Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 12:00

Байҙар ҙа ҡыҙығыр байлыҡ

“Гәзит килеү менән иң башта кроссворд, сканвордтарҙы сисеп сығам. Шунан һуң ғына ҡалған биттәрҙәге материалдарҙы уҡырға тотонам”. Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылынан ғүмер буйы башланғыс класс балаларына белем биргән, хәҙер хаҡлы ялдағы 70 йәштән үткән ветеран Рәйфә Мотаһир ҡыҙы Фазлыеваның ошо һүҙҙәре баш эшләтмәктәрҙең ябай халыҡ араһында ни тиклем популяр булыуы хаҡында һөйләй.

Бик күп матбуғат баҫмаларында иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитовтың төрлө мөһим темаларҙы яҡтыртҡан мәҡәләләре менән бергә кроссворд, сканвордтары ла даими баҫылып тора. Шуның менән бергә уҡыусыларҙа, Рәйфә апай әйтмешләй, баҫмаға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Мин үҙем дә буш ваҡыттарымда, башҡа етди эштәргә тотонорға кәйеф булмағанда һәр төрлө сканворд, кейворд, ключворд кеүек башэшләткестәр журналын ҡулыма алырға яратам. Аңға, зиһенгә, мейегә гимнастика ла ул үҙенә күрә. Таныш булмаған йәки аңламаған ят һүҙҙәр осрағанда һорау ҡуйып китәһең дә аҙаҡ мәғәнәһен һүҙлектәрҙән тикшереп асыҡлайһың. Һүҙ запасың да байый, белемең дә арта.

Республикабыҙҙа башҡорт телен үҫтереү өсөн ҡарарҙар ҡабул ителә, эштәр башҡарыла. Илдар Миҙхәт улы иһә үҙе төҙөгән сканворд, кроссвордтары менән туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә бик ҙур эш башҡара. Башватҡыстарҙы төрлө темалар буйынса төҙөү өсөн энциклопедик белемгә эйә булыу ҙа шарт.

Илдар Ғәбитов менән тиҫтә­ләрсә йыл самаһы элек кроссвордтар китабы сығарғандан бирле яҡындан танышмын. Шул йоҡа ғына китап өсөн һөйөнөүҙәрем! Ниһайәт, үҙебеҙҙең башҡорт телендә лә башэшләткестәр сыға башланы бит, тип ҡыуанысымды матбуғат аша ла белдергәйнем. Ул ваҡыттан бирле Илдар кроссворд, сканворд төҙөү оҫтаһына әйләнде.

Ғәбитов Башҡортостанда булған бер генә мөһим ваҡиғаны ла күҙ уңынан ысҡындырмай, тиҙ арала башватҡыстарын халыҡҡа тәҡдим итә. Күренекле шәхестәрҙең юбилейы булһынмы, республикала берәй мөһим сара үтһенме – береһе лә уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Тәбиғәт донъяһынан үҫемлектәр, хайуандар тураһында ла, спорт ярыштарына ла арнап эшләй башватҡыстарын.

Беҙгә, ябай уҡыусыға, уларҙы сисеү ҡайһы саҡ еңелдән түгел, ә төҙөүсе кешегә күпме мәғлүмәткә эйә булыу талап ителә. Ҡул осонда һәр төрлө һүҙлек, энциклопедиялар ярҙамға килмәй ҡалмайҙыр. Үҙе эҙләнеү менән бергә башҡаларҙы ла уйланырға мәжбүр итә. Башватҡыстарҙың төрлө алымдарын ҡуллана. Айырым бер әҙип ижадына арналғандарында үҙенә лә авторҙың әллә күпме китаптарын аҡтарырға тура килә.

Ғөмүмән, ул – әҙәбиәткә, айырыуса шиғриәткә ғашиҡ кеше. Уның иҡтисад темаларына яҙылған мәҡә­ләләрендә лә төрлө авторҙарҙың йөкмәткене асырға ярҙам иткән шиғри юлдарын эпиграф итеп алыуы юҡҡа түгел, бының менән әҙәбиәткә, телгә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусы, сканворд-кроссвордтарға баш итеп ҡуйылған шиғри юлдарҙы уҡып, уның авторына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянып, китабына мөрәжәғәт иткән осраҡтарҙы ла беләм. Әйткәндәй, башэшләткестәргә, мәҡәләләге һымаҡ исем йәки баш ҡуйыуҙы ла Илдар Миҙхәт улы тәүге булып башлап ебәрмәнеме икән?! Минең быға тиклем ундайҙы башҡа ерҙә күргәнем булманы. Бәлки, иғтибар итмәгәнмендер...

