Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 16:34

“Мин уға хыянат итмәйем”

Салауат Вәлиев Сибайҙы үҙ иткән.

Туфан Миңнуллиндың “Һөйәркә”һендә – Хәлил, “Диуана”һында – Нурғәзиз, Мос­тай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ында – Дәүләтбай, Айгөл Әхмәтғәлиеваның “Ул бит кисә ине” комедияһында – Зөлфәт, Аяз Ғиләжевтең “Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә”һендә – Әбүзәр, Арыҫлан Мөбәрәковтың “Бисәкәй”ендә – Ҡылысбай, Лира Яҡшыбаеваның “Әүлиә”­һен­дә – Ғәббәс һәм башҡа әллә күпме онотолғоһоҙ һәм бер-бере­һен ҡабатламаҫ сағыу образдар тыуҙырған Салауат Вәлиев бар ижади ғүмерен “Сулпан” балалар һәм Арыҫ­лан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрҙарына бағышлаған.

 – Әйҙәгеҙ әле, һүҙебеҙҙе бала сағығыҙҙан башлайыҡ. Бәләкәй­ҙән сәнғәтте яраттығыҙмы?

– Мәктәп йылдарында сәхнә­нән төшмәнем, тигәндә лә була. Ҡурай уйнаным, төрлө кисәләрҙе алып барыусы булдым, әммә бер ваҡытта ла, театрҙы һайлармын, артист булырмын, тигән уй булманы. Ҡурай бүлегенә уҡырға инергә хыяллана инем, ҡумыҙҙа ла бик оҫта уйнайым. Ғаиләбеҙҙә лә сәнғәт юлынан китеүселәр юҡ. Әле булһа физика уҡытыусыһы Фәрит Хәйровҡа рәхмәтем ифрат ҙур. Тап уның кәңәше һәм ярҙамы менән 1997 йылда Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индем. “Салауат, һин сәхнә кешеһе бу­лырға тейешһең. Дауай, артис­лыҡҡа уҡырға бар. Үҙем Өфөгә алып барам, документтарыңды тапшырып ҡайтырһың”, – тигәс, әсәйем менән кәңәшләшеп, Өфөнө яуларға киттек.

– Шунан, яулап булдымы?

– Булды, әлбиттә (йылмая – авт.). Фәрит Барваз улы менән документтарҙы тапшырҙыҡ та Өфө урамдарында йөрөйбөҙ. Ысынлап та, миңә ошо урам­дар­ҙан йөрөргә, тәү ҡарашҡа бик мөһабәт күренгән сәнғәт акаде­мияһы бинаһында уҡырға, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында спектаклдәр ҡарарға мөмкин булыр ине, тип эстән генә уйлайым. Ул ваҡытта ошо уйҙар тормошҡа ашмаҫлыҡ кеүек күренгәндер, кү­рә­һең. Аллаға шөкөр, бөтә һынау­ҙарҙы уңышлы тапшырып, Фәрдүнә Ҡасимованың төркөмөнә эләгеп, театр бүлегендә уҡый башланым.

– Студент йылдарына кил­гәндә...

– Улар бик тиҙ үтте һәм ғүме­ремдең иң матур осоро булып иҫтә ҡалды. Әле лә бик һағын­ды­ра ул йылдар... Курстың художество  етәксеһе, Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре Фәрдүнә Ҡасимова шундай хәстәрлекле, оло йөрәкле, һәр беребеҙгә ярҙам итергә әҙер торған етәксе булды. Уға ысын кү­ңелдән рәхмәт! Ә инде күре­некле артистар, уҡытыусыла­ры­быҙ – Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың халыҡ артисы Хөрмәтул­ла Үтәшев, Ләлә Муллабаева кеүек абруйлы шәхестәрҙән һабаҡ алыу үҙе ни тора!

Бергә уҡыған һабаҡташта­рым­дан да бик уңдым, әле булһа аралашып, бер-беребеҙҙең ижадын күҙәтеп, үҙ баһабыҙҙы, фе­керебеҙҙе әйтеп барабыҙ. Өфөлә осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәр бөт­мәй, яйы сыҡҡанда улар уйнаған спектаклдәрҙе ҡарарға тырышам. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рафиҡ Хәсәнов, Резеда Әмәкәсова, Аида Әхмәтова, Си­байҙағы дуҫтарым – Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин, Илгиз Әбдрәшитов һәм Вадим Ғилманов менән бергә уҡыныҡ, әле бергә ижад итәбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең төркөм Сибай ҡалаһының “Сулпан” балалар театры өсөн махсус тупланған курс булды.

– Тимәк, хеҙмәт юлығыҙҙы “Сулпан” балалар театрынан башлағанһығыҙ?

– Эйе, 2001 йылда беҙ, бер төркөм йәштәр, ҡулыбыҙға диплом алып, Сибайға килеп төштөк. Һабаҡташтарҙың барыһы ла ошо яҡтан, мин генә алыҫ Салауат районынан. Бер ниндәй туған түгел, хатта таныш кеше лә юҡ. Тәүҙәрәк шул тиклем ҡыйын булды, тыуған яҡтарымды һағындым, һөйләшеүҙәре лә нисектер ҡаты­раҡ тойолдо, кешеләре лә икен­серәк кеүек (йылмая – авт.). Аҡрынлап эш башланды, тәүге ролдәр өҫтөндә эшләү, уның һүҙҙәрен ятлау һәм балалар алдына сығыу бар шик-шөбһәне “һә” тигәнсә алып ырғытты. Әле уйлайым да, балалар өсөн уйнау айырыуса ҙур яуаплылыҡ талап иткән, сөнки улар бар күңелеңде һалмай ғына роль башҡарға­ныңды шунда уҡ һиҙеп ҡала, образыңды килештереп уйна­ма­ғанды тоя. Уны ҡабул итмәүҙәре лә бар. Йәш тамашасы алдында әҙерлекһеҙ сәхнәгә сығыу дәре­сен әҙерләмәй килгән уҡыусы менән бер. Шуныһына ҙур рәхмәт: беҙҙе, йәштәрҙе, “Сул­пан” балалар театры артистары йылы ҡабул итте: тәжри­бәле коллегаларым күңелде төшөрмәй генә кәңәштәрен, режиссерҙар яңы образдар тыуҙырыу мөмкинлеген бирҙе. Үҙем дә тырыш, сәмле булдым: һәр ролем өҫтөндә тәрән уйланып, етди эшләнем.

Репетицияларҙа был образды нисек сығарһам, йәш тамашасы күңе­ленә барып етер икән тигән уй-борсолоуҙар тынғы бирмәй, геройҙар өҫтөндә лә даими эшләргә тырыштым.

Күп тә үтмәй, Урал менән Вадим Сибай драма театрына күсте. Мине саҡырһалар ҙа, һаман “Сулпан”да эшләүемде дауам иттем. Һәм 2008 йылдан бөгөнгә тиклем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында төрлө образдар тыуҙы­рам, яратҡан эшемдә йөҙөп йөрөп эшләйем.

– Сибай театрына эшкә күс­кәс, уйнаған тәүге ролегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?

– Әлбиттә! Беренсе эшем әле һаман күңелемдә һаҡлана. Арыҫ­лан Мөбәрәковтың “Бисәкәй” спектаклендәге Ҡылысбай роле ине ул. Мин тәмәке тартмайым, ә образым гел төрөпкәгә махорка тултырып, сәхнәлә тәмәкеһен тө­тәтеп йөрөргә тейеш. Репетиция­ларҙа уйнай торғас, шул тәмәкегә өйрәнеп киттем, ташлап ҡына булһасы... Оҙаҡ ыҙалай торғас, саҡ ташланым.

Ҙур театрҙа эш башлауы ауыр булыр, тигән ниндәйҙер шик тә тыуғайны. Әммә уның абруйлы, талантлы, халыҡсан артистары­ның кәңәш-ярҙамдары миңә ижад итергә этәргес көс бирҙе. Ул артистар миңә остаз булып әле һаман сәхнә түренән төшмәй, ижад итә. Оҙаҡ йылдар театрҙың художество етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, әле ҡуйыусы-режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов, Башҡортостандың халыҡ артис­тары Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова, Риф Сәйфуллин, Нурзиә Әбдрәшитова, Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артистары һәм ижадташ дуҫтарым Венер Сөнәғәтов, Урал Зәйнуллин, Әлфирә Ғәлләмова, Резеда Сәйфуллина, Вадим Ғилманов менән оҙаҡ йылдар уңышлы ижад итәбеҙ, тамашасыларға рухи байлыҡ өләшәбеҙ.

– Һеҙ уйнаған ролдәрегеҙҙе оҡшаған йә оҡшамаған, ҙур һәм бәләкәй, ыңғай һәм кире образ­дарға бүләһегеҙме?

– Юҡ! Бер ваҡытта ла ролдәр­ҙе ҙур һәм бәләкәйгә бүлгәнем юҡ. Артист һәр образды күңеле аша үткәреп, уның кисерештәре менән йәшәп, сабый “тыуҙырған” кеүек тамашасыға сығара, шуға күрә һәр образым миңә ҡәҙерле, яҡын. Сәхнәлә комик йә иһә драматик образды тамашасыға етке­рәмме, барыһына ла минең көсөм һалынған, тәжрибәм һәм талантым өҫтәлгән, был геройҙар – тырышлығымдың емеше, хыя­лым­дың бер кескәй өлөшө, тигәндә лә була.

– Хыял тигәндән, хыялланып та әле уйналмаған образдар бармы?

– Әлбиттә. Актер үҙе теләп роль һайлай алмай. Элегерәк сит ил классик әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнарға әлегә йәшерәкмен, тәжрибә сама­лыраҡ, тип уйланылһа, хәҙер үҙемде бар яҡлап өлгөргән артист тип әйтә алам. Донъя классик драматургияһынан “Дон Жуан”­ды, башҡорт драматургияһынан Салауатты уйнау – һәр артистың иң ҙур хыялылыр ул. Икенсеһе бигерәк тә, сөнки үҙем башҡорт халҡының милли батыры Салауат тыуып үҫкән төбәктән. Бала саҡтан рухы күңелемдә йәшәй, исемемде лә уның кеүек батыр һәм ғорур булһын тип ҡушҡандар. Кем белә, бәлки, киләсәктә был образдарҙы ла уйнау бәхете эләгер.

– Салауат Мөҙәрис улы, беле­үебеҙсә, һеҙ – театрҙың профсоюз ойошмаһы рәйесе лә. Был йәһәттән ниндәй эштәр башҡа­раһығыҙ?

– Ысынлап та, бына инде бер нисә йыл рәттән ошо “йөк”тө тартам. Коллектив ҙур ышаныс менән һайлап ҡуйғас, уларҙың өмөттәрен аҡларға тырышам. Электән беҙҙә был йәһәттән эш яйға һалынған, шуға эшләп ките­үе ауыр булманы. Беҙҙең төп бурыс – театр хеҙмәткәр­ҙәренең сә­ләмәтлеген ҡайғыртыу, улар­ҙың буш ваҡытын һәм ял көндә­рен файҙалы итеп үткәреү, кәрәк ваҡытта матди ярҙам да күрһәтеү. Шул уҡ ваҡытта ошо сәхнәгә ғүмерҙәрен биргән, тамашасы­ларға әллә күпме ял минуттары бүләк иткән хаҡлы ялдағы вете­рандарыбыҙҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Улар, үҙ те­ләктәренә ҡарап, театрға даими йөрөй, бер премьераны ла ҡал­дырмаған артис­тарыбыҙ ҙа бар. Тәжрибәле ветерандар үҙ фекер­ҙә­рен әйтә, кәңәштәрен бирә.

Коллектив менән “Шифа” ял йортонда йыш булабыҙ, тәбиғәткә сығабыҙ, артистарҙың ҡәҙер һәм ижад кисәләрен үткәрәбеҙ. Беҙ­ҙең балалар ҙа ситтә тороп ҡалмай, әле күптән түгел 1 сентябрь байрамы алдынан беренсе класҡа барған ҡыҙ һәм малай­ҙарға бүләктәр тапшырҙыҡ. Шулай уҡ һәр кемдең юбилейын, тыу­ған көндәрен билдәләп, бү­ләктәр биреп ҡотлап китеү күптән инде матур йолаға әүерелгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ижад та итәбеҙ, рәхәтләнеп ял итеп, күңел асырға ла өлгөрәбеҙ.

– Үҙегеҙҙең ғүмерлек тормош йәрегеҙҙе лә Сибайҙа осратҡан­һығыҙ һәм бер театрҙа эшләй­һегеҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине...

– Ысынлап та, Баймаҡ ҡыҙы Ләйсән Хәлим ҡыҙын Сибай ҡалаһында осраттым һәм бер күреүҙән ғашиҡ булдым. 2003 йылда ғаилә ҡорҙоҡ, әле ул бухгалтерияла эшләй. Ике бала үҫтерәбеҙ. Наҙгөл ҡыҙыбыҙ – туғыҙынсы, улыбыҙ Айсар һиге­ҙенсе класта уҡый. Ҡатынымдың мине аңлай белеүе, һәр саҡ ярҙам итеүе, уң ҡулым булыуы ҡыуандыра. Һәр саҡ бергәбеҙ: эштә лә, өйҙә лә.

– Сибайҙан китеү йә булмаһа баш ҡаланы яулау теләге тыу­манымы?

– Юҡ, мин Сибай ҡалаһын шул тиклем яраттым. Ошондағы тамашасыларымды яратам, театрым икенсе тыуған йортом кеүек миңә, коллегаларым күптән инде туғандарыма, дуҫтарыма әйлән­де. Ҡатыным менән һәр көн Сибай театрына ашҡынып эшкә киләбеҙ, дәртләнеп ҡайтабыҙ. Ошонан да ҙурыраҡ бәхетте ташлап ҡайҙа китергә?! Юҡ, мин Сибайға хыянат итмәйем.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Ижади эшегеҙҙә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

- Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: