

Тормош ҡорорға йыйынған йәштәргә Никах һарайына аяҡ баҫҡансы әллә күпме мәшәҡәтте башҡарырға, мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Шатлыҡлы ваҡиға алдынан парҙарға йәрәшеү билдәһе булған никах балдаҡтары һайлап алырға тура килә. Тик был эш тә еңел түгел...
Тәүҙә ниндәй металдан эшләнгән балдаҡ алырға теләйһегеҙ – асыҡлағыҙ: һары, ҡыҙыл йәки аҡ алтындан яһалғанын теләйһегеҙме, көмөш, платина йәки башҡа иретмәнән булғанынмы? Ниндәй киңлектәгеһе кәрәк? Әгәр ҡашлы балдаҡ йәки гравировкалыһын, һырлап эшләнгән һүрәтлеһен һайларға теләһәгеҙ, уны даими кейәсәгегеҙҙе онотмағыҙ! Затлы матур балдаҡтарҙың тиҙ бысраныуы уларҙы йәмһеҙләй.
Ювелир магазинына кис барыу яйлыраҡ, сөнки көн аҙағында ҡулдар көсөргәнештән һәм шыйыҡлыҡ эсеүҙән бер аҙ шешенә, шуға күрә был мәлдә үлсәмен дөрөҫөрәк билдәләрһегеҙ. Балдаҡ бармаҡтарҙы ҡыҫырға ла, шулай уҡ бушаҡ та булырға тейеш түгел. Бармаҡтар миҙгелгә ҡарап та ҡалынлығын үҙгәртә. Һалҡында улар нәҙегәйә, спорт менән шөғөлләнгәндән һәм мунса ингәндән һуң – ҡалыная. Балдаҡтың пробаһына иғтибар итегеҙ. Ул ни тиклем юғарыраҡ, әйберҙең хаҡы ла шунса ҡиммәтерәк. 585 пробалы балдаҡ иң нығы, төҫөн юғалтмай. 750 пробалы балдаҡтар ялтырауығыраҡ булһа ла, формаһы тиҙ үҙгәрә. Ҡиммәтле биҙәүестең күңелегеҙгә ятҡанын, оҡшағанын һайлағыҙ, бәхетле булығыҙ!
- Динә АРЫҪЛАНОВА