Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 12:30

Премияны кем алыр?

2021 йылға фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына конкурста ҡатнашыусылар һаны 23 булды.

Премияны кем алыр?Премияны кем алыр?
Премияны кем алыр?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссияһы хәбәр итеүенсә,  2021 йылға фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына конкурста түбәндәгеләр ҡатнаша:

  1. Е.В. Лозин

“Башҡортостан нефте геологияһы һәм ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү һөҙөмтәләре” циклы монографиялары.

  1. А.С. Карунас, Р.И. Хөсәйенова

“Башҡортостан Республикаһында шәхси медицинаның молекуляр-генетик нигеҙҙәрен уйлап табыу”.

  1. А.М. Гәрәев

“Гидрология, һыу хужалығы һәм һыу экологияһы өлкәһендәге фундаменталь эштәр циклы”.

  1. Г.В. Ғафарова

“Русса-башҡортса уҡыу функциональ-ситуатив һүҙлеге”.

  1. Н.Л. Әсфәндиәров, С.А. Пшеничнюк

“Квант биологияһы бурыстарына ҡушымтала молекуляр физиканың уникаль спектроскопик алымдары”.

  1. А.Ю. Кулагин, Г.А. Зайцев, Р.Х. Ғиниәтуллин, Р.В. Ураҙгилдин, А.Н. Давыдычев

“Башҡортостан урмандары: тотороҡлолоҡтоң, файҙаланыуҙың, һаҡлауҙың һәм тулыландырыуҙың мөһим аспекттары”.

  1. Т.Ю. Коршунова, М.Д. Бакаева, С.П. Четвериков, О.Н. Логинов, Е.В. Логинова

“Экосистемаларҙы тергеҙеү өсөн яңы полифункциональ микробиологик препараттар - нефть деструкторҙары, уларҙы эшләү һәм ҡулланыу”.

  1. С.Ғ. Әсфәтуллин

“XVI – XVIII быуаттарҙағы Рәсәй һуғыштарында башҡорттар” фәнни-тарихи дилогияһы”.

  1. С.Ғ. Шафиҡов

“Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы”.

  1. С.Г. Ковалев, Д.Н. Сәлихов, В.Н. Пучков

“Башҡортостан Республикаһының файҙалы ҡаҙылмалары (металдар)”.

  1. Б.Н. Хәбибуллин, Н.Ф. Әбүзәрова, Х.К. Ишкин, О.А. Кривошеева

“Функциялар һәм операторҙар теорияһында ике төрлөлөк” математика буйынса эштәр циклы”.

  1. Л.В. Коротаева

“Башҡортостандағы Урал буйы сыуаштары һөйләшенең фонетик һәм лексик системалары. Сағыштырма-тарихи анализ тәжрибәһе”.

  1. В.И. Баймырҙина

“Дөйөм этнопедагогика: методология, теория, практика”.

  1. Р.Н. Рәхимов, Г.Т. Кәлимуллина, З.Ғ. Ғәтиәтуллин

Башҡортостан тарихы буйынса документаль йыйынтыҡтар циклы: 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүендә Башҡортостандың өлөшө, Башҡортостан Беренсе донъя һуғышы йылдарында, 1014 – 1918, Башҡортостан 1917 йылда.

  1. Г.Р. Абдуллина, Ф.Ғ. Фәтҡуллина, Р.З. Мерәсев, И.Р. Сәйетбатталов, А.Р. Хәйбуллин

“Башҡортостандағы полиэтник юҫыҡта телдәрҙең һәм мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара бәйләнеше” темаһы буйынса тикшеренеүҙәр циклы.

  1. А.Г. Николаенко, Ғ.Й. Ишморатов, Н.М. Ишморатов, М.П. Яковлева, Е.С. Салтыкова

“Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡ өлкәһендә инновациялы технологиялар булдырыу һәм ғәмәлгә индереү”.

  1. Б.В. Орехов.

“ХХ быуатта башҡорт шиғыры. Корпуслы тикшеренеү”.

  1. Р.Ф. Абдрахманов

“Башҡортостандың сөсө ер аҫты һәм минераль шифалы һыуҙары”.

  1. Г.С. Батыршина

“Башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәрен өйрәнеү өсөн Башҡортостан Республикаһының виртуаль Милли 3D-музейын һәм башҡорт батыры Салауат Юлаевтың 3D-моделен эшләү”.

  1. К.Б. Сабитов

“Ҡатнаш типтағы дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһына”.

  1. М.М. Бикбов, А.Р. Хәлимов, Э.Л. Усубов

“Күҙ туҡымаларының ультрафиолет кросслинкингы өсөн молекуляр-энергетик хирургия технологияһын һәм медицина әйберҙәрен эшләү”.

  1. Ғ.С. Ҡунафин

“ХIХ – ХХ быуат башында башҡорт шиғриәте. Жанр һәм идея-художество үҙенсәлектәре мәсьәләләре”.

  1. Х.М. Сафин, И.Ғ. Асылбаев, М.Ғ. Ишбулатов, Ф.М. Дәүләтшин, Д.С. Әйүпов

“Башҡортостан Республикаһында ерҙе һанлаштырыу һәм экологик мониторинг үткәреү нигеҙендә игенселектә тупраҡты һаҡлау системаларын булдырыу һәм ғәмәлгә индереү”.

Фото: bashinform.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас