

Кемдең эше? Талантлы яҡташыбыҙ Илнур Ильясовтың хеҙмәт өлгөләре, рәхмәт яуғыры!
Шифалы Аллағыуат шишмәһе янында ултырасаҡ был ҡыҙ һынын эшләгәндә нимәләр хаҡында уйланды икән автор? Замандаштарым да, бер минутҡа тын ҡалып, шишмә тауышын ишетһен, уйланһын, һыу кеүек аҡҡан тормоштоң ҡәҙерен белһен, тигәндер, моғайын.
Маҡарҙа Илнур Ильясовтың тағы бер ижади эше урынлашҡан – ҡаһарман снайпер Әхәт Әхмәтйәновтың һыны мәҙәниәт йорто алдына ҡуйылған. Көҙәндәр ҙә уға рәхмәт әйтә – тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә районда беренсе һәйкәлде тап ул ҡойҙо.
Таланттар бына шулай халыҡҡа хеҙмәт итә. Шау-шыу тыуҙырмайынса, ҙур ихласлыҡ менән башҡара эшен. Бөгөн дә рәссам Рафаэль ағай Ҡадиров менән ошо композицияны шым ғына ҡорғандар ҙа ҡайтып киткәндәр. Киң мәғлүмәт сараларын да борсоп тормағандар. Ә халыҡ барыбер күрә һәм баһалай. Халыҡ рәхмәте ижад юлында шулай ихлас оҙата барһын!
- Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА.