

Өфөләге Сергий зыяратында генерал-майор Семен Ивановҡа һәйкәл ҡуйҙылар. Был яҡташыбыҙ совет заманында бик абруйлы хәрби етәксе булған, ябай һалдаттан генерал дәрәжәһенә хәтлем күтәрелгән.
Һәйкәл асыу тантанаһына Башҡортостандың Хәрби комиссары Михаил Блажевич, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук, элекке Эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Рафаил Диваев, республиканың Ветерандар эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Харченко һәм башҡа рәсми кешеләр саҡырылған ине. Улар йыйылған халыҡ алдында легендар генералдың хеҙмәт юлы, ҡаһарманлыҡтары, кешелек сифаттары тураһында телмәр тотто.
Семен Акимович Иванов 1901 йылда хәҙерге Йәрмәкәй районының Урта Ҡарамалы ауылында тыуған. 18 йәшендә армияға алынып, Граждандар һуғышына эләгеп ҡалған, артабан төрлө ғәскәри частарҙа хеҙмәт итеп йөрөп, үрләп, Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылда 39-сы уҡсылар корпусының штаб начальнигы булараҡ ингән. Ошо дәһшәтле йылдарҙа 15-се, 35-се армияларҙа штаб начальнигы булған, совет-япон һуғышын да үткән. Һуңынан СССР Хәрби көстәренең Генераль штабы ҡарамағында, Югославия һәм Румыния армияларында төрлө юғары вазифаларҙа хеҙмәт итеп, 4-се армияның штабына етәкселек итеп, 1955 йылда запасҡа киткән. 1974 йылда, вафат булғас, уны әлеге Сергий зыяратында ҡәҙерләп ерләгәндәр.
Генералдың ҡәбере йылдар үтә килә ныҡ иҫкергән, шуға ла һуңғы осорҙа Себерҙә йәшәгән ейәне Владимир Иванов уны яңыртырға ҡарар иткән. Карелиянан килтерелгән ҡара граниттан ике штык рәүешендәге һәйкәлде эшләтеүгә 400 мең һум самаһы аҡса тотонолған. "Ике штык олатайымдың Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарын үткәненә ишара", – тип аңлатты Владимир Николаевич.
"Ғорурланабыҙ! Иҫләйбеҙ! Баһалайбыҙ!" проекты әүҙемсеһе Борис Гордеев әйтеүенсә, Өфөнөң Октябрь проспектында генерал Семен Иванов йәшәп киткән 28-се йорттоң диуарына мемориаль таҡтаташ та эленәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.