

Социаль селтәрҙәрҙә лә ижадилыҡ яғындамын. Беренсенән, һүҙең менән бында ла үҙең хәбәрсе булып ҡал. Икенсенән, үҫешеңдә алға аҙым был. Өсөнсөнән, иғтибарҙы йәлеп итә, юғиһә бүтән нимә өсөн яҙаһың, һүрәт йә видео ҡуяһың? Аҙаҡҡы һорау, әйткәндәй, ифрат көнүҙәк — ысынлап та, ни маҡсатта?
Һорамай ҙа булмай, сөнки үҙе ҡатнашлығындағы ниндәйҙер фотоһүрәт теркәү менән генә сикләнеү йыш осрай, ә ҡыҫҡа ғына һүҙләтә өҫтәмә юҡ. Бер генә тигәндән, ни тиклем ҡыҫҡараҡ, шул хәтлем яҡшыраҡ – сәпкә атҡанда ла тәү атыуҙан тейҙереүҙең даны күпкә ҙурыраҡ.
Яңы тулҡын — яңы фекер
– Әйҙә, фотоға төшөргә! – тип тауыш режиссеры телефонына ымланы бер көн. Тапшырыу алдынан бөтә нәмәне барлап, тын ҡалғайныҡ. – Аҙаҡ, эфир һуңынан, ҡиәфәтеңде сағыштырып ҡарарбыҙ.
Төшөрҙө, ҡараным. Уйҙарым йөҙөмә сыҡҡайны. Фотоны социаль селтәрҙә урынлаштырырға булдым, сөнки радиоға сығарылған мәсьәләләрҙә радио тыңлаусым менән бергә ҡалыу яҡлымын. Эшеңде эшлә лә онот, баш ауырттырып, иртә ҡартайып йөрөмә, тигән кәңәште мин тотмайым. Тырышҡаным да юҡ, тап минең осраҡта был файҙаһыҙ. Хатта зыянлылыр – ижадилыҡ кәмеүен, эште эш тип кенә ҡарауҙы түләүе өсөн генә башҡарылған нәмә тип баһалайым. Шулай булмаһа, бер урында оҙаҡ хеҙмәт ҡыла алмаҫ та инем, моғайын.
Аҫтына текст кәрәк. Ғәмәлдә нисек булған, шулай яҙылһа, шәп. “Вечерело” һүҙе иҫкә килде ҡапыл – ҡыҫҡалыҡ кәрәккәндәндер инде. Ғөмүмән, ошондай йәтеш кенә эйәһеҙ һөйләмдәрҙе яратам һәм ҡулланам. Мәктәп уҡытыусыһы:
– Тулы һөйлә! — тиеүсән. Эйе, әммә был урынына ҡарап ҡына һәйбәт. Социаль селтәрҙәрҙә ярты-йортолоҡ хатта уңышлыраҡ та. Тик бында бер шарт үтәлһен – аңлашылып торһон.
Артабан дауам итергә кәрәк ине һәм: “Подходил прямой эфир”, – тинем. Ул да арыу булды, тәүге һөйләмгә бер туғанылай ҡушылып китте. Былар баяғы әйтелгән атыуға әҙерлек – мылтыҡты яһау, әҙерләнеү ине, ары – сәпкә тоҫҡарға һәм кереште ысҡындырырға. Тура эфир тигәндә кешенең күҙ алдына иң тәүҙә тулҡынланыу киләлер, һәм ысынлап шулай. Шулай икән, әйҙә, ошоға һуҡтырайым да. Тик былай ғәҙәти була бит, ҡайҙа бында ижадилыҡ? Күңелдәге ошо талап киләһе һөйләмде тыуҙырҙы: “Я был взволнован (в смысле – был готов к выходу на радиоволны)”.
Һүҙем уйнаны ла китте, үҙемде шул тулҡындарҙа баҫып бәүелгәндәй, сёрфингтағылай хис иттем: яңы тулҡын — яңы фекер.
Ярашыу һәм йәрәшеү
Бер үк хәрефтәр, хатта бер үк һүҙҙәр менән төрлөсә яҙып булғанын әйтмәһәм дә, билдәле. Текст төҙөгән һәр кем ижадилыҡҡа ынтылғанда, ғәҙәтилектән аҙ ғына булһа ла тайпылғанда, иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итә. Тапалған тәртиптәге, тыумаҫ борон юҡҡа сыҡҡан һөйләмдәр диҡҡәтһеҙ ҡала, урын ғына биләй.
Интернетҡа фото һалдым бер көн.
– Яман шәп егеттәр менән ултырҙаш булынды, – тиергә хәл ҡылдым.
“Ултырҙаш” һүҙе барлығы ла төшһөн иҫтәргә, тигән уйҙа инем. “Булдым” урынына “булынды” тип элек халҡыбыҙҙа бөгөнгөнән йышыраҡ ҡулланылған, башҡа төрки телдәрҙә әле лә мул ҡалған өсөнсө зат ялғауын ҡуштым. Ә бына “яман шәп” тигәнем ҡабул ителерме икән? Һорауҙы ҡуймай ҙа булмай, сөнки яҙмаң ниндәй бөйөк булмаһын, ниндәйҙер ваҡ, сәнсеүле реплика түбән төшөрөп тә ҡуйыусан.
Күпселек аңланы.
– Хәтәр шәп! – тип эләктереп алғандар ҙа булды.
Әммә:
– Шәп булғас, ниңә яман? – тине берәү барыбер ҙә.
– Һәр кем үҙ өлкәһендә көслө. Үҙең аңлап етмәгән урындарға ҡул һонмаһаңсы, – тип өҙгө килә лә бит, ләкин булмай, сөнки һүҙ артынан һүҙ эйәрә – баяғы “белгес”, шулай икән дә, белмәгәйнем, тип ғәфү үтенмәй бит. Ә ысынында халҡыбыҙ шулай һөйләшә, “яман матур” тип үк ебәрәбеҙ.
Бер замандашым, шаяртып:
– Әшәке матур! – тип тә ҡуйғылай.
Һүҙ менән һүҙ яраша, хатта йәрәшә лә бит. Бында ла, хатта дөйөм мәғәнәләре ҡапма-ҡаршылар ҙа, ярашып алған да, ана ниндәй бейеклек бирәләр.
Артабан “килеп ултыра” менән “килә ята”ға ҡағылышлы комментарийҙар ҙа булды. Ғөмүмән, тел ғилеменән ситтәгеләр:
– Ниңә ятып килә? – тип ошоға йыш ҡаҙалыусан.
Әлеге ҡылымдарға ыңғай ҡарайым. Беренсенән, телгә бушҡа ғына инеп тотороҡлоға әйләнмәгәндәр. Икенсенән, теүәл мәғәнә бирелә – процесс күҙ алдында асыҡ баҫа, ә “килә” тип сикләнгәндә аныҡ ваҡыты билдәһеҙ киләсәк кенә аңлашыла.
Матурлыҡ – үҙе батырлыҡ!
Тел һәр ҡайҙа күркәм булһын, әйтелгәнең тәғәйен кешеһенән дә бигерәк телдең үҙен күтәрһен, байытһын, ихтирам-иғтибарҙы арттырһын. Шулай тигәндә сөсө теллеләнеүҙе күҙҙә тотмайым һис, ҡыҫҡа ғына, ипле генә әйтеү-яҙыуға баҫым яһайым.
Ошо йәһәттән бөгөн айырыуса социаль селтәрҙәр мөһим. Сатай-ботайлыҡ, мәғәнәһеҙлек, шыр хаталыҡ араһында һәйбәт кенә тексҡа юлыҡҡанда, ботаҡтар йыйып алынмаған ағас ҡырҡҡан урындан таҙа сабынлыҡҡа барып сыҡҡан ише, иҫ киткес рәхәтлек кисерелә.
Комментарийҙарға ла ҡағыла был, унда ла бер төрлөлөктән ситләшергә ине. Бер рәүеш ҡотлауҙарҙан арынылһасы. Уйлап ултырыу ваҡытты ала, башты ауырттыра, маңлай һырын ишәйтә, аңлайым, ләкин юҡ-бар менән тултырғансы, яҙмай ғына ултыр.
Иҫ киткес һылыу ҡатын, ана, йылға буйында төшкән һүрәтен һалған. Тәп-тәбиғи һүрәт, ҡыланыуһыҙ. Уны электән беләм, һәр хәрәкәте килешеп тора. Нимә яҙырға?
– Матурлыҡ – үҙе бер батырлыҡ! – тинем, сөнки ысынлап та шулай уйлайым – тәбиғәттән килгән күркәмлегеңде ғүмерең буйына һаҡлап барыу көстө аҙ һурмайҙыр, йәғни кәрәкһеҙ аҙымдар менән йәмһеҙләмәйһең, арҡаңды ниндәй хәлдә лә төҙ тотаһың.
– Әллә мәҡәл тыуҙы инде... – тип өҫтәнем артабан.
Бер ҙур проектта ҡатнаштыҡ та сәй эсеп ултырабыҙ. Фотоға шыҡылдаттылар. Социаль селтәрҙәрҙең береһенә ҡуйғайным, комментарийҙар китте бит әй!
– Башҡортостандың Аҫыл Егеттәре! Егеттәре Аҫыл Башҡортостандың! Аҫыл Башҡортостандың Егеттәре! – тигән бер дуҫ. Филолог түгел, ауыл хужалығы белгесе. Ғәмәлдә ошо ла телде үҫтереүгә бер аҙым бит.
Быны үҙем ныҡлап шөғөлләнгән өлкәгә тарттым:
– Урын алмаштырыу математикала ғына үҙгәреш бирмәй, ә синтаксиста – ана нисек! – тинем яуапҡа.
Яҙма телмәргә ярҙам
Социаль селтәрҙәрҙә лә йәмғиәт өсөн кәрәкле, файҙалы нәмәләр һалыу яҡлымын. Бәләкәй генә булһа ла. Мотлаҡ – комментарий менән. Ошолай яҙма телмәрең, тимәк, фекерләү ҡеүәң дә арыулана.
Бөрйәндең Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылынан саҡ ҡына үрҙәрәк иҫ киткес гүзәл урында класташтарым менән күрештем. Беҙҙән алдағылар оҙон өҫтәлдәр ҡороп, эскәмйәләр ултыртып, япма ябып, осрашып ултырғандар икән. Утынына тиклем ҡалдырып киткәндәр. Тап-таҙа. Ҡараңғыға ҡалһаҡ та, беҙ ҙә һепереп-йыуып ҡайттыҡ.
Икенсе көнөнә, яҡтыла, йәнә барып тикшерҙек, тағы сүпләнек.
– Еребеҙ таҙала намыҫыбыҙ ҙа таҙа. Һәм – киреһенсә, – тигән экспромт килеп сыҡты. Интернетта видеоһы ла бар.
Мәжлес барышында гармун уйнап, йырлап ҡына ултырманым, йылға буйын фотоға ла төшөрҙөм.
Ҡайтҡас, интернетта: “Бөрйәндең үҙенең генә айырым йылғалары ла бар. Шуларҙың береһе – Үҙән (Көньяҡ Үҙән). 116 саҡрым арала хәтәр бормаланып, Ҡолғана, Һарғая, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Әбделмәмбәт ауылдарына һуғылып, ошо киң күңеллелеге өсөн ҙур рәхмәттәр йыйып, юл ыңғайы үҙенә бәләкәсерәктәр – Һарағы, Һәүәнәк, Бетерәне ҡушып, Янһары (Яңы Собханғол) ауылы янында Ағиҙелгә ҡоя, – тип яҙҙым. – Иртә яҙҙа, мул һыулы сағында, уның буйлап катамаранда ағып төшкәнемде һағынып иҫләйем”.
Аҙаҡта, туҫтаҡ ҡосаҡлап үҙем килгән һүрәткә ишаралап: “Мөғжизәүи йылға ул, һыуында туптырлап хатта алма үҫә – һоҫтом да алдым бына!” – тип йылмайҙым.
Телгә ауыр булмаһын
2021 йылдың 4 сентябре туҙып, илап, тумырайып тыуҙы. Ысын көҙгө ямғырлы, елле, һыуыҡлы, ҡараңғылы. Ошо юлдарҙы ла көпә-көндөҙ ут яндырып яҙам. Фатир тәҙрәһенең тышҡы яҡтан аҫтына ҡуйылған ҡалайға тамсылар шаулы бәрелеп ала.
– Яҙ буйы, йәй буйы күпме һоранығыҙ, ялҡытып, үпкәләшеп бөттөгөҙ, бына килдем! – ти, гүйә.
Көттөк шул – ҡоролоҡтарға тарып-тарып та был хәтлем арыған юҡ ине. Игенде биш миллион тонна алырбыҙ, тигәйнек, был турала хәҙер һүҙ ҙә юҡ. Бесән дә наҡыҫ. Борондан мал тотҡан халҡым һуңғы арала унан былай ҙа ситләшә, шуның менән, минеңсә, үҙенсәлегенең береһен юғалта, быйыл уғата тарайтыр инде кәртәһен. Үҙенсәлек тигәндә, малдан ҙур файҙа килтереүҙән дә бигерәк уны ҡарауҙың йөкмәткеһе, барышы, хатта фәлсәфәһе күҙҙә тотола. Бер иптәшемдең, мал табыш йәһәтенән үҙенә әллә ни кәрәкмәһә лә, унһыҙ ҡалмауы дәлил быға. Һыйыр-һарығы, ҡош-ҡорто менән һөйләшеп бер була. Бал ҡорттары менән бөтөнләй серҙәш.
Әлеге ямғыр мәлендә өйҙә (йәкшәмбе бөгөн) яҙышып ултырғанымда киң йылмайған бер фотом килеп сыҡты. Быйылғы майҙағы телевидение тапшырыуҙарының береһенән скриншот. Шырҡ-мырҡ түгелмен тормошта, шулай ҙа хәтәр йылмайып ебәрелгән, шуныһы менән иғтибарҙы тартты. Һары күлдәк өҫтөнән һоро пинжәктәмен.
Ошолар, оҡшашлыҡ та, ҡапма-ҡаршылыҡ та булып, бер һөйләмгә уҡмашты: “Сыуаҡ һарылыҡты яман яратһам да, көҙҙөң бөгөнгө һоро илағанына ла ауыҙ йырыла”, – тиергә уй төйнәнем социаль селтәрҙә.
Төп һөнәрем һүҙ булған мин, нимә яҙһам да, айырыуса ҡыҫҡа постарҙа, рифмалаштырырға тейешмен, тигән фекерҙәмен. Күпселектә шулай итәм дә. Ә бында килеп сыҡманы. Дөрөҫөрәге, бөтөнләй тырышманым. Уның ҡарауы, баяғы ҡапма-ҡаршылыҡ, өноҡшашлыҡ, төҫоҡшашлыҡ бынан да шәберәк һөҙөмтәгә килтерҙе: сыуаҡ – илаҡ, һары – һоро. “Яман яратыу” тип тә я-нан башланғаны өсөн яҙҙым.
Хәйер, кискә үҙгәртә төштөм:
– Көҙҙөң сыуаҡ һарыһын яратһам да, илаҡ һороһона ҡыуаныла бөгөн! – тинем, сөнки теүәллек яҡлымын, ә ул – ыҡсымлыҡ та, артыҡ баҫҡыстарҙан аяҡ талғандай, телгә лә ауыр булмаһын. “Яман” һүҙен, бәлки, үпкәләһә лә, төшөрөп ҡалдырырға мәжбүр булынды.
- Рәсүл СӘҒИТОВ, хәбәрсе һәм яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.