

Хәҙисә еңгәмдең бәлештәре, бәрәмәстәре телеңде йоторлоҡ тәмле була.
Әхирәттәре, күрше-күләне, һеңлекәштәре менән рәхәтләнеп аш-һыу серҙәрен уртаҡлаша торған ғәҙәте лә бар. Ҡайһы бер кәңәштәрен һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итмәксебеҙ, бәлки, аш-һыу әҙерләгәндә кәрәге тейер.
Ҡамырға һыуҙа иретелгән бәрәңге крахмалын һалһағыҙ, ҡалас һәм бәлештәрегеҙ мамыҡтай ҡабарып торор. Бәлеш тәмле булһын өсөн төп шарт – ҡамырҙың яҡшы ҡабарыуы. Бының өсөн ондо ялҡауланмай иләргә кәрәк. Беренсенән, уға осраҡлы эләккән ҡатнашмаларҙан ҡотолорһоғоҙ, икенсенән, он кислородҡа байыр.
Бәлеш, ҡоймаҡ һәм икмәк ҡамырын әҙерләгәндә һыуҙа болғатылған ике-өс ҡалаҡ манный ярмаһын өҫтәп тә ебәрһәгеҙ, икмәгегеҙ кипмәй оҙаҡ торор, ҡабарынҡы булыр. Ҡамыр менән булышҡанда кухняла ел уйнап тормаһын, бәлештең өҫтө ҡатынҡы булып бешеүе бар. Эслеге өсөн әҙерләнгән аҙыҡ йылы бүлмә температураһында булһын, юғиһә ҡамырҙың күтәрелеүенә ҡамасаулаясаҡ.
Ҡамырҙы баҫҡанда ҡулдарығыҙ ҡоро булһын. Бәлеште мейескә ҡуйыр алдынан 15-20 минут көтөп тороғоҙ. Ваҡытынан алда ҡуйырға ашыҡһағыҙ, ҡамыр күтәрелеп өлгөрмәҫ, оҙағыраҡ бешер. Ҡамырға аҡ майҙы иретмәйенсә, ваҡлаған көйө һалығыҙ, сөнки иретелгән май ҡамырҙың структураһын боҙа, тип өйрәтә ул. “Һөткә баҫылған ҡамырҙан әҙерләнгән бәлеш тәмлерәк була, хуш еҫ аңҡып тора, өҫтө матур булып бешә. Ә бына шәкәрҙе әсе ҡамырға самаламай күберәк һалһағыҙ, бәлештең өҫтө тиҙ “алланыр”, хатта янып сығыуы ла ихтимал, өҫтәүенә ул тейешенсә ҡабармаҫ.
Ҡамырҙа һыу ни тиклем әҙерәк, ә май күберәк, бәлеш шунса ауыҙҙа иреп кенә торасаҡ. Ә бына ҡамырға сода һалһағыҙ, бешкәндән һуң уның ҡарайып киткәнен, ауыр еҫ килеүен тойорһоғоҙ.
- Динә АРЫҪЛАНОВА