Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 04:00

Cаҡ күперҙән осмаған...

Полковник мөғжизә менән генә иҫән ҡалған.

Cаҡ күперҙән осмаған...Cаҡ күперҙән осмаған...
Cаҡ күперҙән осмаған...

Белорет районында Кесе Инйәр йылғаһы аша күперҙә өлкән йәштәге ир юл-транспорт фажиғәһенә тарыған. Ул үҙ машинаһында күпер ҡоймаһына бәрелеп, саҡ аҫҡа төшөп китмәгән.

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Алһыу Заманова бүлешкән. Битараф түгел үтеп барыусылар менән бергә ул да оло кешегә ярҙамға ашыҡҡан. Алһыу, машинала китеп барғанда ирҙең ҡан баҫымы күтәрелә, аяҡтары тыңлашмай, һәм ул юғары тиҙлектә күпергә барып бәрелә, тип бәйән итә "КП-Өфө" яңылыҡтар порталына.

Ҡаза күреүсе мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. Уның автомобиле юғары бейеклектән саҡ аҫҡа - йылғаға осмай ҡала. Ныҡ бәрелеүҙән ҡанға туҙып, ни эшләргә лә белмәй ултырғанында, үтеп барған кешеләр туҡтап ярҙамға ашыға. Әле ҡаза күреүсе Белоретта дауаханала.

Алһыу Заманова һалған фотонан күренеүенсә, ул өҫтөнә китель кейгән, орден-миҙалдар таҡҡан. Асыҡланыуынса, уға 69 йәш, хәрби-табип булып хеҙмәт иткән Рәсәй Геройы - полковник Исламғолов. Яҡындарынан бер кеме лә юҡ икән, үҙе әйтеүенсә, балалары Чечен һуғышында һәләк булған.

Алһыу ветерандың артабанғы яҙмышы өсөн бик борсола. "Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем, ә бына киләсәктә был кешегә ярҙам кәрәк буласаҡ - дауахананан бер үҙен сығарып ебәрмәһендәр ине, ул үҙенә ҡайҙа барырға кәрәк икәнен дә иҫләмәй бит", - тип республика Башлығының шәхси сәхифәһендә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ул.

 

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас