Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 15:19

Әсәйем менән ике йыл һөйләшмәйбеҙ

zen.yandex.ruzen.yandex.ru
Фото:zen.yandex.ru

“Бына инде ике йыл бер ауылда, ун ике өй аша йәшәп, әсәйем менән аралашмайбыҙ. Был хәлгә... һыйыр ғәйепле.

Улай уҡ та түгел инде. Элек тә арабыҙ боҙолоп алғаны бар ине, был юлы ныҡлы өҙөлдө. Тыныс күренергә тырышһам да, эсемде ҡорт кимерә, былай ярамай икәнен аңлайым, әммә әсәйемә нисек ярарға белмәйем.

Әсәйемдең холҡо ауыр. Ул заманына күрә хәлле генә ғаиләлә кинйә ҡыҙ булып үҫкән. Ошо ла уның холҡона тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, тип уйлайым ҡайһы саҡ. Ә мин ғаиләлә – баш бала. Өс ҡустым ошо ауылда төпләнде, ике һеңлем ҡырға кейәүгә сыҡты. Үҙем клуб хеҙмәткәре булып эшләйем, хеҙмәтем бик тынғыһыҙ.

Әсәйем ошоғаса һыйыр көттө. Гел “мал ҡарау ауыр” тип мыжығас, һыйырын үҙебеҙгә алырға ҡарар иттек. “Һөтөн, майын, ҡаймағын килтереп торор­боҙ”, – тип саҡ ризалаштырҙыҡ.

Бынан ике йыл элек үҙем етәкләгән ансамбль менән сит өлкәлә халыҡ ижады фести­валендә ҡатнаштыҡ. Юл менән бергә өс-дүрт көн ваҡыт китте. Иремә һыйырҙы һауып, әсәйгә сәйлек һөт алып барып тор, тиһәм дә, тыңламаған, быҙауҙы “эшкә ҡушҡан”. Исмаһам, барып хәлен дә белмәгән.

Фестивалдән ҡайтып, күстә­нәстәр менән әсәй янына барып инеүем булды, ул мине эт ашамаҫ һүҙҙәр менән хурлай башланы. Баҡтиһәң, “мин – хәйерсе, зимагур, донъяһында эше булмаған ялҡау, йырлап-бейеп, һикерәңләп йөрөгән еңел-елпе ҡатын” икәнмен. Был һүҙҙәргә шул тиклем хәтерем ҡалды. Мин дә буш ҡалманым, бик ҡаты итеп һүҙгә килештек.

Бына шул көндән башлап аралашмайбыҙ. Һыйырын да кире алып барып бирҙек. Хәҙер урамда осрағанда һаулыҡ һорашһам, сәләмемде алмай, магазинда ла күрмәмеш була.

Аңлайым: былай йәшәү дөрөҫ түгел... Ауыл ере бит – кемдең нисек тын алғаны үтәнән-үтә күренеп тора. Кешенән оят... Әсәйем менән араны нисек яйларға икән? Ғәйепле булма­һам да, барып ғәфү үтенергәме?”

 

(Розалия исемле ҡатындың яҙмаһынан).

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА яҙып алды.

Читайте нас