

Тырыш, татыу, һәләтле ғаиләләр ауылдарыбыҙҙың мәртәбәһен күтәрә, йәм өҫтәй, күптәргә өлгө булып тора. Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәгән Сәғитовтар тап шундайҙарҙан. Өс балаға ғүмер биреп, уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, тәртипле, егәрле, йәмғиәткә файҙалы шәхестәр итеп тәрбиәләргә тырышалар.
Ғаилә башлығы Айҙар Вафир улы эшһеҙ зарланып ултыра торғандарҙан түгел. Иртә таңдан ихатала ең һыҙғанып эшкә тотона. Ғаилә бюджетына ярайһы уҡ яҡшы килем килтергән туғыҙ баш һыйырын, башмаҡ-быҙауҙарын, һарыҡтарын барлап, ашатып, ялан-ҡырға сығара торғандарын оҙатып ебәрә. Был мәлдә хужабикә Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы һыйырҙарын һауып, һөтөн эшкәртеп, мәктәпкә эшкә ашыға. Ауылда мал аҫрап йәшәгән һәр хужаның иртәһе шулай башланалыр, моғайын.
Ихаталарына инеү менән төҙөк, бөхтә, сағыу донъя ҡаршы ала. Төкәтмә эшләп, өйҙәрен ҙурайтып та алғандар. Өй хужаһы йорттарының һәр мөйөшөн урын-еренә еткереп, сифатлы, оҙаҡ йылдарға етерлек итеп эшләргә тырышҡан. Төҙөлөш-таҡта материалдарын, биҙәктәрен пилорамында үҙе әҙерләп ала. Ваҡыты булғанда һораусыларға таҡта бысып, ярҙамлашып та ебәрә. Тағы ла күҙгә салынғаны – таҙалыҡ. Өйгә инеп сыҡҡансы бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ оҙата килә. Һәр нәмә үҙ урынында. Мал-тыуар торған кәртә-ҡура, һарай тирәһе ялтырап ята.
Ихаталағы сәскәләр, өйҙәге гөлдәр хужабикәнең уңғанлығы тураһында һөйләй. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы аш-һыуға ла оҫта, ҡул эштәренә лә ваҡыт табып өлгөрә. Йәмәғәт эштәрендә, һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Тырыш ғаилә баҡсаларындағы йәшелсәнән йыл да мул уңыш ала. Иш янына ҡуш итеп бал ҡорттары, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Бесән әҙерләп алыуға күптән һәр төрлө техника һатып алғандар.
Ауылдағы бөтмәҫтәй күренгән йорт-ҡура эштәрендә балалары – ҙур ярҙамсы. Нефть-энергетика колледжын тамамлаған улдары Сыңғыҙ әлеге мәлдә диңгеҙ флотында уңышлы хеҙмәт итә.Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иптәштәре араһында абруй яуларға, капитандың төп ярҙамсыһы булырға өлгөргән.
Ҡыҙҙары Алтынай Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының кино һәм театр актеры бүлегендә белем ала, уҡыу алдынғыһы. Шәүрәләре VI класта уҡый. Атай-әсәйгә иркәләнеп кенә үҫкән төпсөктәре сослоғо, саялығы менән айырылып тора. Мәктәп, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, шиғыр һөйләргә, йырларға ярата, биш тиҫтәнән ашыу маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары бар.
Район, ауыл конкурстарында “Өлгөлө ғаилә”, “Өлгөлө йорт”, “Хөрмәтле ғаилә” номинацияларында еңеүҙәргә өлгәшкән тырыш Сәғитовтар “Сәләм” телетапшырыуының “Республиканың иң яҡшы ихатаһы” акцияһында ла ҡатнаша.
Ырыҫлылыҡтың сере үҙ ҡулдарында икәнде яҡшы аңлай улар.
- Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Бөрйән районы.