙҙа ҡала һәм ауылдарыбыҙҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең йәнтөйәктәренә, кесе ватандарына ярҙамын хуплау системаһы булдырылды. Был проект “Атайсал” тип атала. Ә Рәүис Баһауетдинов быны көтмәй, үҙ теләге менән күптән изге эшкә башланғыс бирҙе.

Башҡортостанда меценатлыҡты һәм хәйриәлекте хуплауға йүнәлтелгән “Атайсал” проекты үҙ яҡташтарына ярҙам итеүгә битараф булмаған һәр кешегә ҡатнашыу өсөн шарттар тыуҙырасаҡ һәм райондар биләмәһен үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.

 

- Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

 

Балтас районы.

Читайте нас