Тағы ла уның сканвордтарында һорауҙар ҙа ҡуйыла. Бөтә яуаптарын сисһәң, йәшерен һорауға яуабы ла табыла. Үҙ ғүмерендә нисә кроссворд, сканворд төҙөнө икән?.. Иҫәпләп ултырырға ваҡыты ла юҡ, сөнки “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Аманат”, “Шоңҡар” кеүек баҫмаларҙың һәр һанына яңыһын эшләп өлгөртөргә кәрәк.

Тәүге китабы сыҡҡас, төрлө темаларға ҡараған башэшләт­кестәрен уймаҡ ҡына йыйынтыҡтар итеп баҫтырырға тәҡдим дә иткәй­нем. Юл йөрөгән кешеләр, вок­залдарҙа һатып алып, ваҡыттарын үткәрер ине. Ял йорттарында, шифаханаларҙа ятҡандар ҙа теләп алыр ине уларҙы. Берәй телһөйәр эшҡыуар ошо эшкә тотонһа, моғайын, килеме лә булмай ҡалмаҫ ине.

Яҙыусыларға арналған скан­ворд­тарҙы, мәҫәлән, мәктәптәрҙә уҡыусыларға тәҡдим итергә мөм­кин. Хәйер, әҙиптәргә бағыш­лан­ғанын ғына түгел, башҡа шәхестәр, тарихыбыҙ, тормош-көнкүрешебеҙ, йолаларыбыҙ, ырыуҙар тура­һындағы башватҡыстары аша ла күпме мәғлүмәт алыр ине балалар.

Илдар Ғәбитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһында инде ун йыл уңышлы барған “Алтын тирмә” тапшырыуына һорауҙар төҙөшөргә лә ярҙам итә. Иҡтисад фәндәре кандидаты булараҡ, “Йәшлек” гәзитендә илебеҙҙәге ҡатмарлы иҡтисади хәлдәр тура­һында ябай уҡыусы аңларлыҡ итеп, ауыл кешеләре тормошонан аныҡ миҫалдар килтереп, мәҡәләләр яҙа. Ғәбитовтың был өлкәләге эшмә­кәрлеге хаҡында әлеге мәҡәләләре буйынса айырым төплө һөйләшеү алып барырға мөмкин.

“Йәшлек” гәзитенең һәр йома һанында үткән башэшләткестең яуаптарын ҡайһы райондарҙан кемдәр дөрөҫ сискәнен биреп барыу ҙа гәзитте алдырыусыларҙы дәртләндерә. Улай ғына түгел, конкурс ойоштороп, йыл аҙағында махсус бүләкләү ҙә кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра. Илдар Миҙхәт улы гәзит мөхәрририәте менән берлектә конкурстың йәнә бер уңышлы яғын уйлап тапҡан. Хәҙер, аңлауымса, быйылғы еңеүсе киләһе еңеү яулаған кешегә үҙе бүләк әҙерләй. Шәп тәһә! Етмәһә, үҙенең ҡул эшен тапшыра.

Телһөйәр, илһөйәр, ерһөйәр Илдар Ғәбитовҡа йәмле йәй айҙарында 60 йәш тулды. Иҡтисади темаларға бер нисә йыл дауамында файҙалы, фәһемле мәҡәләләр яҙып, ана шундай башҡа өлкә белгестәренең журналистар сафын байытыуы бик ҡыуаныслы. Ҡулынан да, теленән дә килә ҡәләмдәшебеҙҙең. Киләсәккә лә пландары ҙур уның, уларҙы тормошҡа ашырырға яҙһын.

Башэшләткестәр төҙөү еңел кеүек, әммә ул тәү ҡарағанда ғына шулай тойола. Кешенән күп белем талап итә. Ә белем – ул иң ҙур байлыҡ. Был байлыҡҡа хатта байҙар ҙа ҡыҙыға. Бер нисә йыл элек баҫылған әңгәмәбеҙҙә Илдар Миҙхәт улы ошо фекерҙе әйткәйне. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә башэшләткестәр ярҙамында байҙар ҙа ҡыҙығыр байлыҡҡа – белемгә эйә булайыҡ.

 

- Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас