Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 15:30

"Мин дә ҡайтып барам... Тыуған яғыма!"

Радий Хәбиров аттар һәм юлдар тураһында ниндәй уйҙары менән уртаҡлашты?

"Мин дә ҡайтып барам... Тыуған яғыма!""Мин дә ҡайтып барам... Тыуған яғыма!"
"Мин дә ҡайтып барам... Тыуған яғыма!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн юлда. Социаль селтәрҙәрҙә ул сәфәр ваҡытындағы уйҙары менән уртаҡлашты.

“Беҙ бәләкәй саҡта һәм каникулға ауылға ҡайтҡанда Барый олатай (Барий менән бутамағыҙ, беҙҙең ғаиләлә химик элемент берәү – Радий ғына) атҡа сана егеп Петровский ауылында ҡаршылай торғайны. Шунан беҙҙе толоптарға төрөп, 40 минут самаһы Ҡыяуыҡҡа әнкәй менән ҡартатай янына алып бара ине (меңәрләгән Ишембай һәм Башҡортостан халҡы мине аңлайҙыр тип ышанам). Ә аҙаҡ кире Петровскийға, Ишембайҙағы автобусҡа тиклем алып бара ине. Һәм 1941 - 1945 йылдарҙа Мәскәүҙе (Мәскәү булды һәм мәңгегә Мәскәү булып ҡаласаҡ), Кенигсбергты (әле Калининград һәм мәңгегә Калининград), Улан-Баторҙы үткән олатай ҙа, аттар һәр ваҡыт өйгә тиҙерәк ҡайта, тип йыш әйтә торғайны!

Әйткәндәй, ҡатынымдың олатаһы, Курск дуғаһында янған һәм өс тапҡыр йәрәхәтләнгән танкист Иосиф Бабоян да шулай уйлаған... Беҙҙең олатайҙар яҡшыраҡ белгәндер тип ышанам. Бөтә донъя ла быны нисектер аңланы...

Мин дә ҡайтып барам. Тыуған яғыма!” – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас