

Сәскә магазинына инһәм, береһенән-береһе матурыраҡ гөлләмәләргә ҡарап, хайран ҡалып торам. Уларҙы үҫтереү, килтереү, һаҡлау өсөн күпме тырышлыҡ кәрәк, оҙаҡ ваҡыт һулытмай, матур көйө һатып алыусыларҙың ҡулына барып етһен өсөн нимә генә эшләмәй бындағы ҡыҙҙар!
Тартынып торманым, тоттом да таныш һатыусынан һорарға булдым: ”Раузаларығыҙ ун көн буйы нисек матурлығын юғалтмай ул? Ҡойолмай ҙа, һулымай ҙа...”
Үткән аҙнала ғына баштан үткән хәлде иҫемә төшөрҙөм. Бер хеҙмәттәшебеҙҙең тыуған көнөнә бергәләп бик күркәм гөлләмә һайланыҡ. Күҙҙең яуын алып торған сәскәләрҙе тантанаға тиклем вазаға ултыртып торҙоҡ. Бер нисә сәғәттән һуң гөлләмәнең тышҡы рәүеше үҙгәргәндәй тойолдо, таж япрағы йәнһеҙләнгәндәй, япраҡтары бөтөрөлгәндәй... Әйтерһең дә, янып торған сәскәләребеҙҙе кемдер алмаштырған. Күңелебеҙ ныҡ ҡына ҡырылды шул көндә.
Сәскә һатыусының әйтеүенсә, үҫемлектәрҙең һыуын көн дә алмаштырырға кәрәк. Һыу тондоролған булһын. Бүлмә һалҡын булырға тейеш, шуға күрә танышым йәйен дә, ҡышын да тиренән тегелгән жилетын ташламайҙыр, күрәһең. Сәскәләрҙе үтә төшкән ҡояш нурҙарынан да һаҡлайҙар. Өҫтәүенә пульверизатор ярҙамында һыу һиптереп торорға кәрәк. Баҡһаң, сәскәләрҙе сафландырыу маҡсатында махсус химия саралары ла ҡулланыла. Мәҫәлән, “Кризал” тигәнен ышаныслы консерватор тип атайҙар. Унда үҫемлектәргә ыңғай тәьҫир иткән матдәләр бар, шуның һөҙөмтәһендә сағыу сәскәләр бер нисә аҙна дауамында һатып алыусыларҙың күҙҙәрен иркәләй икән. Тик махсус иретмәле һауыттан алынған сәскә өйҙәге ғәҙәттәге һыу ҡойолған вазаға ултыртылғас, күҙ алдында бик тиҙ һулып, кәйефте боҙоуы ихтимал.
- Динә АРЫҪЛАНОВА