Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 11:20

Мәскәүҙән – Екатеринбургҡа тиклем

“Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында сүп-сар ташыу машиналары илдең 11 ҡалаһы буйлап үтә.

Мәскәүҙән – Екатеринбургҡа тиклемМәскәүҙән – Екатеринбургҡа тиклем
Мәскәүҙән – Екатеринбургҡа тиклем

“Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында сүп-сар ташыу машиналары илдең 11 ҡалаһы буйлап үтә. Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөгә “Таҙа ил” ассоциацияһы автоуҙышы ҡатнашыусылары килде. Уларҙың маҡсаты – һәммәһенең дә иғтибарын экология проблемаһына йәлеп итеү һәм милли проекттар тураһында һөйләү.

6 сентябрҙә Мәскәү өлкәһендә башланған был акция сиктәрендә Өфөләге 3-сө гимназияла экология дәресе ойошторолдо, һәм ул республикалағы барлыҡ мәктәптәрҙә күрһәтелде. Был сара ваҡытында “Сүп-сар – йыйылма эш” тип исемләнгән китаптың исем туйы уҙғарылды. Студенттарға иһә экология проблемаларын хәл итеү мәсьәләләре буйынса фильм күрһәтелде. Бынан тыш, экобаскетбол һәм экохоккей буйынса матчтар була.

“Торатау” конгресс-холлы майҙанында заманса сүп-сар ташыған машиналар күргәҙмәһе һәм концерт ойошторола.

Фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов төшөргән фотоларҙа – баш ҡалабыҙҙағы Урмансылар паркында өлкән класс уҡыусылары өсөн сүп-сар йыйыу менән бергә йүгереү уҙғарыу мәле.

Был экологик сара үткәреләсәк һуңғы ҡала – Екатеринбург. Уға ойоштороусылар 29 сентябрҙә барып етергә уйлай.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас