Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 12:04

Граждандарға уңайлы булһын өсөн

gosrosreestr.rugosrosreestr.ru
Фото:gosrosreestr.ru

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн яраҡлы биләмәләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һәр кем интернеттан ҡарай ала.

Республикабыҙҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн республика Хөкүмәте менән “Росреестр” араһында килешеү төҙөлдө.

– Уға ярашлы, бергә эшләү граждандарҙың төҙөлөшкә яраҡлы биләмәләр һәм ер майҙаны тураһындағы мәғлүмәтте асыҡ кадастр картаһына урынлаштырыу өсөн кәрәк, – тип хәбәр итте ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Был килешеү сиктәрендә торлаҡ төҙөлөшө өсөн ҡеүәте булған 10 биләмә тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Әле тағы ошондай 23 ер участкаһы тураһында мәғлүмәттәр әҙерләнә.

“Асыҡ кадастр картаһы” сервисында кешенең үҙе һәм һайлап алынған ер участкаһы тураһындағы мәғлүмәттәр автоматик рәүештә республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына ебәрелә. Ғариза яҙған кешенең почтаһына мәғлүмәттәрҙең алыныуы һәм уны ҡарау ваҡыты тураһындағы хат бер көн эсендә килә.

- Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас