Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 12:50

“Бындай проекттар мөһим”

Башҡортостан “Таҙа ил” экологик автоуҙыш ҡатнашыусыларын ҡабул итте.

“Бындай проекттар мөһим”“Бындай проекттар мөһим”
“Бындай проекттар мөһим”

Бөгөн Өфө сүп-сар ташыған машиналар колоннаһын - “Таҙа ил-2.0” автоуҙышын - ҡабул итте. Был сараны Рәсәйҙең Экология министрлығы ярҙамында “Таҙа ил” ассоциацияһы тормошҡа ашыра. Ул 6 сентябрҙә Мәскәүҙә старт алғайны. Ә проектта барлығы 11 ҡала – Мәскәү, Владимир, Түбәнге Новгород, Саранск, Ульяновск, Һамар, Яр Саллы, Камбарка, Өфө, Силәбе һәм Екатеринбург - ҡатнаша. Сүп-сар ташыған машиналар колоннаһы барлығы өс мең километрҙан ашыу араны үтәсәк.

Сараны ойоштороусыларҙың маҡсаты – бөгөн “Экология” милли проектының ниндәй маҡсаттары барлығы, ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса яңы тармаҡ, инновациялы техника, үҙ эше оҫталары, сүп-сарҙы йыйыуҙың яңы алымдары, уны эшкәртеү һәм башҡалар хаҡында һөйләү.

Төп сараларҙың береһе “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу” темаһы буйынса һөйләшеү булды. Унда ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров исеменән Башҡортостан Хөкүмәтенең Аграр сәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты директоры Светлана Белова сәләмләне.

– Республикабыҙ өсөн был – мөһим сара, сөнки автоуҙыш “Экология” милли проектына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Ә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә етди иғтибар бүләбеҙ. “Таҙа ил” проекты үткән юлда республикабыҙҙың баш ҡалаһын һайлауығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. “Таҙа ил” – ҡалдыҡтар менән цивилизациялы эш итеүгә, экологик грамоталылыҡты, мәҙәниәтте булдырыуға йүнәлтелгән проект. Беҙҙең осрашыу һәм планлаштырылған саралар – һәр кемгә тәбиғәтте һаҡлау, яуаплы етештереү, файҙаланыу - һәр беребеҙ өсөн мөһим. Республикабыҙҙа экологик мәҙәниәтте барлыҡҡа килтереүгә етди иғтибар бүленә. Үҙебеҙҙең яҡтан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге тәжрибә менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ, - тине ул.

Һөйләшеүҙә Башҡортостандың башҡарма власть органдары, ойошмалар белгестәре һәм башҡалар ҡатнашты.

 – Бындай проекттар мөһим. Улар ярҙамында үҙ-ара бәйләнеште күрәбеҙ. Маршрут буйынса үткәндә күреүебеҙсә, урында йәшәгәндәрҙе йәлеп итә алдыҡ. Бөгөн Өфөлә “Таҙа ил” ассоциацияһы иң тәү сиратта балаларға, үҫмерҙәргә йүнәлтелгән 10-лаған сара ойошторҙо. Улар, ысынлап та, экологияға вайымһыҙ түгел, уларҙың һорауҙарына яуап бирәбеҙ, - тине “Таҙа ил” ассоциацияһының башҡарма директоры Руслан Ғөбәйҙуллин.

Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.    

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас