

Ауыл хужалығы институтының механизациялау факультетына уҡырға килгән йөҙҙән ашыу бәхетле ауыл малайҙары, арабыҙҙа бер генә бөртөк ҡыҙ барлығын күргәс, аптырабыраҡ ҡалдыҡ. Ҡыҙҙың да ниндәйе бит әле! Ап-аҡ йөҙлө, ҡара ҡаштары аҫтынан мөләйем йылмайған асыҡ йәшел күҙҙәр, һығылмалы бил. Исеме лә үҙе һымаҡ матур – Зәйтүнгөл.
Беҙҙә ҡыҙҙар күбеһенсә иҡтисад факультетына, йә булмаһа агроном, зоотехниклыҡҡа уҡырға инеүсән. Ә Зәйтүнгөлдөң ғүмер буйы тимер-томор араһында йөрөйәсәк ирҙәр һөнәрен һайлауы нисектер сәйер ине.
Аҙаҡтаныраҡ уның серен дә белдек. Зәйтүнгөл, ауылда инженер булып эшләгән атаһы менән бергә бәләкәйҙән төрлө техника араһында буталып, уға эҫенеп тә өлгөргән. Ә ҡулындағы шофер, механизатор танытмалары, шулай уҡ беҙҙең төшкә лә инеп сыҡмаған спорт мотоциклында һин дә мин йөрөүе уға ҡарата ихтирамыбыҙҙы бермә-бер арттырҙы.
Институтта биш йыл уҡыуыбыҙ дәүерендә сибәр ҙә, уҡыуға ла ныҡ һәләтле ҡыҙ, егет-елән араһында баҡсаны биҙәп үҫкән яңғыҙ гөл һымаҡ, шаулы студент тормошон йәмләп торҙо. Беҙ ҙә уға һәр ваҡыт иғтибарлы булып, ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырыштыҡ. Исемен дә үҙгәртеп, яратып “Гөл”, “Гөлли” тип кенә өндәштек.
Арабыҙҙа уға ғашиҡ булып, эстән генә янып-көймәгән егет ҡалмағандыр, моғайын. Ҡайһы бер ҡыйыуыраҡтар йөрәктәрен дә тәҡдим итеп ҡараны. Зәйтүнгөл, яғымлы ҡарашы менән йылмайып, йомшаҡ ҡына кире ҡаға барҙы.
Гөлөбөҙҙән беҙҙе осоусы-капитан айырҙы. Был сибәр азербайжан егете, күктән төшкәндәй, ҡапыл ғына килеп инде лә, диплом яҡларға өс-дүрт ай самаһы ғына ҡалыуға ҡарамаҫтан , Зәйтүнгөлдө үҙе менән алып та китте. Ҡасан танышып, ҡасан һөйләшеп өлгөргәндәрен дә һиҙмәй ҡалдыҡ.
Тормошобоҙ юлында яҡты йондоҙҙай балҡып, ҡапыл юҡҡа сыҡҡан ҡыҙҙың артабанғы яҙмышы миңә лә, бергә уҡыған башҡа иптәштәремә лә оҙаҡ йылдар билдәһеҙ булып ҡала килде.
Һәм бына ҡапыл ғына булған осрашыу…
Эшем буйынса республикабыҙҙың көньяҡ райондарының береһенә барып сыҡтым. Тиҙ арала йомоштарымды йомошлап, ҡайтыр яҡҡа билет алыу өсөн автовокзалға йүнәлдем. Барып етәрәк эргәмдән, миңә бәрелә яҙып, ир менән ҡатын үтеп китте. Бер нисә аҙым атлағас, мин, ниҙер һиҙенгәндәй, артҡа боролоп ҡараным. Ҡатын да ҡапыл туҡтап, кире әйләнде һәм ирендәре менән генә исемемде әйтеп, миңә яҡынлашты.
– Һаумы, Мөҙәрис. Нимә, Гөлөгөҙҙө танымайһыңмы ни?! – тине ҡарлыҡҡан тауыш менән һәм әсе йылмайҙы.
Һарғайып, йыйырсыҡ-һырҙар ҡаплаған йөҙ, һүнеп, тоноҡланып ҡалған күҙҙәр, таушалған кейем аҫтындағы ҡаҡса кәүҙә. Мин, әллә ҡасанғы Зәйтүнгөлдө хәтерләткән ҡатынға ҡарап, аҙап ҡалдым.
– Гөлли?! Һин?.. Нисек бында?
– Нисек тип ни, әллә оноттоңмо? Был минең тыуған яғым. Ошонда йәшәйем. – Ул йөҙөнә вайымһыҙлыҡ сырайы бирергә тырыша ине.
– Һин бит… ни, – тип нимәлер әйтә башлағайным, Зәйтүнгөлдөң юлдашы – таҙа кәүҙәле, урта йәштәрҙәге ирҙең:
– Гуля, һин тиҙме? – тигән бойороулы тауышы яңғыраны.
– Ғәфү ит, ҡабаланабыҙ, – Зәйтүнгөл беләгемдән ҡулдарын алды. Ҡуҙғалып китергә итте лә, туҡтап:
– Әгәр ваҡытыңды әрәм итәм тип уйламаһаң, миңә инеп сыҡ, сәғәт биштәрҙә өйҙә булырға тырышырмын, – тип адресын әйтте.
Мин, уйламағандан ғына Зәйтүнгөлдө осратыуыма аптырап, бер аҙ иҫемде йыя алмай торҙом. Уның боролоп киткәндәге әрнеүле лә, ялбарыулы ла күҙ ҡарашы күңелемде тетрәтеп, йөрәгемдә төрлө хистәр уятты, башымдан мең төрлө уй үтте.
Сәғәт биш тулыуға, ҡасандыр мөһабәт тә, күркәм дә булып, хәҙер инде иҫкереп, ергә сүгә башлаған йорттоң тупһаһында баҫып тора инем инде. Аҡрын ғына ишек шаҡыуыма эстән, “Ин, ин, асыҡ”, – тигән тауыш ишетелде. Мин эскә уҙҙым. Бүлмә уртаһындағы өҫтәл янында, ҡулдары менән яңаҡтарына таянып, Зәйтүнгөл ултыра.
– Былар – һиңә. – Мин буш ҡул менән килеүҙе урынһыҙ һанап алған сәскә бәйләме менән ҡаплы кәнфитте уға һуҙҙым. Зәйтүнгөл урынынан ҡуҙғалмай ғына ҡулын һуҙҙы.
– Сәскәләр!.. – Бармаҡ остары таждарға һаҡ ҡына ҡағылып алды. – Миңә сәскә бүләк итәләр! – Ул, ҡапыл башын артҡа ташлап, аҡылдан яҙғандай, һаһылдап көлә башланы. Шулай бер аҙ шашынып көлгәс, ҡапыл туҡтаны ла сәйер йылтыраған күҙҙәрен миңә төбәне.
Мин бүлмә эсенә күҙ йүгерттем. Уның ярлылығы күҙгә бәрелеп тора. Уң яҡ стена буйында урынлашҡан ағас карауат, һул яҡлап – боронғо кейем шкафы, өс-дүрт ултырғыс. Бер нисә ваҡ-төйәк әйберҙе иҫәпләмәгәндә, башҡа йыһаз күренмәй. Зәйтүнгөл мине өҫтәлгә яҡыныраҡ ултырырға саҡырҙы ла ҡайҙандыр бер шешә араҡы килтереп сығарҙы.
– Мә әле, дама артынан ухаживать ит.
Беҙ тауыш-тынһыҙ ғына стакандарҙы күтәрҙек. Зәйтүнгөл бер-ике генә йотто ла, йөҙөн йыйырып, икмәк киҫәгенә үрелде.
– Фу-у! Яратмайым ошо нәмәне. Ә һин тартынма, һалып эс.
Ваҡ-төйәк хәбәр һөйләшеп бер аҙ ултырғас, Зәйтүнгөл, урынынан тороп, кухняға сығып әйләнде һәм ҡабат ҡаршыма килеп ултырҙы. Бер аҙ күҙҙәремә ҡарап торҙо ла әрнеү ҙә, нәфрәт тә сағылған тауыш менән:
– Ниңә әле һин минең үткәндәрем тураһында һорашмайһың? Тартынаһыңмы? Телең әйтмәһә лә, күҙҙәреңдән күреп торам бит,– тине. – Уйыңда бер һорау – Зәйтүнгөл нисек был хәлгә барып еткән?.. Һинең быға ышанғың да килмәй. Ә һин ышан да, һораш та! Барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирермен, – тип һыҡранды.
– Ҡуй, Зәйтүнгөл, хәтерләүе ауыр булһа, кәрәкмәҫ. Бәлки, берәй ярҙам…
– Ярҙам?! Элегерәк кәрәк ине ул ярҙам. Хәҙер һуң шул инде! Һуң! Һуң! Аңлайһыңмы – һуң! – Зәйтүнгөл, устары менән битен ҡаплап, тынып ҡалды. Бер аҙ шым ултырғас, һүҙ башланы.
– Ғәфү ит, Мөҙәрис, алама тоным өсөн… Һеҙҙең ғәйеп юҡ бында. Ә шулай ҙа һөйләйем әле был ҡәһәрле яҙмышым хаҡында. Бәлки, үҙемә лә аҙыраҡ еңел булып ҡалыр, ә башҡаларға – һабаҡ, тигәндәй…
Өфө аэропортында таныштыҡ беҙ Михман менән. Бер күреүҙә әсир итте ул мине үҙенә. Шул ҡәҙәре үлеп ғашиҡ булырмын тип кем уйлаған? Үҙең беләһең, хатта уҡыуымды ла бөтөрмәй эйәреп киттем бит үҙенә. Михмандың ул саҡта ваҡыт яғы бик ҡыҫан ине. Минең ҡарттарға ла һуғылып тормай, ата-әсәләрендә бер нисә көн булдыҡ та уның хеҙмәт иткән еренә – Алыҫ Көнсығышҡа китеп барҙыҡ.
Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах тигәндәре дөрөҫ икән. Был яҡтарҙың ҡырыҫ климаты ла, башҡа уңайһыҙлыҡтары ла сүп кенә булып күренде миңә ул саҡ. Михман да минең өсөн өҙөлөп торҙо. Тәүге балабыҙ тыуғас, ни ҡылырға белмәне, икебеҙҙе лә усында ғына йөрөттө. Өс йылдан Михмандың часын Төркмәнстанға күсерҙеләр. Бында ла тиҙ арала эйәләшеп, һәйбәт кенә йәшәп алып киттек. Иремә тағы бер малай табып бирҙем. Улдарыбыҙ үҫә төшөп, балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, Михман ҡаршы килһә лә, мәктәпкә уҡытыусы булып урынлаштым. Ни тиһәң дә, тамамланмаған юғары белем бар бит әле. Эш менән ваҡыт та тиҙерәк уҙа, үҙеңә лә күңелле. Тормошобоҙ етеш, кейәм тиһәң, теләгәнеңде кей, теләгәнеңде ашап-эсеп, һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәй бир…
Зәйтүнгөл бер аҙға һүҙенән туҡтап ҡалды. Ҡулдары менән саллана башлаған сикә сәстәрен яулығы аҫтына ҡыҫтырып ҡуйҙы ла, ауыр көрһөнөп, һүҙен дауам итте:
– Барыһы ла Михманды хеҙмәте буйынса сит илгә оҙайлы командировкаға оҙатҡас башланды. Шул йылда, май аҙаҡтарында, атайым килеп бер аҙналай ҡунаҡ булды ла, береһе – беренсене, икенсеһе өсөнсө класты тамамлаған малайҙарҙы үҙҙәренә ял итергә алып ҡайтып китте. Мин, мәктәптә сығарылыш имтихандары тамамланып, отпускым башланғас та ҡайтып әйләнергә булып, уларҙы оҙатып тороп ҡалдым. Яңғыҙым ҡалғас, баштараҡ һиҙелмәһә лә, һуңға табан ваҡыт уҙғарыуы бигерәк ауыр була башланы. Тәүҙәрәк китап, телевизор, бәйләм менән мауыҡһам, аҙаҡтан улар ҙа ялҡытты. Урамға сыҡһам да, йәм тапмайым, өйҙә ултырыу ҙа ғазаплы булып китте. Тик Михмандың һирәк-һаяҡ яҙған һағышлы хаттарын уҡыу ғына күңелемә бер аҙ йән тыныслығы бирә ине.
Бер көн шулай, ни эшләргә тип эсем бошоп ултырғанда, тоттом да бөҙрәханала эшләгән Нурия исемле яҡташ ҡатынға шылтыраттым. Яҡташ тигәс тә, ул – Татарстандан, иренән ҡасыпмылыр, был яҡҡа килеп сыҡҡан. Елбәҙәгерәк, еңел холоҡло күренһә лә, бер яҡтаныраҡ булғас, күрешкеләп, һөйләшеп йөрөй инек. Мин уға, ваҡытың булһа инеп сыҡ, һөйләшеп ултырырбыҙ, тип бөгөн тыуған көнөм икәнен дә әйттем. Ул шатланып риза булды, етмәһә, ниндәйҙер сюрприз дә вәғәҙә итте.
Мин аҙ-маҙ табын әҙерләп өлгөргәнсе, ике әзмәүерҙәй ир эйәртеп Нурия ла килеп инде. Уларҙың береһен, Чары исемлеһен, йәғни Нурияның “тәгәрмәсле кавалерын” белә инем, икенсеһен, ҡыҙыл йөҙлө, йыуан ҡорһаҡлы ирҙе, Дурды тип таныштырҙылар. Нурия миңә мәғәнәле итеп кенә күҙ ҡыҫып ҡуйҙы. Уның был әҙәмдәрҙе эйәртеп килеүенә күңелем ҡырылһа ла, асыҡ йөҙ күрһәтергә тырышып, түргә саҡырҙым.
Ҡунаҡтарым ҡулдарындағы төргәктәрен, сәскә бәйләмдәрен миңә тотторҙо ла, шау-гөр килеп, өҫтәл янына ултырҙы.
Бокалдарға шарап ҡойолғас, Чары менән Нурия, телдәре телгә йоҡмай бер-береһен уҙҙырырға тырышып, тост артынан тост әйтергә кереште. Баштараҡ ҡыҫтатып, аҙ-маҙ йотҡолап ултырһам да, һуңыраҡ, әллә шуның тәьҫире, әллә быларҙың тәмле теленә алдандым, арыу уҡ эсеп ташлағанмын. Һағышлы уйҙарым да ҡайҙалыр юғалып, күңелемә рәхәт булып китте. Инде хәҙер араҡының да әсеһе һиҙелмәй, Нурия менән Чарының тел сарлауы ла күңелле моң булып ишетелә, хатта Дурдының башта ерәнгес булып күренгән, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә лә тештәрен ыржайтып көлөүе лә яғымлы тойола башланы. Етмәһә, магнитофондан ағылған ҡырағай музыкаға тегеләр ыңғайына бер-ике тапҡыр бейеп тә алдым.
Шулай бер-ике сәғәт шау-гөр килеп ултырғас, ҡунаҡтарым мине тәбиғәт ҡосағына сығырға димләй башланы. Мин бик ялындырмай ғына риза булдым. Күңелемә хәҙер был бүлмә ҡыҫыҡ тойола, йөрәгем дә ҡайҙалыр ашҡына ине. Чары телефондан кемгәлер шылтыратып алды. Уның “Окей!” тигәнен генә ишетеп ҡалдым. Сығырға йүнәлгәс, Нурия ҡолағыма ниндәйҙер серле тауыш менән: “Хәҙер һине Остаз менән таныштырабыҙ”, – тип бышылданы.
Чарының зәңгәр “Волга”һы, ҡаланан сығып, тирә-яғында тут ағастары үҫкән асфальт юл буйлап алыҫта күренеп торған тау теҙмәләренә ҡарай елдерҙе.
Бер ярты сәғәт самаһы барғас, машинабыҙ тау итәгендәге туристар өсөн төҙөлгән йыйнаҡ ҡына ҡунаҡхана алдына килеп туҡтаны. Уның тупһаһында беҙҙе йәш кенә официантка ҡаршы алды һәм, бинаның аҫҡы ҡатында урынлашҡан ресторан аша үткәреп, тәҙрәләре ҡоролоп, тик май шәмдәре яҡтыртылған иркен генә бүлмәгә алып инде.
Бүлмә уртаһындағы һый тулы өҫтәл эргәһендә унлап кеше, күбеһе ҡатын-ҡыҙ баҫып тора ине. Беҙ ингәс, улар һәм юлдаштарым миңә билдәһеҙ ҡул хәрәкәттәре менән иҫәнләште лә өҫтәл тирәләй урынлаша башланы. Беҙҙе алып ингән официантка ҡыҙ, эргәләге ишектән инеп китеп, урта йәштәрҙәге ирҙе эйәртеп килеп сыҡты.
- Мөҙәрис БАГАЕВ.
(Аҙағы бар).