Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 13:15

Кирилл Истомин: "Иң ҡырҡыу мәсьәләләр тәү сиратта ҡарала"

Республикаға идара итеү үҙәге “ПРОФ-IT” Бөтә Рәсәй форумында “Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ: хәл итеү һәм ҡарар ҡабул итеү үҙәктәре” номинацияһында беренсе урын алды.

Кирилл Истомин: "Иң ҡырҡыу мәсьәләләр тәү сиратта ҡарала"Кирилл Истомин: "Иң ҡырҡыу мәсьәләләр тәү сиратта ҡарала"
Кирилл Истомин: "Иң ҡырҡыу мәсьәләләр тәү сиратта ҡарала"

Түбәнге Новгородта үткән “ПРОФ-IT” Бөтә Рәсәй форумында “Дәүләт идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн инфраструктура. Һанлаштырыу драйверы булараҡ, Республикаға идара итеү үҙәге” тигән темаға фекер алышыу булды.

Был хаҡта Электрон дәүләт эксперт үҙәге хәбәр итә.

Сарала ҡатнашҡандар “граждан-дәүләт” бәйләнеше системаһында юғары технологияларҙы файҙаланыу тураһында һөйләште. Ошо йәһәттән “Төбәктәр диалогы” ойошмаһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Кирилл Истомин үҙ фекерен белдерҙе.

Бөгөн нейробәйләнештәр тест режимында эшләй, улар ярҙамында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен коммуникациялар сифаты һәм мөһимлек буйынса һайлап алырға мөмкин. Айырыуса ҡырҡыу мәсьәләләр власть ҡарауына шунда уҡ эләгә, – тине Кирилл Истомин. – Аналитикала нейробәйләнеште файҙаланыу, халыҡтан килгән хәбәрҙәр арта барыуға ҡарамаҫтан, ваҡытты ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирә. Беҙҙең бурысберҙәм тәҙрә булдырыу: уның аша кешеләр дәүләт органдарына һорауҙарын да бирә, ярҙам да ала аласаҡ. Тимәк, ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә тип уйлап тормаясаҡ”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге ошо форумда “Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ: хәл итеү һәм ҡарар ҡабул итеү үҙәктәре” номинацияһында беренсе урын алды.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

#ЦУРБашкортостан

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас